Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Дивизия штабында ат йөрөтөүсе булып хеҙмәт иткән. Рядовой ҡы

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Халиуллович; 15 июль 1913 йыл — 1 февраль 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының ат йөрөтөүсеһе (коновод). Рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 июль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы
Вафат булған көнө 1 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ғатаулла Хәлиулла улы Абдуллин 1913 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда Дим станцияһынан һуғышҡа китә[2].

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

112-се Башҡорт (Ҡыҙыл Байраҡлы, Ленин, II дәрәжә Кутузов һәм Суворов орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Дивизия штабы начальнигы Назаровтың ат йөрөтөүсеһе булып хеҙмәт итә.

Һалдаттарҙы һыбай йөрөргә өйрәтә.

Сталинград алышында ҡатнаша, яралана, күрһәткән ҡыйыулығы өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғандан һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1988 йылдың 1 февралендә вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3][4]

Хәтер үҙгәртергә

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 3. Номер документа 84.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә