Шевчук Юрий Юлианович

совет һәм Рәсәй рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер; «ДДТ» төркөмөн ойоштороусы, уның лидеры һәм алмашынмаҫ ҡатн
(Юрий Шевчук битенән йүнәлтелде)

Ю́рий Юлиа́нович Шевчу́к (16 май 1957 йыл, Ягодное ҡала тибындағы ҡасабаһы, Магадан өлкәһе) — СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. «ДДТ» төркөмөн ойоштороусы, уның лидеры һәм алмашынмаҫ ҡатнашыусыһы.  «ДДТ театры» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтен ойоштора һәм уның етәксеһе була. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003 йылдың 18 сентябре)[1].

Юрий Шевчук
Төп мәғлүмәт
Исеме

рус. Юрий Юлианович Шевчук

Тулы исеме

Юрий Юлианович Шевчук

Тыуған

16 май 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны

Ягодное (Магадан өлкәһе), РСФСР, СССР

Ил

Ҡалып:SU
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы, композитор, шағир, рәссам, музыкаль продюсер, рок-музыкант, актёр, Башҡортостанда барлыҡҡа килгән «ДДТ» төркөмө музыканты, башҡарыусы автор

Йырлау тауышы

Лирик баритон

Жанрҙар

хард-рок, фолк-рок, джаз-рок, бард-рок, индастриал, эксперименталь рок, автор йыры

Коллективтар

ДДТ (төркөм)

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
18 сентябрь 2003 йыл
Автограф
Автограф
ddt.ru
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Тәүге йырҙарын Шевчук ватан бардтарына, беренсе сиратта Владимир Высоцкийға, Булат Окуджаваға һәм Александр Галичҡа[2], шулай уҡ Көмөш быуаттың рус шағирҙары  — Осип Мандельштамға, Сергей Есенинға һәм башҡаларға эйәреп яҙа.  Шевчук ижадында гражданлыҡ-патриотик лирика, рухи камиллашыуға, көс ҡулланыуҙан баш тартыуға саҡырыу, социаль сатира һәм протест тематикаһы өҫтөнлөк итә. 2000-се йылдар уртаһынан Рәсәй оппозиция хәрәкәтендә ҡатнаша, был да уның ижадында сағыла. 

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм йәшлеге

үҙгәртергә

1957 йылдың 16 майында Магадан өлкәһенең Ягодное ҡала тибындағы ҡасабаһында украин һәм татар ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Юлиан Сосфенович Шевчук (1924 — 6.01.2013, Лабунь,  Хмельницкий өлкәһе, УССР, СССР[3]), әсәһе — Фәниә Әкрәм ҡыҙы Шевчук (ҡыҙ фамилияһы — Гәрәева) (20.05.1925[4]).

Алты йәшенә тиклем Юрий һүрәт төшөрөү менән мауыға,  ғаилә 1964  йылда Нальчикҡа күскәс тә был шөғөлөн дауам итә. Музыка дәрестәре ала башлай. 

1970 йылда ғаилә Өфөгә күсә һәм Ленин урамындағы 43-сө йорттоң 9-сы фатирында төйәкләнә. Юрий Пионерҙар йортоноң  рәсем студияһында шөғөлләнә һәм мәктәптең «Вектор» ансамблендә уйнай. Шевчук музыка ҡоралдарында үҙ аллы өйрәнә —  баянда һәм гитарала уйнай, ә һүрәттәре төрлө конкурстарҙа наградалар ала, шул сәбәпле ул профессиональ рәссам булыу тураһында уйлана башлай. 

8-се класта уҡығанда  Шевчук футболкаһына арҡысаҡ төшөрә лә «Иисус был хиппи» тип яҙа. Ҡала буйлап ошо футболкаһында йөрөгәнендә уны милиция тота[5].

Мәктәпте тамамлағас, 1975 йылда Шевчук Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына инә. Рәссам Я. Крыжевский менән таныша.  Институттың студенттар театрында ҡатнаша. Ошо ваҡытта  Юрий музыка менән һынлы сәнғәт араһында өҙгөләнә башлай.  Яңы шөғөл — шул саҡта модаға ингән рок-н-ролл менән «ауырыу» — еңә. Төркөм көнбайыш рок-төркөмдәренең кавер-версияларын башҡара.

