Ғүмәр тораһы II
Ғүмәр тораһы II - Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел мәҙәниәте б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1].
Ғүмәр тораһы II | |
Урын | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй һәм Мәсетле районы |
---|
Тарихы
үҙгәртергәАсыш авторы
үҙгәртергәII Ғүмәр тораһын археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю.А.Морозов тарафынан асылған. Башҡортостандың археологик ҡомартҡыларын тәрән өйрәнеп, ул 1977 йылда Мәскәүҙә «Ағиҙел-Яйыҡ йылғалары араһы бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең тарихы» (рус. «История племен срубной культуры Бельско-Уральского междуречья») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт яҙған. 300‑гә яҡын археологик ҡомартҡыны, шул иҫәптән II Ғүмәр тораһын да асҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҒүмәр тораһында кешеләр II б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарҙа йәшәгән тип фараз ителә.
Тора Мәсетле районы Ғүмәр ауылы янында Әй йылғаһы буйында, уның уң ярында урынлашҡан.
Археолог Ю.А.Морозов уны 1968 йылда аса һәм фәнни нигеҙҙә өйрәнә.
1972 йылда тора ҡабаттан тикшерелә. Ҡаҙыныу эштәре башҡарыла, 60 м² майҙанда тикшеренеү үткәрелә.
Ҡаҙып сығарылған тупраҡта керамика, слюда һәм тальк ҡушып яһалған балсыҡ әйберҙәр ҡалдыҡтары, батынҡы өсмөйөш семәрҙәр, тулҡынлы һыҙыҡтар төшөрөлгән түңәрәк төплө һауыттар табыла. Һауыттарҙы тешле штамп баҫып та биҙәгәндәр.
4 уҡ башағы, 117 бысаҡҡа оҡшаш пластина, 5 нуклеус, 14 ҡырғыс һәм шыршы биҙәге төшөрөлгән кәмә рәүешендәге тальк “үтек” - йәмғеһе 447 таш әйбер табылған.
Табылған артефакттар бында йәшәгән халыҡтың балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтә. Улар Урал аръяғы халҡы, шулай уҡ Суртанды мәҙәниәте вәкилдәре менән бәйләнештәр булыуын раҫлай.
Ғүмәр тораһы II материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана[2]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[3]..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғүмәр тораһы II//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
- Овсянников В. В. Морозов Юрий Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Археологические памятники//Башкирская энциклопедия 2020 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л.А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л.А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Морозов Ю.А. Материалы по каменному веку Уфимского плато //Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992.