Ғәҙелгәрәй
Ғәҙелгәрәй (рус. Гадельгареево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Кейекбай ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 435 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819003.
Ауыл | |
Гадельгареево башҡ. Ғәҙелгәрәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453588 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кейекбай): 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 175 км
Ғәҙелгәрәй ауылы Ағиҙел ҡушылдығы Шүлгән йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көнбайышҡа 32 километр һәм тимер юл станцияһы Белореттан көньяҡ-көнбаышҡа табан 175 километр алыҫлыҡта, «Алтын солоҡ» ҡурсыулығы (заказник) территорияһында урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәҒәҙелгәрәй ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл XIX быуаттан йәғни 1816 йылдан билдәле. Шулай уҡ Әҙелгәрәй, Шүлгән атамалары менән дә теркәлгән. Бындағы халыҡ башлыса ярымкүсмә малсылыҡты үҙ иткән.
1842 йылда 213 кешегә 112 бот яҙғы иген сәселгән. 1859 йылда ауылда — 330 кеше йәшәгән.
1865 йылда Ғәҙелгәрәй ауылындағы 21 йортта 271 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1926 йылғы тәүге совет йәниҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 447 кеше теркәлгән.
2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г. Р, Юлдыбаева Г. В. хәҙерге замана кешеләренән Шүлгәнташ һәм уға бәйле легендаларҙы яҙып алғандар. 11 ауылда халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының традицион жанрҙары, легендалар һәм риүәйәттәр, һаман да тере һәм бай йөкмәткеле булыуы асыҡланды. Шулар араһында «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Легендалар
үҙгәртергәҒәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы (1965 йылғы) Хәйбулла исемле бабайҙан ишеткәнен яҙҙырған. Шүлгән ауылының исеме (рәсми атамаһы — Ғәҙелгәрәй) легендаһын ошолай тип һөйләгән икән бабай: "Бер бай кеше йәшәгән икән, ти. Кешеләр унан бик ҡурҡҡан икән. Сөнки ул бик уҫал булған. Ауылдаштары уның исемен дә әйтергә ҡурҡҡан, ти. Уның тураһында һүҙ сыҡһа, уны «шул бай» (тот богач — Х. Г.)тип кенә атар булғандар. Ошо бай йылғала батып үлгән. Һәм был йылғаны ла «Шул улгән» (Тот умер — Х. Г., Ю. Г.) тип йөрөтә башлағандар. Һуңынан был атама ауыл исеме булып ҡулланыла башлаған. Бай батып үлгән йылға ер аҫтына инеп юғала, шунан мәмерйәгә ингән ерҙә ҡабат ер өҫтөнә килеп сыға. Шуның өсөн мәмерйә лә "Шүлгән"тип атала. Шулай итеп, Шүлгән йылғаһы ла, Шүлгән ауылы ла, Шүлгән мәмерйәһе лә бер үк исем менән бәйләнгән".
Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы һөйләгән икенсе легенда ла бик ҡыҙыҡ: «Беҙ бәләкәй саҡта мәмерйәне «таш өй» тип йөрөтәләр ине. Мәмерйәгә алып ингән өлкәндәр, бында ҡасандыр кешеләр йәшәгән, тип һөйләй торғайны. Мәмерйәләге стена буйында тигеҙ генә бер таш бар, шунда китаптар һалғандар, китапхана булған. Ә тигеҙ ҙур залда кешеләр бейегәндәр, күңел асҡандар, имеш. Быны мин өлкәндәрҙән ишеттем».
Быға тиклем баҫылған материалдарҙа был мәғлүмәт юҡ, был фаразды экскурсиялар уҙғарған гидтар ҙа һөйләмәй.
- Ауыл тарихы тулыраҡ[4]
Ғәҙелгәрәй мәктәбе
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта ауылда Ырғыҙлы урта мәктәбе филиалы — Ғәҙелгәрәй төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].
- Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ. Төҙөүселәр: Миңнәхмәт Йомағужин, Гөлнәзирә Сәғитова[6]
Ғәҙелгәрәй ауылында медицина
үҙгәртергә- Миннәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләгән материалдар[7]
Балалар баҡсаһы
үҙгәртергә- Миңнәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләнгән материалдар[8]
Мәсет тарихы
үҙгәртергә- Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[9]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[10] | 2009[10] | 2010[1] |
441 | ↗508 | ↘435 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (98 %)[10].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 354 | ||||
1920 йыл 26 август | 447 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 150 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 129 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 403 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 441 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 435 | 223 | 212 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы — (14 июнь 1963 йыл) — ғалим-биолог. 2005—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013 йылдан филиал директоры; 2016 йылдан Шүлгәнташ дәүләт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2014), профессор (2015).
- Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы (22 ноябрь 1914 йыл — 9 август 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы кавалеры.
- Солтанбаев Шәрифйән Дәүләтбай улы (12 июнь 1924 йыл — 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә «Дан» ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы кавалеры.
- Сафин Зәки Йәләлитдин улы (22 май 1921 йыл —1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Японияны еңгән өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары кавалеры.
Урамдары
үҙгәртергә- Антон урамы (рус. Антона (улица)
- Әхмәтйән урамы (рус. Ахмедьяна (улица)
- Бикйән урамы (рус. Бикьяна (улица)
- Тау урамы (рус. Горная (улица)
- Дәүләтгәрәй урамы (рус. Давлетгарея (улица)
- Ҡурсаулыҡ урамы (рус. Заповедная (улица)
- Майҙан урамы (рус. Майдан (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молоджная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Шүлгән урамы (рус. Шульгана (улица)[11]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергә- Атай — олатайҙарҙың төйәге[12]
- Йомағужин Миңнәхмәт Ғилметдин улы һәм Айсығолов Рауил Тимерйән улы йыйған материалдар буйынса ер-һыу атамалары[13].
- Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендә ЮНЕСКО тарафынан донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип танылған Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Шулай уҡ Космонавтар мәмерйәһе бар.
- Видео. (Сәғитова Шәүрә Айҙар ҡыҙы, Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы)[14]
-
Билал мәсете
-
Ғәҙелгәрәй ауылы мәҙәниәт йорто
Матбуғатта
үҙгәртергә- 10 февраль 2022 йыл Яҙмыш уны күп һынаны
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәҙелгәрәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б. Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ғәҙелгәрәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылы_тарихы
- ↑ Ғәҙелгәрәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғәҙелгәрәй мәктәбе
- ↑ Ғәҙелгәрәй ауылында медицина
- ↑ https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылында_балалар_баҡсаһы
- ↑ https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылында_мәсет
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Улицы
- ↑ Атай — олатайҙарҙың төйәге
- ↑ Ғәҙелгәрәй ауылы ер-һыу атамалары
- ↑ Сәғитова Шәүрә Айҙар ҡыҙы, Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ғәҙелгәрәй Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |