Әликәш Һөйөндөков

Әликәш Һөйөндөков (Әликәй; 16791755) — башҡорт старшинаһы. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе.

Әликәш Һөйөндөков
Тыуған көнө

1679({{padleft:1679|4|0}})

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы

Вафат булған көнө

1755({{padleft:1755|4|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Шелехмет ауылы

Атаһы

Һөйөндөк

Биографияһы

үҙгәртергә

Әликәш Һөйөндөков сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Бөрйән улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1755 йылдың мартында үҙенең улы Бикбулат Арҡаев (Әликәшев) менән бергә Батырша ахунға ихтилалды әҙерләү эшендә ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт итеп хат яҙа.

1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә ихтилал тоҡана: Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалана. 18 майҙа баш күтәреүселәр Иҫәт трактының Сапсал ямын һәм Брагиндың ихатаһын талай. Ырымбур губернаһы губернаторы Неплюев Иван Иванович баш күтәреүселәргә ҡаршы подполковник Исаков етәкселегендәге команданы, ә һуңыраҡ бригадир Бахметев командалығындағы 1300 регуляр һалдаттарҙы һәм казактарҙы ебәрә. Карателдәр бөтә халыҡты талай һәм эҙәрлекләй башлай, ҡайһыларын язаға тарттыра[1].

1755 йылдың май аҙағнда Әликәш Һөйөндөков ғәйебен танып властар ҡулына бирелә, ҡулға алына һәм Ырымбур төрмәһенә ябыла. Күп язалауҙарға дусар ителә, артабан Мәскәүгә ебәрелә һәм юлда Ырымбур губернаһының Шелехмет ауылында һәләк була. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ырымбур төрмәһендә үлә[2].

Ул старшина вазифаһын биләгән осорҙа уның исеме буйынса Бөрйән улусның Әликәш ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Буранбай ауылы) аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә