Иҙел (мифология)

башҡорт фольклоры персонажы, ҡеүәтле мифик герой, батыр.

Иҙелбашҡорт фольклоры персонажы, ҡеүәтле мифик герой, батыр[1].

Иҙел
Урын Урал тауҙары

Ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә

Иҙел — башҡорт ауыҙ-тел ижады персонажы, Урал батыр менән Һомайҙың улы. «Урал батыр» эпосында ул, сабый ғына сағында, әсәһенә һөжүм иткән дейеүҙе үлтерә. Әсәһенең фатихаһы менән, Иҙел атаһының яуыз көстәр менән көрәшендә таянысы, ярҙамсыһы була. Урал батыр, Иҙел һәм уның ағай-энеләре Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ дошмандарын тар-мар итә, еңеү яулай.

Атаһының һүҙҙәренә тоғро Иҙел үҙ халҡының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тоя. Кешеләрҙе һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, ул булат ҡылысы менән Ирәмәл тауын киҫә, ярыҡтан Иҙел тип аталған йылға урғылып сыға. Йылға ағымын кәртәләп ятҡан Ямантауҙы яра, һөҙөмтәлә Ҡырҡты атамалы тау теҙеме барлыҡҡа килә.

1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсәндән «Иҙел менән Яйыҡ» эпосын яҙып ала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҙма һаҡланмаған. Был ҡобайырҙы башҡорт фольклоры мотивары һәм эпостың ҡаҙаҡ версилары нигеҙендә Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов тергеҙә. Иҙел һәм уның ағаһы Яйыҡ, аталарының данлы эштәрен дауам итеп, башҡорт халҡына тоғро хеҙмәт итә[2][3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Шунда уҡ. 8‑се т. Эпос. Иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. Өфө, 2006
  • Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ИДЕЛЬ, мифологический персонаж
  2. ИДЕЛЬ, мифологический персонаж
  3. Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Шунда уҡ. 8‑се т. Эпос. Иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. Өфө, 2006