Соймонов Леонтий Яковлевич
Соймонов Леонтий Яковлевич (? — 1743 йыл[1]) — генерал-лейтенант, Төньяҡ һуғышы (1700—1721) ҡатнашыусыһы, Фарсы походтарында (1722—1723) ҡатнашҡан, Әстерхан губернаторы.
Соймонов Леонтий Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1743 |
Балалары | Агриппина Леонтьевна Соймонова[d] |
Һөнәр төрө | губернатор, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1705 йылда Әстерхан болаһын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1706 буйынса 1 ғинуарынан 1712 йылдың 1 ғинуарына тиклем Леонтеи Яковлевъ сынъ Соимонов «Бояр исемлегендә» телгә алына. Чины (бояр исемлеге буйынса): «из начальных людей», рубрика боярского списка*: «стольники в начальных людях, служил в Болшомъ полку в драгунех».
1700-1721 йылдарҙа Төньяҡ һуғышында, 1722—1723 йылдарҙағы Фарсы походтарында ҡатнашҡан. Һуғыштан ҡайтып килгәндә, батша теләге буйынса Сулак йылғаһы Аграхань йылғаһынан айырылған урында Изге тәре исемле яңы ҡәлғә төҙөргә булалар, подполковник Леонтий Соймонов етәкселеге аҫтында пехота, драгундар һәм казактар корпусы бында ҡалдырыла. Император ҡайтып киткәндән һуң улар ҡәлғәне төҙөп ҡуялар. Ҡәлғә Рәсәй сиктәрен бикләп торорға тейеш була. Артабан подполковник Леонтий Соймонов Изге тәре ҡәлғәһенә комендант итеп тәғәйенләнә.
1729 йылдың 21 мартында полковник (1729 ййылдың 13 февраленән) Соймонов Низовой корпусҡа хеҙмәткә тәғәйенләнә (фарсы походынан һуң 1735 йылға тиклем Каспий диңгеҙенең көнбайыш ярында ҡалдырылған экспедиция ғәскәрҙәре).
1731 йылдың 11 ноябренән 23 декабренә тиклем — Кронштадт коменданты, һуңынан ауырыуы сәбәпле бер йыллыҡ отпускыға ебәрелә.
1733 йылдың 3 апрелендә Л. Я . Соймонов тәьмин итеүселәрҙең береһе менән ҡаҙна иҫәп-хисаптарын тикшереү өсөн комиссияға ебәрелә.
1736 йылдың 26 июлендә Әстерханға ҡалмыҡ эштәре буйынса вәкәләттәре менән вице-губернатор итеп тәғәйенләнә; хеҙмәт урынына килеп етеүгә генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә. 1736 йылдың декабрендә уҡ Әстерхан вице-губернаторы Ф. И. Соймонов сит ил эштәре коллегияһына түбәндәгеләрҙе еткерә: «…известно, что здесь за расходами регулярных (войск) малое число, а нерегулярных не имеется… не употребить ли здесь имеющихся крещеных калмык, купя им от казны лошадей и военное оружие, до 300 человек…».
1736—1737 йылдарҙа — Әстерхан губернаторы. Әстерхан губернаһының хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлә. Ҡалмыҡ улустарына ҡарағалпаҡтар яғынан янаған ҡурҡытыуҙар айҡанлы сит ил эштәре коллегияһы алдында хәрби хеҙмәтeнә ҡалмыҡтарҙы йәлеп итеү тураһында һүҙ ҡуҙғата.
1737 йылда уға ҡалмыҡ урҙаһының ханы Дондукка дипломатик миссия менән барырға тура килә. Дондук Әстерхан һәм Царицынгә күсеп килә, әммә хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнгән урындағы начальниктарҙың ҡыҫымы арҡаһында Кубань аръяғына китергә йыйына. Соймоновтың Дон һәм Волга буйлап ҡалмыҡ ханының улустарына тиклемге сәфәре Коллегияның махсус заданиеһы буйынса ашырыла, ул П. П. Лассиҙың Ҡырым армияһын ҡалмыҡ ғәскәрҙәре менән көсәйтеү мөмкинлеген асыҡлау өсөн бара. Күсмә халыҡтарҙың — башҡорттарҙың һәм ҡалмыҡтарҙың — көнкүреше менән танышҡандан һуң, Соймонов Европа Рәсәйенең көньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш сиктәренә хужа булыуҙа, ҡалмыҡтарҙы Рәсәй подданныйлығына килтереүҙә ҙур роль уйнай, мәҫәлән, хан үҙен Императрицаның вассалы итеп таныуға булышлыҡ итә һәм урыҫ армияһына 1000 ҡалмыҡты ебәрә. 1737 йылдың 4 ғинуарындағы Сенат Указына ярашлы Әстерхан казак ғәскәрендә суҡындырылған ҡалмыҡтарҙан өс йөҙлөк команда төҙөлә.
1737 йылдың ғинуар аҙағында Л. Я. Соймоновҡа Башҡорт комиссияһына мөдирлек һәм ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн ғәскәрҙәр менән етәкселек итеү йөкмәтелә. Уның штаб-фатиры Өфө провинцияһының Минзәлә ҡалаһында урынлаша. 1737 йылдың майында ул Минзәләгә килә. Килеү менән уға полковник Анненков тарафынан башҡорттарға эшкә (ҡоллоҡҡа) бирелгән һалдат Казанцев эше буйынса тикшереү үткәрергә бойорола.
1737 йылдың сентябрендә Татищевтың фекерҙәштәре булған генерал Л. Я. Соймонов һәм ҡәлғә коменданты А. И. Змеев уны яңы ҡәлғәғә һәм яңы ауылға Ставрополь (изге тәре ҡалаһы) исемен бирергә күндерәләр, сөнки был исем ҡәлғәнең тәғәйенлешенә тап килә, тип һанайҙар. Ставрополдең төҙөлөшө[2] 1738 йылда башлана. Ҡәлғә урыҫ коменданты ҡарамағында була һәм Ырымбур губернаторына буйһона, ә ҡалмыҡтар Ставрополь ҡалмыҡ казак ғәскәренә инәләр. Уларға казактарҙың махсус грамотаһы бирелә: һалымһыҙ сауҙа итеү һәм шарап һатыуҙан килем алыу, бынан тыш тағы ла ҡайһы бер ташламалар ҡаралған була.
1738 йылдың мартында Ырымбур комиссияһының баш начальнигы Татищев Василий Никитич һәм Башҡорт эштәре комиссияһы етәксеһе Л. Я. Соймонов бергәләп Өфөлә «башҡа диндәгеләрҙе урыҫ теленә өйрәтеү» өсөн мәктәп ойоштороу буйынса ҡарар сығаралар.
1738—1739 йылдарҙа Л. Я. Соймонов Минзәләлә Өфө воеводаһы С. В. Шемякиндың тикшереү эшен алып бара — ришүәт, ҡаҙнаны талау, башҡорт ауылдарын бөлгөнлөккә төшөрөү тураһында. Татищев Шемякинды вазифаһынан бушата һәм уны судҡа бирә.
1739 йылдың 17 июнендә Ырымбур комиссияһының яңы начальнигы итеп генерал-лейтенант кенәз Василий Урусов тәғәйенләнә. Ул край менән идара итеү буйынса күрһәтмәләр алған һәм Һамарға күсергә әҙерләнгән ваҡытта Башҡорт эштәре комиссияһы Соймонов ҡарамағында була. Соймонов халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл була. Кампанияның иң ҡыҙған, башҡорттар яғынан ҡаршылашыу көтөлгән мәлдә, Санкт-Петербургтан уға уның ғәскәренең бер өлөшөн Төркиә менән һуғышҡа ебәрергә ҡушыла. Башҡортостанда ғәскәрҙен һанын кәметеү крайҙа урыҫтарҙың хәлен ҡаҡшатыуынан хәүефләнеп, Соймонов ғинуар айында Кабинетҡа яҙа: «хотя башкирцы, видя в.и.в-ва оружие, находятся спокойны, и ныне за помощию всемогусчаго творца обстоит благополучно, однакож я, как верный В. И.В-ва раб, чтоб впредь от них ничего противного не чаял, В. И.В-ву донести не могу, понеже всей Башкирии перепись… есче не сочинена. А егда они услышат о выводе полков, то опасно, чтоб как лехкомысленной народ при переписии не пришли в сумнение и паки в замешание и бунт не вступили».
