Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шаймуратовсы, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры

Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры[1][2][3].

Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2][3]. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2]. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1942 йылдың 15 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1942 йылдың 15 декабрендәге 292-се һанлы подразделение приказы)[1][2][3]. Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 1942 йылдың 21-24 ноябре. Наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар бар:

  Пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1942 йылдың 21-24 ноябрендәге һуғыштарҙа үҙенең пулемет уты менән бер нисә тапҡыр һөжүмгә күскән дошман пехотаһын ҡыуып ебәрҙе, шул ваҡытта дошмандың егерменән артыҡ һалдатын һәм офицерын юҡ итте.  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә