Ғилманов Фәрит Фәррәх улы

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы (8 февраль 1976) — дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдың апреленән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы[1] (2011 йылдың 18 мартынан—Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы). 2011 йылдан Берҙәм Рәсәй партияһы ағзаһы.

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 февраль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

1998 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын тамамлай. 2008 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын һүндереү хеҙмәте университетының адъюнктураһын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты.

«Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России» темаһына диссертация яҡлай. Яҡлау урыны: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург университеты .

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1998 йылдан БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-53 ОГПС-2 начальнигы урынбаҫары вазифаһында. 2000 йылдан Ғилманов — БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-36 ОГПС-2 начальнигы (2002 йылдан алып — БР Эске эштәр министрлығы). 2005 йылдан 2011 йылдың мартына тиклем Салауат ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының УГПН ГУ дәүләт янғын һүндереү инспекцияһы бүлеге начальнигы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының подполковнигы.

Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

Наградалары

үҙгәртергә
 
Ғилманов Ф. Ф. (һулда ситтә) Мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһында, Салауат, 6 июнь 2012 йыл

Ф. Ф.Ғилманов Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығы миҙалдары менән бүләкләнгән, «Иң яҡшы янғын һүндереү һаҡлау хеҙмәткәре» тамғаһына эйә[2].

Хакимиәте башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Урындағы үҙидара системаһын камиллаштырыу
  • Ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса даими күсмә кәңәшмәләр үткәреү[3].

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы. «Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России», диссертация кандидата педагогических наук : 13.00.08 / Гильманов Фарит Фаррахович; — Санкт-Петербург, 2008.- 156 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-13/325

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Администрация городского округа город Салават | Официальный сайт " Состоялось внеочередное заседание Совета городского округа Архивная копия от 12 октябрь 2013 на Wayback Machine
  2. Нагрудный знак МЧС России «Лучший работник пожарной охраны» — ЛУЧШИЙ РАБОТНИК ПОЖАРНОЙ ОХРАНЫ (МЧС) — Знаки пожарной охраны — Пожарные знаки
  3. Viezdn sovesh 15 05 — YouTube

Һылтанмалар

үҙгәртергә