1739 йылдың йәйендә һәм көҙ башында башҡорттар урыҫтарға ҡаршылыҡ күрһәтә алмайҙар тиерлек. Августа бола башланып ҡуя, әммә уны башында уҡ баҫтыралар. Башҡорттарҙың ҡаршылашыуы туҡтатылғас, Соймонов халыҡ иҫәбен алыу эшенә тотона.
1740 йылдың 3 мартында Соймонов Ҡаҙанға вице-губернатор итеп тәғәйенләнә һәм генерал-лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. 1740 йылда генерал-лейтенант Соймоновтың адъютанты итеп тәғәйенләнгән Романов Василий Ивановичтың улы Өфө өйәҙе суды рәйесе була[3]. Ҡаҙан вице-губернаторы Соймонов Өфө өйәҙенә Ҡаҙан өйәҙенән ҡайһы берҙәрҙе күсереп, уларға тарханлыҡты биргәне билдәле[4].
1741—1742 йылдарҙа — Ырымбур комиссияһының начальнигы. Л. Я. Соймонов Ырымбур комиссияһына етәкселекте алыу һәм кисекмәҫтән «указға тиклем» идара итеү тураһында бойороҡ ала. Ул ваҡытта Өфөгә вице-губернатор итеп ебәрелгән П. Д. Аксаков менән һүҙгә килешеүе арҡаһында Соймонов уға йөкмәтелгән Ырымбур комиссияһы эшенә 1742 йылдың 2 февралендә генә тотона ала. Юлда булған саҡта Соймонов Ырымбур комиссияһына Неплюев тәғәйенләнеүе тураһында указ ала, ә ул үҙе Сенатҡа килеп етергә тейеш була. Һамарға 15 февралдә килеп еткәс, П. И. Рычков һүҙҙәренсә, Соймонов, Неплюев килгәнгә тиклем, Ырымбур комиссияһы ҡарамағында булған гарнизон һәм ландмилиц полктарын штаб-һәм-обер офицерҙар менән тәьмин итергә тырыша.
1734 йылда уҡ И. К. Кирилов тарафынан ойошторолған[5] һәм В. Н. Татищев, Л. Я. Соймонов, И. И. Неплюев кеүек кешеләр менән етәкләнгән Ырымбур экспедицияһы (Комиссияһы) картография өлкәһендә почетлы урынды биләй. П. И. Рычков башланғысы менән ялан астрономия-топографик карталарын төҙөү эшен 1741 йылда Ырымбур комиссияһы ҡарамағында булған канцелярияла (Географик Департамент) ул ваҡыттағы начальник Леонтий Яковлевич Соймонов ойоштора. Рәсәйҙә бер губерна ла бындағы һымаҡ геодезик кадрҙар менән тәьмин ителмәй һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, Ырымбур губернаһында һымаҡ, бөтә территорияға һәйбәт карталар эшләП, бай тикшеренеү географик материал туплай алмай. 1741 йылда Географик Департамент булдырыу менән уның етәксеһе булған поручик Алексей Писаревҡа генераль карта төҙөү бурысы йөкмәтелә. Рычков һәм Соймонов инициативаһы буйынса, 1740—1741 йылдарҙа Орскиҙан Һырдаръяға тиклем тиңһеҙ поход ойошторола, уның һөҙөмтәһендә Ырымбур крайының яңы картаһы барлыҡҡа килә. Уны А. Писарев төҙөй, карта өҫтөндә эш 1742 йылда тамамлана һәм Сенатҡа һәм сит ил эштәре коллегияһына ебәрелә[6].
Татищевтың Соймонов тураһында фекере: «Что до усмирения башкирцев принадлежит, — писал он в декабре 1737 года, — то я сердечно оного желаю и крайне прилежу, но как я власти и команды более не имею, что над определенными в порученную мне комиссию, а прочее все в команде генерал-майора Соймонова, и мне ему повелевать нельзя, да я, где у него сколько людей и что их к тому намерение, не ведаю, хотя я неоднократно репортом не яко командир, но токмо мне для известия требовал, но не получил, а без того мне порядочно рассудить не можно. Он (Соймонов) человек добрый и служил довольно, но притом в рассуждении весьма медлен и к произвождению холодноват, и для того, может, не все так делается, как надобно, а мне более делать нечегой[7]».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Акманов И. Г. Соймонов Леонтий Яковлевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ставрополь находился на этом месте до лета 1953 года, когда в связи со строительством Волжской ГЭС он был перенесен, а место, где он стоял, затоплено водами Куйбышевского водохранилища. 28 августа 1964 город был переименован в Тольятти. Город святого креста
- ↑ ИСТОРИЯ ЗАСЕЛЕНИЯ УФИМСКОГО КРАЯ 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ ТАРХАН — в феодальном обществе: титул человека, ханским указом освобождавшегося за особые заслуги от податей и наделявшегося различными привилегиями; князь, правитель.
- ↑ В 1731 году хан Младшей казахской орды Абулхаир обратился с прошением «о принятии его со всею тою Меньшею ордою в российское подданство» и о постройке в устье реки Орь русского города для активизации торговли. Этого добился тот же Тевкелев, много лет проведший то послом, то заложником в казахских степях. Статский советник И. К. Кирилов выступил инициатором организации Оренбургской экспедиции, перед которой была поставлена задача окончательно включить Башкирию в систему российского государства и наладить взаимодействие с присоединившейся к империи казахской ордой. Сам Кириллов рассматривал укрепление степной границы как предварительный этап в осуществлении далеко идущих замыслов: продвижения юго-восток вплоть до Индии и «отворения полезной коммерции на всю полуденную Азию». Зауральская степь — пылающая земля
- ↑ «Посвящается создателям карт» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ История России с древнейших времен. Продолжение царствования императрицы Анны Иоанновны
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Семёнов В. Г. Леонтий Яковлевич Соймонов, начальник Оренбургской комиссии в 1741—1742 годах / Авт.-сост.: В. Г. Семенов, В. П. Семенова // Губернаторы Оренбургского края. — Оренбург, 1999.
- Оренбургская биографическая энциклопедия. — Оренбург : Оренбургское книжное издательство ; М. : Русская книга, 2000. — 336 с.
- Семёнов В. Г. Губернаторы оренбургского края / В. Г. Семёнов, В. П. Семёнова. — Оренбург : Оренбургское книжное издательство, 1989. — 400 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Акманов И. Г. Соймонов Леонтий Яковлевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Описание похода государя императора Петра Великого к лежащим при Каспийском море персидским провинциям.
- МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ НОВОЙ ИСТОРИИ КАВКАЗА
- Из донесения астраханского губернатора Л. Соймонова в Кабинет императрицы. Анны Ивановны о междоусобной борьбе и положении в Большой Кабарде. 1736 г. декабря 31-го.
- ЛИЧНЫЕ ПЕЧАТИ.ГЛАВНЫЕ ГОРНЫЕ КОМАНДИРЫ.
- Дочь и внучка генерала Соймонова 2010 йыл 1 ноябрь архивланған.
- Соймонов Леонтий Яковлевич
- Ставрополь-на-Волге
- Развитие земледелия у западных башкир в XVIII веке 2016 йыл 4 март архивланған.
- СОЙМИНО (Соймоново, Архангельское, Вершаут) Лопатинский район Пензенской области 2011 йыл 3 июль архивланған.