Теләүкәй Олотимеров

Теләүкәй Олотимеров (? — 1740) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Теләүкәй Олотимеров
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Ҡатай улусы

Вафат булған көнө

1740({{padleft:1740|4|0}})

Вафат булған урыны

Күҙйылға йылғаһы буйында

Биографияһы

үҙгәртергә

Теләүкәй Олотимеров сығышы менән Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Ҡатай улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша, был осор ихтилалдарҙың башынан алып аҙағына тиклем батша хөкүмәте ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа һуғыша.

1735 йылда абыҙ Килмәк Нурышев отряды составында Нуғай даруғаһында хөкүмәт командаларына ҡаршы һуғышҡан.

1739 йылдың көҙөндә Себер даруғаһында Аҙнабай Теләүғолов, Йәрмөхәмәт Хажиев, Мәндәр Ҡарабаев, Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Исламғол Юлдашев һәм Миңлеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) менән бергә яңы ихтилалды ойоштороу эше менән шөғөлләнә. Ихтилалды ойоштороусылар Миңлеғол Юлаевты Солтангәрәй исеме аҫтында хан итеп һайлайҙар һәм шулай итеп батша хөкүмәтенән үҙ аҫаба хоҡуҡтарын һаҡларға теләйҙәр. Шулай уҡ ханды иғлан итеүҙе милли дәүләт төҙөүҙе башлау һымаҡ ҡарарға мөмкин, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте яңы сифатҡа эйә була. Һөҙөмтәлә 1740 йылдың ғинуарында Себер даруғаһы башҡорттары йәнә хәрби хәрәкәттәргә күсә.

1740 йылдың апрелендә Ҡараһаҡал хан Нуғай даруғаһына килә, һәм урындағы ихтилал етәкселәренә — Теләүкәй Олотимеровҡа һәм Дыуан-Табын улусы старшинаһы Солтан Арыҫланбәковҡа кенәз титулын бирә[1].

1740 йылдың май башында Нуғай даруғаһының Кәлсер‑Табын улусында Теләүкәй Олотимеровтың отряды хөкүмәткә тоғро башҡорттар һәм капитан С. Ф. Кублицкий етәкселегендәге хөкүмәт командаһы тарафынан ҡыйратылған. 1940 йылдың август башында Оло Инйәр йылғаһы буйында уның ғаилә ағзалары үлтерелә[2].

1740 йылдың 26 авгусында Күҙйылға йылғаһы (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) янында секунд‑майор Зимнинский етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта Теләүкәй Олотимеров үлемесле яраланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә