Викидатала элемент юҡ

Ғүмәр — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология үҙгәртергә

Ғүмәр (Ғөмәр) исеме ғәрәп теленән ингән. Уңышлы, оҙаҡ йәшәүсе тигән мәғәнәлә[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Әбү Хафс Ғүмәр ибн әл-Хәтта́б әл-’Әҙәби әл-Ҡөрәейши (ғәр. أبو حفص عمر بن الخطاب العدوي القرشي‎; Мәккә — 3 ноябрь 644, Мәҙинә) — икенсе хәлифә (634—644), күренекле дәүләт эшмәкәре. Шулай уҡ Ғүмәр ибн әл Хәттаб әл Фәрүҡ (ғәр. عمر ابن الخطاب‎) һәм Ғүмәр I исемдәре мәнән билдәле.

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (29 июнь 1893 йыл — 6 апрель 1946 йыл) — табип-хирург, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919—1928 йылдарҙа БАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.

Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы (15 декабрь 1929 йыл — 30 октябрь 2020) — йырсы. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1969—1992 йылдарҙа СССР Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020).

Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28 сентябрь 1951 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).

Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (22 октябрь 1923 йыл — 19 ноябрь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Майор. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ғүмәр Хәйәм, Ғүмәр Хәйәм Нишапури (фарс. عُمَر خَیّام نیشابورینیشابوری عُمَر خَیّامфарс. عُمَر خَیّام نیشابوری; 18 май 1048 йыл, Нишапур — 4 декабрь 1131 йыл[5], шунда уҡ) — фарсы философы, математик, астроном һәм шағир. Алгебраға кубик тигеҙләмәләр классификациялауҙы төҙөү һәм уларҙы конус киҫелештәр ярҙамында сисеү юлын табыу менән ҙур өлөш индергән. Бөтә донъяла күренекле шағир һәм философ булараҡ билдәле. Ул шулай уҡ Иранда һәм Афғанстанда хәҙерге ваҡытта ҡулланылған иң теүәл календарҙар төҙөүсе булараҡ билдәле[7] Мозафар әл-Асфизарь һәм Абдуррахман әл-Хазини исемле ғалимдар — Хәйәмдең шәкерттәре.

Ауылдар үҙгәртергә

Иҫке Ғүмәр (Башҡортостан) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.

Яңы Ғүмәр — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.

Ғүмәр (Кушнаренко районы) (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.

Ғүмәр (Мәсетле районы) (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Дыуан-Мәсетле ауыл Советына ҡарай.

Ғүмәр (Благовещен районы) (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл.

Ғүмәр (Борай районы), Ғүмәр (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Ғүмәр (Баймаҡ районы) (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Ғүмәр (Дәүләкән районы) (рус. Гумерово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Ғүмәр (Йылайыр районы) — Йылайыр районы Юлдыбай ауылының икенсе атамаһы

Ғүмәр (Ишембай районы) (рус. Гумерово), Бүжәтау — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.

Иҫке Ғүмәр (Ырымбур өлкәһе) (рус. Старогумирово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ғүмәр тораһы II — Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел мәҙәниәте б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