Әйүкә
Әйүкә (1642—1724) — дүртенсе төп ҡалмыҡ тайшаһы (юлбашсы) (1672—1690), Торгут ырыуы вәкиле, беренсе ҡалмыҡ ханы (1690—1724), Мончактың[3] өлкән улы һәм вариҫы, Дайчин менән Эрдэни-Батурҙың ейәне.
Әйүкә | |
ҡалм. Аюши | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1642[1][2] |
Тыуған урыны | Джунгария[d], Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Ҡытай |
Вафат булған көнө | 1 (12) март 1724[1] |
Атаһы | Мончак[d] |
Хәләл ефете | Дармабала[d] |
Балалары | Церен-Дондук[d] һәм Чакдор-Джаб[d] |
Һөнәр төрө | Хан (дәрәжә) |
Биләгән вазифаһы | калмыцкий хан[d] |
Биография
үҙгәртергәҠалмыҡ ханының бала сағы Жунгарияла үтә. Ысын исеме Әйүши (Амитаюс будданың исеменән ҡыҫҡартып алынған), әммә рус тарихына Әйүкә тип ингән. 1654 йылда Дайчин олатаһы менән Иҙел буйына килә. 1672 йылда атаһы Мончак үлгәндән һуң, ағалары һәм башҡа туғандары ярҙамында Ҡалмыҡ урҙаһының төп башлығы (тайша) тип иғлан ителә.
Әйүкә Волга буйы ҡалмыҡтарын берләштереп, үҙ биләмәләрен күпкә киңәйтә. Ул хаҡимлыҡ иткән осорҙа Жунгариянан Волга буйына уның бер туған инәһе Дорчжи Рабтан бер мең торгоут менән күсенә. Торгоуттар Әйүкәнең хакимлығын танып, Ҡалмыҡ улусы һанын арттыра. Һуңғараҡ Әйүкә Кубань нуғайҙарына хәрби походын уңышлы тамамлай. Ике ай буйына ҡаршы торған нуғайҙар ҡалмыҡтарға баш һала.
Әйүкә Рәсәй батшалығына ҡарата үҙ аллы сәйәсәт алып бара: кемеһе менәндер яҡшы мөнәсәбәттә булһа (мәҫәлән, Һарытау коменданты Д. Е. Бахметьев), шул уҡ ваҡытта ул башҡалары менән дошманлаша.
Рәсәй властары түбәнге Иҙел буйында үҙ йоғонтоһон нығытыу маҡсатында Әйүкәне һәм уның ғәскәрҙәрен Әстерхан (1705—1706) һәм Булавин (1707—1709) ихтилалдарын, шулай уҡ Төньяҡ һуғышын (1700—1721) баҫыуҙа файҙалана.
Рус батшалығы миенән тыныс мөнәсәбәттәрен тергеҙгән Әйүкә ҡаҙаҡтар, төркмәндәргә хәрби яу башлай, мангышлак төркмәндәренең бер өлөшөн Иҙел буйына күсерә. Шул уҡ мәлдәрҙә уның һуғыштары дағстандарға, ҡумыҡ, ҡабарҙы һәм кубандарға ҡаршы уңышлы үтә.
1690 йылда Далай-лама ҡалмыҡ башлығы Әйүкәгә хан титулы бирә.
Ҡалмыҡ ханы жунғар хандары менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлай. Үҙенең ҡыҙын Цэван Рабдан ханға кейәүгә бирә. 1697 йылда Әйүкә хан кенәз Борис Голицын менән осраша һәм Мәскәү менән яңы килешеү төҙөй. Был килешеү шарты буйынса ул бохара, ҡараҡалпаҡ һәм ҡырғыҙҙарға ҡаршы һуғышыуҙы үҙ өҫтәнә ала, ә рустар ҡалмыҡтарға пушка һәм дары вәғәҙә итә.
1707 йылда Әйүкә рус хөкүмәтенә чечен, ҡумыҡ һәм нуғайҙарға ҡаршы үҙ ғәскәрен биреүҙән баш тарта. Яңы башҡорт ихтилалы (1704—1711) мәлендә Әйүкәнең дербет тайшаһы Мунке Темур Пенза һәм Тамбов губернаһында йөҙҙән ашыу рус ауылын яндыра, халҡын әсирлеккә ала. Рус хөкүмәте Әйүкәгә аңлатыу өсөн Петр Апраксинды ебәрә. Аҙаҡ, 1720 йылда Пётр I бойороғо буйынса ул Башҡортостанға һәм Дон буйына ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн үҙ ғәскәрҙәрен ебәрә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Аюка (урыҫ) // Русский биографический словарь — СПб.: 1900. — Т. 2. — С. 366—368.
- ↑ Аюка (урыҫ) // Военная энциклопедия — СПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1911. — Т. 3. — С. 311.
- ↑ Аюка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Сығанағы
үҙгәртергә- Аюка // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб., 1900. — Т. 2: Алексинский — Бестужев-Рюмин. — С. 366—368.
- К. Д. Э. Аюки // Энциклопедический лексикон: В 17 тт. — СПб.: Тип. А. Плюшара, 1835. — Т. III: АРА—АФО. — С. 524—527.
- Лари Илишкин, Знаменитые калмыки прошлого, Элиста, 2010, стр. 8 — 14
- Цюрюмов А. В. Калмыцкое ханство в составе России: проблемы политических взаимоотношений. — Элиста: Джангар, 2007.
- Шовунов К. П. «Очерки военной истории калмыков (17-19 вв.)».
Ҡалып:ВТ-ЭЛ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аюка-хан, современник Петра I 2012 йыл 24 август архивланған.
- Аюка, Аюкай
- Аюка-хан 2013 йыл 17 июнь архивланған.
- Аюка-хан: человек и политик