Рәссам дипломы алған Шевчук йүнәлтмә буйынса Башҡортостандың Иглин ҡасабаһына эләгә. Рәсем дәресен уҡыта, шул уҡ ваҡытта  «Вольный ветер» һәм «Калейдоскоп» төркөмдәрендә уйнай, мәктәп кисәләрендә, мәҙәниәт йорттарындағы байрамдарҙа сығыш яһай. Тиҙҙән Юрий автор йыры конкурсында приз яулай.

Ошо уҡ ваҡытта Юрий музыканттарҙың репертуарында  70-се йылдарҙа совет мәҙәниәте өсөн сит күренеш тип танылған рок-н-ролл ритмдары өҫтөнлөк алғаны өсөн тәүге тәнҡитте ишетә.

Йәш белгес өсөн мәжбүри мөҙҙәте тултырғас, 1980 йылда Шевчук Өфөгә ата-әсәһе янына ҡайта. Дини диссидент Борис Развеев менән таныша, ул биргән Инжил китабын, Солженицын менән Оруэллдың тыйылған әҫәрҙәрен уҡый. 

1980-се йылдар

үҙгәртергә

1979 йыл аҙағында бер танышының тәҡдиме буйынса  Шевчук Өфөләге «Авангард» мәҙәниәт йортонда репетициялар үткәргән бер исемһеҙ төркөмгә саҡырыла. Шулай итеп, 1980 йылда киләсәктә  «ДДТ» тигән исем менән билдәлелек аласаҡ рок-төркөм барлыҡҡа килә. Был ваҡытҡа Юрий шиғырҙар яҙа, уларҙы гитарала уйнап башҡара. Егеттәр  студент кисәләрендә, ресторандарҙа, кинотеатрҙарҙа,  мәҙәниәт йорттарында, ғөмүмән, ҡайҙа мөмкин — шунда сығыш яһай. Улар ете йырҙан торған тәүге магнитоальбомдарын яҙҙыра, бөгөн был альбом «ДДТ-1» тигән атама менән билдәле. Төркөмдөң репертуарына ул саҡтарҙа популяр булған хард-рок, рок-балладалар, ритм-энд-блюз һәм рок-н-ролл инә, бөтә йырҙарҙа ла тиерлек фольклор интонациялары шәйләнә.

1980 йылда милиция капитанын туҡмаған өсөн Шевчук 15 тәүлеккә ҡулға алына, уға енәйәт яуаплылығы янай, әммә, үҙенең һүҙе буйынса, атаһы «алып ҡала». Был хәл тураһында Шевчук ошолай ти: «Мин күп нәмә тураһында уйландым. Мин унан яҡшыраҡ булып сыҡтым».

1982 йылда Шевчук Горький ҡалаһына унда һөргөндә булған  Андрей Сахаров менән осрашырға тип килә, ләкин уны Сахаров йорто эргәһенә үткәрмәйҙәр.

1982 йылда «Комсомольская правда» гәзите Бөтә Союз  «Алтын камертон» конкурсын иғлан итә. Унда бөтә илдән төркөмдәр ҡатнаша. Шевчуктың төркөмө беренсе турҙан үтә, төркөмдөң рәсми атамаһы мәсьәләһе килеп тыуғас,  «ДДТ» тигән исем алына. Төркөм «Не стреляй» тигән йыр менән был конкурстың лауреаты була. 

Был «Камертон»да Шевчук конкурста ҡатнашҡан Череповец төркөмө «Рок-сентябрь» менән таныша. Был коллектив ул замандар өсөн уникаль техник мөмкинлектәргә эйә була һәм бергә яҙылырға тәҡдим итә[6]. 1983 йыл башында Нефтселәр мәҙәниәт һарайының радиоузелында «Я уезжаю» тигән акустик альбомды яҙҙырғас[2], Шевчук Череповецҡа юллана, ләкин «Рок-сентябрь» лидерҙары «Земляне» рухындағы идеологик яҡтан үтемле йырҙар яҙҙырырға һәм провиницаль филармонияларҙың берәһенә эшкә урынлашырға план ҡорған булып сыға[7]. Ике айға һуҙылған тартҡылашыуҙарҙан һуң  Шевчук менән Сигачёв «Рок-сентябрь» музыканттары һәм уларҙың тауыш режиссёры Юрий Сорокин ярҙамы менән  «Компромисс» тигән альбомды (1983) яҙҙыра. Яҙма ил буйлап бик тиҙ тарала һәм «ДДТ» менән Шевчуктың исемен Ленинград рок-клубы йондоҙҙары кимәленә күтәрә.[8]

1984 йылда төпкөлдәге бик үк йәмле булмаған көн итмеште һүрәтләгән   «Периферия» тигән альбомды сығарғас,  Шевчуктың властар менән мөнәсәбәттәре тағы боҙола. Бер нисә тапҡыр концерттарын тыялар, әммә был йәш  музыканттарҙың билдәлелеген  арттыра ғына. Һөҙөмтәлә Шевчукты СССР КГБ-һының һәм ВЛКСМ-дың урындағы бүлексәләренә саҡырталар һәм етди ҡатмарлылыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн  Өфөнән китергә тәҡдим итәләр.  Матбуғатта Шевчукҡа ҡаршы мәҡәләләр баҫыла, уны «Наполним небо добротой» йырының тексы өсөн хатта  «Ватикан агенты» тип атайҙар[9], ә төркөмгә студияларҙа яҙылыуҙы тыялар. Шевчукты ВЛКСМ сафынан сығаралар. 

Тәүҙә музыканттар Свердловск ҡалаһына күсә, унда Юрий Шевчук тансыларҙа «Урфин Джюс» төркөмөндә уйнай, ләкин тиҙҙән унан да китергә тура килә. Шевчук ил  буйлап йөрөй, дуҫтарының фатирҙарында сығыш яһай. 1985 йылдың мартында ул саҡта бер кемгә лә билдәле булмаған  Александр Башлачёв менән   Шевчук Ленинград ҡалаһында  ветеринария институтының (Мәскәү проспекты, 99) 6-сы аудиторияһында ярым легаль концертта сығыш яһай. Был концерттың яҙмаһы һаҡланып ҡала һәм 1995 йылда «Кочегарка» тигән исем аҫтында сығарыла.  

1985 йылда  Шевчук  Мәскәүҙә йыш була һәм фатирҙарҙа скрипкасы, гитарасы һәм йырсы Сергей Рыженко менән бергә йырлауын дауам итә.  Шундай концерттарҙың береһе һуңыраҡ илдә «Москва. Жара» (1985) тигән альбом булараҡ тарала.  

1985 йыл аҙағында Юрий ғаиләһе менән Ленинградҡа күсә.  Үҙ быуының йәш рок-музыканттары һәм рәссамдары кеүек урам һерпереүсе, кочегар, төнгө ҡарауылсы булып эшләй. 1987 йыл алдынан Шевчук  «ДДТ»ның яңы составын йыя: Шевчук, Андрей Васильев (гитара), Вадим Курылёв (бас-гитара, вокал) һәм Игорь Доценко (барабандар). Өфөләге «ДДТ»нан  Сигачёв ҡына ҡала, тиҙҙән ул да китә.

1987 йылдың яҙында  «ДДТ» 5-се Ленинград рок-фестивалендә яңы концерт программаһын күрһәтә, концерт төп асыш тип баһалана. Шул уҡ йылды Шевчук «Рок-87» видеофестивалендә, Мәскәү эргәһендәге Черноголовкала (июнь) һәм Подольскиҙа (сентябрь) үткән бөтә союз рок-фестивалдәрендә ҡатнаша.

1988 йылдың йәйендә «ДДТ» рок-клубтың 6-сы фестивалендә тағы уңышҡа өлгәшә, Балтик буйынан Камчаткаға тиклем концерттары дәррәү бара, иң яҡшы йырҙарынан торған «Я получил эту роль» (1989) альбомын яҙҙыра. Ошо ваҡытта төркөмгә билдәле джаз саксофонсы-флейтасыһы Михаил Чернов ҡушыла. 

1990-сы йылдар  

үҙгәртергә
 
Юрий Шевчук соло акустик концерты менән Барнаулда

90-сы йылдар башында сәхнәлә көстәр урынын үҙгәртә, был ватан рок-музыканттарының тәртип моделендә сағыла. Билдәле булыуынса, Юрий Шевчук Николай Растогуев менән конфликтҡа инә[10]. Илдә рок-хәрәкәттең билдәле вәкилдәре йырҙарында ҡырҡыулыҡты кәметә. Ләкин Юрий Шевчук һәм «ДДТ» үҙҙәренең йүнәлешенә хыянат итмәй, лирик, философик, социаль йырҙар һәм альбомдар яҙҙырыуҙы дауам итә. 1992 йылда  Юрия Шевчуктың ҡатыны һәм илһамландырыусыһы — Эльмира Шевчук (Бикбова) 24 йәшендә рактан вафат була. 

