Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның байраҡсыһы, өлкән сержант, ВКП(б) ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары

Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы (1905-1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның байраҡсыһы, өлкән сержант, ВКП(б) ағзаһы, 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].

Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Яңы Аҡтанышбаш, Шушнур ауыл советы, Краснокама районы, СССР
Вафат булған көнө февраль 1943
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы 1905 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған[1][2]. 1927 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында. Хәрби бурысын Төркөстанда үтә, сик буйы һағында пулеметсы булып хеҙмәт итә, басмачтар менән көрәшә, яралана[1]. Граждандар һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].

1929 йылдан БАССР-ҙың Краснокама районы Урал ауылы «Бүләк» колхозы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан рәйесе. 1938 йылдан район башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире. 1942 йылда яңынан «Бүләк» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].

1942 йылдың ғинуарында Краснокама район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 9-сы запастағы кавлерия полкына (Туймазы) ебәрелә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294‑се кавалерия полкында пулемет эскадронында хеҙмәт итә. Эскадрон партия ойошмаһы секретары, дивизияның байраҡсыһы була[1][2].

1943 йылдың февралендә дошмандар тарафынан көслө һаҡланған тимер юл күперен юҡ итеү буйынса приказды үтәгәндә һәләк була. Чернушки ауылы эргәһендә ерләнгән[1]. Икенсе мәғлүмәт буйынса 1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт 5-тә дивизия яугирҙәре дошман тылын йырып сығыу өсөн ҡаты һуғыш алып бара. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин шул һуғышта генерал Шайморатов менән бергә һәләк була. Он похоронен в братской могиле на территории Луганск өлкәһе биләмәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

2020 йылдың 1 декабрендә Яңы Аҡтанышбаш ауылында легендар 112-се Башкҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улына һәм Нурғәлиев Хәнәфи Нурғәле улына мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә. Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы хөрмәтенә мемориаль таҡта Мәҙәниәт һарайы бинаһына ҡуйыла[3]. С. Р. Ҡадыровтың «Через огни и воды» китабында телгә алына[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә