Викидатала элемент юҡ

Ғатауллабашҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғатаулла исеме бар.

Этимология үҙгәртергә

Ғатаулла исеме сығышы менән ғәрәп теленә бәйле. ҒАТА (бүләк) + УЛЛА (Аллаһ) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән. Ғәрәпсәнән тәржемәһе — Аллаһ бүләге тигәнде аңлата. Атаулла тип ҡыҫҡартылған варианты бар[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Ғатаулла Әбделмаликов, Ғатаулла Әбделмалик улы Әлибаев (Ғатаулла ишан; 18361914) — башҡорт дин әһеле, ишан. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы.

Абдуллин Ғатаулла Хәйрулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Хайруллович) (15 октябрь 1915 - 13 август 1993) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы кавалерия полкында һуғышҡан. Гвардия ҡыҙылармеецы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Халиуллович) (15 июль 19131 февраль 1988) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының ат йөрөтөүсеһе (коновод). Рядовой ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Ғатаулла Алтынғужин (?—1865) — башҡорт дин әһеле. Каруанһарай мәсете имам-хатибы (1846—1865).

Фамилия үҙгәртергә

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, сәсән, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).

Мөтиғулла Ғатауллин (Мөтиғулла Ғатай, 18751936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).

Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (10 август 1928 йыл26 апрель 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың (1991) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Ғатауллин Урал Миңлезар улы (11 апрель 1970 йыл), телеоператор. 1992 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юлдаш телевидениеһының оператор ассистенты, телеоператоры, 2013 йылдан — баш телеоператоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).

Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (14 июнь 1953 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 12-се саҡырылышы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты.

Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (24 февраль 1969 йыл) — Рәсәй журналисы. «Постскриптум» программаһының махсус корреспонденты (ТВ Центр Москва). НТВ, Беренсе каналдың элекке хеҙмәткәре.

Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3 март 1959 йыл) — ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).

Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы (1948 йылдың 6 июле, Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Таулар ауылы) — башҡорт яҙыусыһы.

Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы (15 март 1909 йыл —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойоштороу-план бүлегендә ат ҡараусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Ғатауллин Ринат Фазлытдин улы (рус. Гатауллин Ринат Фазлтдинович) — (14 июнь 1953 йыл — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ғатауллин Рауил Ғибат улы (29 июнь 1947 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ғатаулла мулла мәсете - (рус. Мечеть Гатауллы муллы, Троицкиҙың алтынсы йәмиғ мәсете ) — Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһындағы таш мәсет.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә