Сәйетбай Әлкәлин
Сәйетбай Әлкәлин — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Сәйетбай Әлкәлин | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Минзәлә ҡаласығы, Өфө провинцияһы |
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйетбай Әлкәлин сығышы менән Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Тамъян улусының старшинаһы[1].
1737 йылдың мартында өс Ҡыҙыл йылғалары бассейнында Нуғай һәм Ҡазан даруғалары вәкилдәренең съезы була, бында Сәйетбай Әлкәлин, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Солтанморат Дүскәев һ.б. әүҙем баш күтәреүселәр ҡатнаша. Съезда улар яңынан ихтилалға күтәрергә, Урта жүз ҡаҙаҡтарынан ярҙам һорарға килешәләр[2].
1737 йылдың яҙында Килмәк Нурышев, Көҫәп Солтанғолов һәм Рысай Иғембәтов менән берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында ихтилалға етәкселек итә[1].
1738 йылдың июнендә Рысай Иғембәтов менән бергә Табын ҡәлғәһенә Л. Я. Соймоновҡа ғәйебен танып килә.
1739 йылдың яҙында яңы ихтилал ойоштороуға тотона, Урта жүз ҡаҙаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә[3]. 1740 йылдың мартында В. А. Урусовтың саҡырыуы буйынса Алдар менән бергә ихтилалсыларҙың баш һалып килеү шарттары хаҡында һөйләшеү өсөн Һамар ҡалаһына килә. Ҡулға алынып, Минзәлә ҡаласығына Л. Я. Соймоновҡа ебәрелә[1].
1740 йылдың 16 майында Өфө провинцияһы Минзәлә ҡаласығында язалап үлтерелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Аҡманов И. Ғ. Сәйетбай Әлкәлин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 211
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 222
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 193, 211, 217, 218, 221, 222. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡманов И. Ғ. Сәйетбай Әлкәлин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.