Торма Йожеф

Венгр төркиәтсе-ғалимы
(Йожеф Торма битенән йүнәлтелде)

Торма Йожеф (мадьярса  Torma József) — (5 ноябрь 1943 йыл, Кечкемет, Венгрия — 23 апрель 2000 йыл, Будапешт), венгр төркиәтсеһе. Филология фәндәре докторы (1998). Бер нисә тел, шул иҫәптән башҡорт телен белгән.

Торма Йожеф
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 5 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Кечкемет[d], Венгрия
Вафат булған көнө 23 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгрия[1]
Һөнәр төрө филолог, дипломат
Биләгән вазифаһы генеральный консул[d][2]
Уҡыу йорто Сегеди фәндәр университеты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1967 йылда Венгрияла Сегед университетын тамамлаған.

1969 йылдан алып (өҙөклөктәр менәнн) Аҙыҡ‑түлек сәнәғәте институтында уҡыта.

1986 йылдан — Сегед ҡалаһында Медицина университетында һәм Сит телдәр институтында мөдир булып эшләй.

1991 йылдан башлап Төркиәлә — Истанбул ҡалаһында Венгрияның генераль консулы, 1992 йылдан — Анкарала советник вазифаларын башҡара.

1994 йылдан Урта Азия республикаларында һәм Ҡаҙағстанда Венгрияның ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе булып тора[3].

Торма Волга буйында, Финляндияла, Балҡанда, Кавказда һәм Молдовала эш сәфәрҙәрендә төрки халыҡтары тормошон, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә[4].

1978 йылда Башҡортостанға килә: БДУ‑ла башҡорт лингвистикаһы, диалектологияһы һәм Ислам хоҡуғы тарихы буйынса лекция курстарын тыңлай, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институында топонимик, диалектологик материалдар менән эшләй.

1981 йылда башҡорт диалектологияһы буйынса магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1984 йылдан алып этнография, диалектология һәм фольклор материалдарын йыйыу өсөн Башҡортостанға, Ырымбур өлкәһенә ғилми тикшеренеүҙәр маҡсаты менән килә, йыйылған материалдар нигеҙендә башҡорт һүҙҙәренең этимологияһы, антропонимика, демонология, йола ризыҡтары һәм башҡалар буйынса хеҙмәттәр яҙа[5].

1990 йылда Өфөлә төркиәтсе-ғалим Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 100 йыллыҡ юбилейында уның ғилми мираҫы тураһында сығыш яһай[6].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт яҙған.

  • Башҡорт халыҡ медицинаһы буйынса «Утҡа әйтәм» авторы (1997; Ф.Ғ.Хисамитдинова менән авторҙаш).
  • "Башҡорт әҙәбиәтенең ҡыҫҡаса хрестоматияһы"н төҙөүсе (1979; икеһе лә — венгр телендә).
  • Тарихи ҡарашҡа нигеҙләнгән башҡорт теленең диалекттары классификацияһы.
  • Статьи по тюркской этнографии и башкироведению. Уфа, 2005.[7][8]

Тәржемәләре

үҙгәртергә
  • М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын венгр теленә тәржемә итә (1979)

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институы бинаһы диуарында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2002)[9].Унда «В этом здании в 1977—1992 годах вел научные исследования известный тюрколог, специалист по башкирскому языкознанию и культуре, венгерский ученый доктор Иожеф Торма (1943—2000 гг.)» тип яҙылған.[10].Таҡтаташты асыу тантанаһына ғалимдың улы Тамаш Торма ла килә[11]

2000 йылда «Ғилем» нәшриәтендә венгр ғалимына бағышланған «Венгерский тюрколог Йожеф Торма» тигән библиографик китап донъя күрә[12]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://resolver.pim.hu/auth/PIM123167
  2. https://library.hungaricana.hu/hu/view/KULUGY_KulPolEvkonyv_1991/?query=%22Torma%20J%C3%B3zsef%22&pg=509&layout=s
  3. Торма Йожеф [1] 2019 йыл 13 апрель архивланған.
  4. ПОЛЮБИЛ БАШКИРИЮ ТОРМА[2]
  5. Торма Йожеф [3] 2019 йыл 13 апрель архивланған.
  6. ПОЛЮБИЛ БАШКИРИЮ ТОРМА[4]
  7. Торма Йожеф [5] 2019 йыл 13 апрель архивланған.
  8. Торма Йожеф//Башкортостан//главная энциклопедия объявления[6]
  9. Торма Йожеф [7] 2019 йыл 13 апрель архивланған.
  10. ПОЛЮБИЛ БАШКИРИЮ ТОРМА[8]
  11. ПОЛЮБИЛ БАШКИРИЮ ТОРМА[9]
  12. Вышла книга о докторе Йожефе Торма[10]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «A tuznek mondom!» (A Baskir nepi orvoslas magikus elemeinek mai rendszere): монография. Budapest, 1997. 156 p. (соавт. Торма Йожеф).
  • Йожеф Торма. «Утҡа әйтәм» (Башҡорт халыҡ медицинаһы буйынса) — Өфө, 1997 — (авторҙаш Ф.Ғ.Хисамитдинова)

Һылтанмалар

үҙгәртергә