Викидатала элемент юҡ

Ғимран (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

үҙгәртергә

Ғимран ғәрәп теленән — культуралы[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы (?—1918) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Яҡупов Ғимран Гәрәй улы (1913 йыл — июль, 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙылармеец. Һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе була.

Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы (21 декабрь, 1918 йыл — 6 февраль, 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған

Ғәбитов Ғимран Хәмит улы (20 март 1958 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 2011 йылдың мартынан Башҡортостан Республикаһы Архангел районы хакимиәте башлығы. 2004—2007 йылдарҙа «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, 2007—2008 йылдарҙа Ырымбурҙағы «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының фән буйынса урынбаҫары.

Ғимранов Мансур Ғимран улы (13 август 1917 — 8 ғинуар 2009) — ғалим-микробиолог, медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Ғимранов Мансур Ғимран улы (13 август 1917 — 8 ғинуар 2009) — ғалим-микробиолог, медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968)

Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы. 1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Ленин (1957), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1993). Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.

Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы (1915 йыл, Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылы — 23 февраль 1943 йыл, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы

Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (19242005) — педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт билдәһе» ордены (1972) кавалеры.

Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (15 декабрь 1935 йыл — 5 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1966 йылдан — КПСС, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әлү Ғимран сүрәһе (ғәр. آل عمران‎, Ғимран ғаиләһе ) — Ҡөрьән Кәримдең 3 сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 200 аяттан тора.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә