Мәҙинә сүрәһе

Wikimedia-Listn

Мәҙинә сүрәләре, йәки Ҡөрьәндең Мәҙинә бүлектәре — Ҡөрьәндең хронологик йәһәттән мәккә сүрәләренән һуң, Ислам традицияларына ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәргә Һижрәт ҡылғас иңгән тип һанала. Сүрәләрҙең икенсе төрө — Мәккә сүрәләре. Был сүрәләр инде мосолмандар көс йыйып, күбәйгәс иңгән, улар инде Мәккәләге кеүек әҙселектә булмаған[1]

Мәҙинә сүрәһе
ғәр. سُورَةٌ مَدَنِيَّةٌ
Кем хөрмәтенә аталған Мәҙинә
Ҡапма-ҡаршыһы Мәккә сүрәһе
 Мәҙинә сүрәһе Викимилектә

Улар, башлыса, Ҡөрьән баш өлөшөндә урынлашҡан һәм Мәккә сүрәләре менән сағыштырғанда, ғәҙәттә, үҙ эсенә күберәк аяттар ала, шулай уҡ улар оҙонораҡ та. Мосолмандарҙың яңы халәтенә ярашлы, йышыраҡ ҡануниәткә бәйле сүрәләр; Әл-Бәҡара сүрәһенән башлап һуғыш алып барыуға бәйле мәсьәләләргә бағышланған һәр сүрә Мәҙинә осороноҡо. Рисаләттең һуңғы осорондағы сүрәләрҙең күпселек өлөшө социаль закондар, шулай уҡ сәйәси һәм әхлаҡи принциптарҙы, социумды тәртипкә һалыу һәм ойоштороу тураһында хәстәрлек менән һуғарылған. Ҡөрьәндә бөтәһе 28 Мәҙинә сүрәһе иҫәпләнә.

Сүрәләрҙе Мәҙинә һәм мәккә сүрәләренә бүлеү, барыһынан алда, стилистик һәм тематик йәһәттән сығып эшләнә. Был осорҙоң классификацияһы төрлө факторҙарға, мәҫәлән, был сүрәнең оҙонлоғона, ҡайһы бер төп төшөнсәләрҙең булыу йәки булмауына һ.б. (мәҫәлән, «әр-Рахмән» — Аллаһы Тәғәлә исеменән) нигеҙләнгән[2]

Мәҙинә сүрәләренең хронологик тәртибе

үҙгәртергә

2, 8, 3, 33, 60, 4, 99, 57, 47, 13, 55, 76, 65, 98, 59, 24, 22, 63, 58, 49, 66, 64, 61, 62, 48, 5, 9, 110.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Voices of Islam: Voices of tradition (2007) Vincent J. Cornell Page 77
  2. (in Reviews) Studien zur Komposition der mekkanischen Suren by Angelika Neuwirth, Review author[s]: A. Rippin, Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London, Vol. 45, No. 1. (1982), pp. 149—150.