Кирилов Иван Кириллович

XVIII быуат урыҫ ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре, географ, картограф, тарихсы, иҡтисадсы

Кирилов Иван Кириллович (Рус батшалығы, Псковщина — 1695 йыл[4], Рәсәй империяһы, Ҡазан губернаһы, Һамар) — 1737 йылдың 14 апреле, рус ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре, географ, картограф, тарихсы, статисы, хоҡуҡ белгесе, Бөйөк Петр реформалары яҡлы һәм уның тарафдашы, ҡала төҙөүсе, баҡыр һәм тимер заводтарын, Тубылда баҡыр һәм тимер заводтарын төҙөүсе.

Кирилов Иван Кириллович
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1695[3]
Вафат булған көнө 14 апрель 1737({{padleft:1737|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) или 14 (25) апрель 1737[3]
Вафат булған урыны Һамар, Сембер провинцияһы[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө географ, статистик
Эшмәкәрлек төрө география, Картография һәм тарих
 Кирилов Иван Кириллович Викимилектә

Иван Кирилов — рәсәй географияһы фәненә һәм иҡтисади географияһы фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы. Уның фекеренсә, ихтилалдар Ырымбур губернаһында ҡалалар һәм заводтар төҙөүгә һәм «Бохараға, Водокшан, Балх һәм Һиндостанға тауарҙар йөрөтөүҙе тәьмин итерлек ирекле сауҙа юлы асыуға» ҡамасаулаған.

Экспедицияларҙа ҡатнашыусы

үҙгәртергә

А. Ф. Шестаков һәм Икенсе Камчатка экспедицияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан (17311733). Статский кәңәшсеһе (1734 йылдан). Ырымбур экспедицияһының (17341737) проект авторы һәм етәксеһе. 1735 йылдың 15 авгусында Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалған (хәҙерге Орск). Һиндостанға ҡоро сауҙа юлдары һалыуҙы планлаштырған.

Рәсәй иҡтисади географияһының башланғысында тора; ул беренсе булып илдең иҡтисади-географик тасуирламаһын төҙөгән, һәм «Бөтә рәсәй дәүләтенең сәскә атҡан хәленә еткереүҙе артыҡ күп маҡталмаған хеҙмәте менән башланы, уны тормошҡа ашырҙы һәм беҙгә ҡалдырҙы Бөйөк Пётр» (1-2 китап) (1727).

Ырымбур губернаһы биләмәләрен үҙләштереү һәм башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу

үҙгәртергә

1735 йылдың декабрендә Кирилов Башҡортостанды үҙләштереү планын күҙаллап, башҡорт ихтилалын казактар көсө менән баҫтырыу һәм башҡорттарҙы Ырымбур губернаһынан ҡыуыу пландарын раҫлатыу маҡсатында, Петербургҡа сығып китә һәм императрица Анна Иоановнаны быға ышандыра. Кирилов үҙе үлгәнгә саҡлы ошо планына тоғро ҡала. Ырымбур губернаһында төҙөлә башлаған ҡалаларға башҡорттарҙың һөжүмдәре күскенсе рустар араһында күп һанлы ҡорбандарға килтергән һәм губерна үҫешенә ҡамасаулаған — Кирилов бындай аяуһыҙ саралар тәҡдим итеүенең сәбәбен шулай аңлатҡан. Кириловтың ҡайһы бер проекттары хөкүмәттең башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә эске үҙидара системаһын контролдә тотоуға һәм башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуға йүнәлтелгән 1736 йылдың 11 февралендәге раҫланған указдар ҙа ингән. Өфө провинцияһы территорияһында яңы тәртип урынлаштырыу маҡсатында, ихтилалдарҙы баҫтырыуҙа Кирилов үҙе лә бик әүҙем ҡатнашҡан.

В. Н. Витевскийға ярашлы, И. К. Кирилов отрядтары 1736 йылдың март аҙағынан бик күп ауылдарҙы һәм Ҡазый мәсетен яндырған. И. К. Кирилов һөжүме ваҡытында 700 башҡорт кешеһе һәләк була, ихтилал өсөн 158 кешегә яза бирелә, 160 башҡорт ҡулға алына, 99 отзейский һөргөн полкына оҙатыла һәм 85 кеше крепостной хәленә төшөрөлә[5]. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу буйынса рәхимһеҙ акция Ырымбур губернаһындағы яңы терәк пункттарын раҫлауҙы тамамлау һәм Рәсәй позицияһын Көньяҡ Урал йүнәлешендә уңышлы нығытыу мөмкинлеген биргән. Шулай уҡ Кирилов тарафынан башҡорт ихтилалы баҫтырыу буйынса сараларҙы ойоштороу Рәсәйҙән Һиндостанға сауҙа юлдары асыуҙы тәьмин иткән.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғалим булараҡ, Кирилов үҙ дәүеренең күп интеллектуалдары менән хат алыша. Геодезистар ебәргән карталар буйынса үҙ инициативаһы менән сенаттан үҙ иҫәбенә Atlas imperii russici атласын төҙөүгә рөхсәт ала. Кирилов ниәтләгән монументаль хеҙмәтенең тәүге өлөшөн тамамлап өлгөрә. Atlas imperii russici бик күп яңылыҡтарға бай булған һәм төп атлас сифатында Рәсәйгә тағы ла илле йылдан ашыу хеҙмәт иткән. А. А. Половцов Кириловты бына нисек баһалаған: «Бөйөк Пётр заманында Кирилов, энергияһы һәм төрлө файҙалы тәжрибәләре предприятиелары һәм хеҙмәттәре менән мауығыуы арҡаһында, үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс эшмәкәрҙәрҙең береһе булып торған»[6].

Кирилов 1737 йылдың 14 апрелендә Һамар, ҡалаһында, үҙ ғаиләһе ағзалары уратыуында, ҡара үпкә сиренән вафат булған. Чудотворец николай сиркәүендә ерләнгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Атлас Российской Империи.- СПб, 1734
  2. Цветущее состояние Всероссийского государства.- М., 1977

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Нәфис әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Кирилов А. С. Пушкиндың «История Пугачева» «Пугачев тарихы» повесында телгә алына[7].
  • Ырымбур экспедицияһы һәм уның етәксеһе Кирилов үҙе В. С. Пикулдең «Слово и дело» романында тасуирлана.
  • Пикулдең билдәле географ П. И. Рычковҡа бағышланған «Трудолюбивый и рачительный муж» миниатюраһында Кирилов шәхесенә алдан күрә белеүсе иҡтисадсы һәм сәйәсмән стратег тип ентекле характеристика бирелә.
  • Кирилов Икенсе Камчатка экспедицияһын ойоштороусыларҙың береһе булараҡ романында телгә алынған А. Б Кердандың «Крест командора».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #129413062 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  4. В исторической литературе чаще упоминается другой год рождения — 1689, он ошибочен (см. Троицкий С. М., Новлянская Н. Г., Гольдберг Л. А. И. К. Кирилов и его труд «Цветущее состояние Всероссийского государства» // Кирилов И. К. Цветущее состояние Всероссийского государства. — М., 1977. — С. 7)
  5. Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Казань, 1897. Т. 1. с.146.
  6. Русский биографический словарь А. А. Половцова
  7. Пушкин А. С. Сочинения.- Т.IX.- С.100, 101, 111, 451, 452

Һылтанмалар

үҙгәртергә