Ғилман (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Ғилман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғилман исеме бар.

Ғилман

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғилман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ир бала йәки ожмах хеҙмәтсеһе тигәнде аңлата[1][2].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар 1965 йыл — 5 февраль 2011 йыл) — башҡорт шағиры.

Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.

Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15 октябрь 1937 йыл — 1 август 2003 йыл) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (20 март 1925 йыл — 11 февраль 2012 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).

Ғилман Хоҙайбирҙин — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбашы.

Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (30 сентябрь 1946 йыл) — энергетик, «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры[1] , Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт ветераны, 1976—1980 йылдарҙа Белорет район комсомол комитетының I секретары, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Фамилияла

үҙгәртергә

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы (8 февраль 1976 йыл, Ҡыҙыл Октябрь ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — 2011 йылдың апреленән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы (2011 йылдың 18 мартынан Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы). 2011 йылдан Берҙәм Рәсәй партияһы ағзаһы.

Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы (9 февраль 1956 йыл) — журналист, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 1986 йылдан республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.

Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Мәсәғүтова; рус. Райхана Гарифулловна Гильманова; 25 ғинуар 1954 йыл) — журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, бер нисә киң мәғлүмәт сараһы мөхәррире. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостанда экологик йәмәғәт ойошмаһында һәм протест хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