Щучье районы (рус. Щучанский район) — Рәсәй ФедерацияһыҠурған өлкәһендәге административ-территориаль берәмек (район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).

Щучье районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1923
Рәсем
Рәсми атамаһы Щучанский сельский район, Щучанский район, Щучанский район һәм Щучанский муниципальный округ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәк Щучье (Ҡурған өлкәһе)[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡурған өлкәһе[1]
Халыҡ һаны 19 844 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Административ рәүештә бүленә Городское поселение город Щучье[d][1], Белоярский сельсовет[d][1], Варгановский сельсовет[d][1], Зайковский сельсовет[d][1], Каясанский сельсовет[d][1], Майковский сельсовет[d][1], Медведский сельсовет[d][1], Николаевский сельсовет[d][1], Нифанский сельсовет[d][1], Песчанский сельсовет[d][1], Петровский сельсовет[d][1], Пивкинский сельсовет[d][1], Пуктышский сельсовет[d][1], Сухоборский сельсовет[d][1], Тунгуйский сельсовет[d][1], Чистовский сельсовет[d][1] һәм Чумлякский сельсовет[d][1]
Майҙан 2809 км²
Рәсми сайт щучанский-район.рф
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Щучанском районе[d]
Карта
 Щучье районы Викимилектә

Административ үҙәге — Щучье ҡалаһы.

Географияһы үҙгәртергә

Ҡурған өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡатай, Далмат, Шумихинск, Әлмән һәм Сафакүл райондары, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Райондың дөйөм майҙаны 2858 км², төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 110 километрға һәм көнсығыштан көнбайышҡа 60 километрға һуҙылған. Район биләмәһен көнбайыштан көнсығышҡа табан тарихи Транссебер тимер юл магистрале һәм Р-254 «Иртыш» федераль автомобиль юлы киҫеп үтә.

Район территорияһында 11-ҙән ашыу таш быуат торамаһы (неолит-энеолит), утыҙҙан ашыу бронза дәүере ҡомартҡылары, биш иртә тимер быуат һәм урта быуат ҡомартҡыһы теркәлгән. Улар араһында Белояр, Кузнецов, Красноярск ауылдары, Алакүл һәм күп ҡатламлы ҡәберлектәр асылған Сүмләк ауылы.

Районы территорияһында Щучье тәбиғи (зоология) дәүләт тыйыулығы урынлашҡан[3]. Майҙаны 11670 гектар.

Районда 140-лап ҙур һәм бәләкәй күл бар. Район үҙәгенең үҙендә ете күл.

Тарихы үҙгәртергә

Район ВЦИК-тың 1923 йылдағы 3-сө һәм 12 ноябрь ҡарарҙары нигеҙендә Урал өлкәһенең Силәбе округы составында ойошторолған. Уның составына 18 ауыл Советы ингән.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]20042009[5]2010[6]2011[7]2012[8]2013[9]
26 39226 84225 21623 54723 48322 88122 396
2014[10]2015[11]
21 91521 354
Урбанизация

Район халҡының 49,39 % ҡала шарттарында (Щучье ҡалаһы) йәшәй.

Милли составы

Район халҡы — 22 881 кеше (2012), нигеҙҙә, урыҫтар. Шулай уҡ ҙур өҫтөнлөк менән башҡорттар булған тораҡ пункттары бар (Арыҫлан ауылы). Башҡорттар шулай уҡ Каясан(Ҡуйһаҙан) , Нифанка ,Төңгөй, Сухоборское, Даньково (Дәңкәү) һәм Куликово ауылдарында ярты йә өстән бер өлөшөн тәшкил итәләр .Бынан тыш, шулай уҡ татарҙар - 1000-гә яҡын кеше - күбеһе Курорт-Озеро , Каясан һәм Майка аулдарында урыҫтар һәм башҡорттар менән бергә йәшәйҙәр.Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре -украиндар, удмурттар, ҡаҙаҡтар, коми-пермдәр, әрмәндәр, немецтар һ. б.йәшәй.

Территориаль ҡоролошо үҙгәртергә

Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә район 1 ҡала һәм 15 ауыл Советы административ-территориаль берәмектәренә бүленгән[12][13]

Муниципаль ҡоролош сиктәрендә муниципаль районға 16 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе һәм 15 ауыл биләмәһе инә[14].

Щучье районында 54 тораҡ пункты бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Постановление Правительства Курганской области от 26.06.2002 года № 251
  4. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  5. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  7. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  12. Закон Курганской области «Об административно-территориальном устройстве Курганской области»
  13. Устав Курганской области
  14. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»

Һылтанмалар үҙгәртергә