Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы (1916 йыл - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[1].

Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы
Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы 1916 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуа[2]. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала. 15 йәшенән колхозда мал көтә башлай. Һуңынан колхоз «Ҡыҙыл байраҡ» промколхозы тип үҙгәртелә. Мансур ҡап, септә һуға, дуға бөгә, көрәк, күнәк эшләй. 1941 йылдың декабрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Дим станцияһында тиҙләтелгән программа буйынса хәрби әҙерлек үтә һәм 1942 йылдың апрель башында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡа инә[3]. Дон фронты составында Воронеж йүнәлешендә ҡаты бәрелештә 9 июнь көнө беренсе тапҡыр ауыр яра ала. Тамбов ҡалаһында 3 ай госпиталдә дауаланып сыҡҡас, Курск дуғаһы йүнәлешенә ебәрәләр. Курск фронты 28364-се уҡсылар дивизияһының 6-сы гвардияһы составында һуғыша. Аяуһыҙ алыштарҙың береһендә Мансур Ғәбитовтың уң яҡ күҙе яралана. Рязань ҡалаһында ай ярым дауаланып сыҡҡас бер айға отпуск бирәләр. Аҙаҡ тағы ла фронтҡа китә. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнаша. Немецтарҙы Польша еренә тиклем ҡыуып сығарғас, яңынан Ленинградҡа килеп хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда тыуған ауылы Ғәлиәкбәргә әйләнеп ҡайта. Промартелдә бригадир, аҙаҡ һатыусы ла булып эшләй. Ҡатыны Йәнғәлина Мәрйәм менән 3 ҡыҙ, 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы СССР оборона министры тарафынан 1985 йылдың 6 апрелендә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә