Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры
Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы (1910 йыл — 9 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сапёр-шартлатыу взводы сапёры, гвардия ҡыҙылармеецы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны |
Туймазы районы Түбәнге Бишенде, Үрге Бишенде ауыл советы, Туймазы районы |
Вафат булған көнө | 9 апрель 1944 |
Вафат булған урыны | Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | сапёр |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәҙулла Ғәзиз улы Рәхмәтуллин 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районының Түбәнге Бишенде ауылында тыуа. 1941 йылдың ноябрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се кавалерия полкының сапер-шартлатыу взводы саперы булып хеҙмәт итә[1].
Батырлығы
үҙгәртергә1943 йылда Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү ҡағыҙында уның тураһында былай тип яҙыла:
Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә ҡыйыу, дисциплиналы, ныҡлы яугир итеп күрһәтә. Дошман тылында рейдта булып, ул бөтә һөжүм итеү- оборона һуғышы операцияларында әүҙем ҡатнаша, дошман уты аҫтында Чернухино ауылында дошман яғынан беҙҙең оборонаға килгән юлдарҙы миналай, танкҡа ҡаршы 20-гә яҡын мина һала. Рейд ваҡытында өс немец һалдатын яралай һәм юҡ итә. Полкта уның ойошторолыуынан алып хеҙмәт итә.[2] |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Рахматуллин Ахмадулла Газизович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Память народа. Рахматуллин Ахмадулла Газизович. Медаль «За отвагу»