Әхмәҙулла
Викидатала элемент тултырылмаған |
Әхмәҙулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Әхмәҙулла исеме бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәӘхмәҙулла исеме башҡорт теленә ғәрәптәрҙән ингән. Әхмәҙиә (маҡтаулы, данлыҡлы; ислам динен тотҡан, мосолман) һәм улла (Алла) һүҙҙәре ҡушып яһалған. Алланың маҡтаулы, тәҡеүәле бәндәһе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӘминев Әхмәҙулла Сәләхетдин улы (1905 йыл — 1944 йыл 8 апрель, Ҡырым АССР-ы Күл ауылы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.
Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы (рус. Амангильдин Ахмадулла Гудлатович; 1921 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы. Гвардия кесе сержанты.
Һәйетҡолов Әхмәҙулла Ибраһим улы (рус. Саиткулов Ахмадулла Ибрагимович; 1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. 1943 йылдың 22 мартында яуҙа хәбәрһеҙ юғала.
Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы (1910 йыл — 9 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сапёр-шартлатыу взводы сапёры, гвардия ҡыҙылармеецы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Әбделмәнов Әхмәҙулла Фәйзрахман улы (рус. Абдульманов Ахмадулла Файзрахманович; (1914 йыл — 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Әхмәтшин Әхмәҙулла Әхмәтша улы (1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры.
Мәтинов Әхмәҙулла Хәсән улы (1917 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы кавалерия полкы отделениеһы командиры.
Сабитов Әхмәҙулла Нурғәли улы (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса Нурулла, Нуриман улы) (1905 йыл — 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерисы, ҡыҙылармеец.
Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы (рус. Сарлыбаев Ахметдулла Харрасович; 1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
Фамилияла
үҙгәртергәӘхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы (Фәтхи Әхмәт улы Әхмәҙуллин, 1895—1938) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл — 16 ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл — 16 ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы (1905 йыл — 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның байраҡсыһы, өлкән сержант, ВКП(б) ағзаһы, 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946).
Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы (4 ғинуар 1904 йыл — 7 декабрь 1968 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, адъютант, ҡыҙылармеец.
Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы (1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |