Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы

112-се (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы (1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].

Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Ҡарамалы, Аҡбирҙе ауыл Советы (Иглин районы), Иглин районы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәҙуллин Ғабдрахман Хәйрулла улы 1911 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡарамалы ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһы Ленин районы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Киров районы) хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2].

16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62‑се гвардия кавалерия полкында 76-мм батарея старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылдың 8 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 16.02.1945, 17.02.1945. 1945 йылдың 8 апрелендә подразделениеның 22/н номерлы приказы[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә