Башҡорт ихтилалдары
Башҡорт ихтилалдары — XVI—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.
Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр иткән. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел.
XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хокуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала.
Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара.
Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә.
XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була. Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана.
Ихтилалы
үҙгәртергә1662—1664
үҙгәртергә- 1662—1664 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — ерҙәрҙе талап алыу, яһаҡтарҙың үҫеүе, Өфө властарының баш-баштаҡлығы. Етәкселәре — Һары Мәргән, Ғәүер Аҡбулатов, Аҙнағол Ырыҫҡолов, Бикйән Туҡтамышев, Арыҫланбәк Бәккин, Ишмөхәмәт Дәүләтбаев. Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын тағы рәсми раҫлай, Өфө властарының баш-баштаҡлығын шелтәләй, Өфө воеводаһы ваҡытынан алда алмаштырыла.
1681—1684
үҙгәртергә- 1681—1684 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен талап алыузар, башҡорттарҙы көсләп христианлаштырырға маташыу. Етәкселәре — Сәйет Йәғәфәров мулла, Көсөк Юлаев. Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, христиан диненә күсереүҙән баш тарта, Өфө воеводаһын ваҡытынан алда алышына.
1704—1706
үҙгәртергә- 1704—1706 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яңы яһаҡтар, халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡорттарҙы христиан диненә күсереү. Етәкселәре — Иман батыр, Дөмәй Ишкәев. һөҙөмтәлә башҡорттарҙың ялыуҙарын ҡәнәғәтләндерергә һүҙ бирелә.
1707—1708
үҙгәртергә- 1707—1708 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — ерҙәрҙе тартып алыу, яңы һалымдар, яһаҡ күләмен арттырыу өсөн халыҡтың иҫәбен алыу, христианлаштырыу. Етәкселәре — Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев. Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, яңы һалымдарҙы, халыҡты иҫәпкә алыуҙарҙы бөтөрә, христианлаштырыуҙы туҡтата.
1709—1711
үҙгәртергә- 1709—1711 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — Рәсәй хөкүмәтенең 1708 йылда бирелгән вәғәҙәләрен даими үтәмәүе, батша властарының баш-баштаҡлығы. Етәкселәре — Алдар Иҫәкәев, Ураҡай Юлдашбаев, Һөҙөмтәлә Рәсәй 1708 йылда башҡорттарға бирелгән ташламаларҙы раҫлай.
1735—1736
үҙгәртергә- 1735—1736 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — ерҙәрҙе күпләп тартып алыу өсөн Башҡортостанға Ырымбур хәрби экспедицияһы ойоштороу. Етәкселәре — Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов. Һөҙөмтәлә Рәсәй хөкүмәте көрәште ҡанлы баҫтыра, 15 меңдән ашыу башҡорт һәләк була.
1737—1738
үҙгәртергә- 1737—1738 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — Ырымбур хәрби экспедицияһы ойоштороу, 1735-1736 йылддарҙағы көрәште аяуһыҙ бастрыу. Етәкселәре — Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Сәйетбай Әлкәлин. Һөҙөмтәлә көрәш ҡанлы баҫтырыла, 10 меңдән ашыу башҡорт ҡырыла.
1739—1740
үҙгәртергә- 1739—1740 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — Ырымбур хәрби экспедицияһы ойоштороу, башҡорттарың иҫәбен алыу, 1737—1738 йылдарҙағы ихтилалды аяуһыҙ баҫтырыу. Етәкселәре — Ҡараһаҡал (Миндеғол Юлаев), Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Мәндәр Ҡарабаев, Теләүкәй Олотимеров. Һөҙөмтәлә ихтилал аяуһыҙ баҫтырыла, 15 меңдән ашыу башҡорт һәләк була. Шулай ҙа батша хөкүмәте башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, башҡорттарзың иҫәбен алыуҙан һәм йән башына яһаҡ һалыуҙан баш тарта.
1755—1756
үҙгәртергә- 1755—1756 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу менән алмаштырыу, христианлаштырыу. Етәкселәре — Ялан Эткол, Хоҙайбирҙе мулла, Сурағол Миңлебаев, Әликәш Һөйөндөков, идеологы — Батырша. Һөҙөмтәлә көрәш ҡанлы баҫтырыла, бер нисә тиҫтә мең башҡорт һәләк була, күптәр Ҡаҙағстанға ҡаса. Рәсәй батшалығы башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын раҫлай, мосолмандарҙы христианлаштырыу һүрелә.
Башҡорт ихтилалдары Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ һыҙатлы көрәш булыуы менән тарихи әһәмиәткә эйә. Куп юғалтыуҙар кисерһә лә, башҡорттар заманында шәхси иреген һәм ер биләмәләренә хоҡуғын һаҡлай алды.
XVIII быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт көрәшенең яңы этабы башлана. Улар урыҫ һәм башҡа халыҡтар менән бергәләп күтәрелә. Уның асыҡ миҫалы — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм 1835 йылғы ихтилал.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башкирское восстание 1735 - 1740 // История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX в. - Уфа, 1996. - С. 231 - 248.
- Донелли А. С. Завоевание Башкирии Россией, 1552 - 1740: Страницы истории империализма / Пер. с англ. Л. Р. Бикбаевой. - Б. м.: Междунар.корпорация "Ватан", 1995. - 287 с. С. 141 - 218: Башкирские восстания.
- Акманов И. Г. Башкирия в составе росссийского государства в XVI - первой половине XVIII вв. - Свердловск, 1991. - 154 с. С. 98 - 140: Башкирские восстания.
- Башкирское восстание 1735 - 1740 // Очерки по истории Башкирской АССР. - Уфа, 1956. - Т. 1, ч. 1. - С. 169 - 186.
- Ирек Аҡманов. Башҡортостан календары 2004 йылға.
- Башҡортостан тарихы: Боронғо замандарҙан XIX быуат аҙағына тиклем/ Яуаплы ред.И.Ғ. Аҡманов. -Өфө: Китап, 2007. һүрәттәре менән 248 бит. ISBN 978-5-295-04137-2
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Акманов И. Г. Башкирские восстания 17-18 вв. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Акманов И. Г. Башкирские восстания (17—18 вв.)// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 151—153. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Статья в БСЭ. Башкирские восстания 17—18 вв.
- Энциклопедия Всемирная история.БАШКИРСКИЕ ВОССТАНИЯ второй половины XVII ‒ первой половины XVIII веков (недоступная ссылка)
- Башкирские восстания 17-18 вв. БСЭ
- Башкирские восстания 17-18 вв
- Башкирские восстания 17-18 вв.
- Башкирские восстания 17—18 вв
- Хронос Всемирная история
- Энциклопедия Челябинска
- XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары 2007 йыл 4 ноябрь архивланған.