Викидатала элемент юҡ

Ғәбит (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәбит исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, баш эйеусе, хеҙмәтсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ғәбит сәсән, Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856 йыл1921 йыл) — атаҡлы башҡорт сәсәне.

Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24 февраль 1921 йыл — 11 апрель 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты

Ғәбит Вәлитов (1792 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Фамилияла

үҙгәртергә

Ғәбитов Илдар Исмәғил улы (22 декабрь 1963 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (5 май 1886 йыл — 14 апрель 1938 йыл) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғәбитов Риф Фәтих улы 5 декабрь 1952 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 2000—2004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25 ноябрь 1939 йыл) — уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.

Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25 ноябрь 1913 йыл — 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.

Ғәбитов Фәрит Фатих улы (20 апрель 1937 йыл — 12 ноябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2014—2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы (1916 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)

Ғәбитов Ғимран Хәмит улы (20 март 1958 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 2011 йылдың мартынан Башҡортостан Республикаһы Архангел районы хакимиәте башлығы. 2004—2007 йылдарҙа «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, 2007—2008 йылдарҙа Ырымбурҙағы «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының фән буйынса урынбаҫары.

Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (13 ғинуар 1925 йыл — 10 октябрь 2010 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1966 йылдарҙа Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы, экскаватор машинистары звеноһы бригадиры, артабан 1982 йылға тиклем участка механигы, смена начальнигы, тау мастеры, карьер оҫтаһы, электромеханик. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