Шевчук ҙур концерт программалары («Черный Пёс Петербург», «От и до» һ.б.) эшләй. 1993 йылдың 20 майында Санкт-Петербургтың тыуған көнө уңайынан төркөм  Һарай майҙанында асыҡ концерт бирә, унда 120 мең тамашасы була. Шул уҡ йәй төркөм  Берлинда «Санкт-Петербургтың аҡ төндәре» тигән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша, ә көҙ йылдың  иң яҡшы рок-төркөмө булараҡ абруйлы «Овация» музыкаль премияһына лайыҡ була, Шевчук йылдың иң яҡшы рок-йырсыһы тип табыла. 

Шевчук илдәге ваҡиғаларға — 1993 йылғы ҡораллы ҡапма-ҡаршы тороуға, Чечнялағы һуғышҡа — киҫкен фекерен белдерә бара, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, йыш ҡына Рәсәй властарын тәнҡитләй, ҡырҡыу социаль темаларға интервью бирә[11]. 1995 йылда  Юрий Шевчук  Чечняға бара. Ул блиндаждарҙа һалдаттар менән әңгәмәләшә, акустик концерттар менән сығыш яһай, бер нисә тапҡыр атыштар аҫтында ҡала.  Ошо сәфәрендә Шевчук  фажиғәле видеоһын төшөрә[12], унда һалдаттарҙың һәр береһенән үҙе менән таныштырыуҙы һәм ҡайһы яҡтан икәнен әйтеүҙе һорай. Бер нисә йылдан асыҡланыуынса, таҫмаға яҙылған ике тиҫтәләп егеттең һуғыштан береһе генә иҫән ҡайтҡан.

Беҙ Чечняла өс ҙур концерт бирҙек: Ханҡалала, Грозныйҙа һәм «Северный» аэропортында. Һауа торошо осошҡа яраҡһыҙ ине, беҙ колонна булып Моздокҡа киттек. Алдыбыҙҙан һаҡлауһыҙ «Урал»  бара ине, уны утҡа тоттолар. Шофер ауыр яраланды. Беҙ урындағы комендатура ҡыуаҡтарҙы, йорттарҙы тикшереп сыҡҡансы ике сәғәт торҙоҡ. Шунан  ары ҡуҙғалдыҡ.  Туғандарыбыҙ  борсолоуҙан ни эшләргә белмәй ине, ә беҙ уларға бер ниндәй хәбәр бирә алмай инек, сөнки элемтә юҡ. Концерттарыбыҙ имен үтте. Беҙ унда ябай граждандар кеүек барҙыҡ,  бер ниндәй партияның да ҡурсалауы аҫтында булманыҡ. Беҙ тыныслыҡҡа өгөтләргә теләй инек, сөнки рок-н-ролл һәр ваҡыт шуның өсөн көрәшә ине. Концерттарҙа чечен яғы ла, Рәсәй яғы ла булды, ҡоралдары ла үҙҙәре менән ине, ләкин улар бер-береһенә атманы. Беҙ шуға өлгәшергә тырыша ла инек. Был бик шәп булды[13].

Минең бер «чечен» йырым бар, ихлас. «Мертвый город. Рождество». Грозныйҙағы Раштыуа көндәре тураһында ул. 

Шундай мәл булды, төнөн артиллерия утҡа тотҡандан һуң ҡар яуҙы. Мин подвалдан урамға сыҡтым, шыр туҙанмын. Тынлыҡ. Харабалар яй ғына кәфенгә төрөнгән кеүек аҡ ҡар менән ҡаплана... Ә иртәнгә ҡар яуҙы…

Солох тураһында Хәсәүйорт договорына ҡул ҡуйғандан һуң  Юрий Шевчук 1996 йылдың көҙөндә Грозныйҙың  «Динамо» стадионында Чечен Республикаһы халҡы өсөн концерт бирҙе. Был  Борис Гребенщиковтың Рәсәй музыканттары Ханҡалала һалдаттар алдында ғына түгел, ә бөтә Чечня кешеләре өсөн дә сығыш яһарға тейеш тигән белдереүенә Шевчуктың яуабы була. 

1990-сы йылдар  Юрий Шевчукҡа һыҙланыуҙар ғына түгел, уңыштар ҙа килтерә. «ДДТ» төркөмө бер нисә альбом яҙҙыра: «Оттепель» (1990), «Пластун» (1991), «Актриса Весна» (1992), «Чёрный пёс Петербург» (1994), «Это всё...» (1994), «Любовь» (1996), «Рождённый в СССР» (1997), «Мир номер ноль» (1999). «Актриса Весна» альбомындағы «Что такое осень» йыры «Наше Радио»ның ХХ быуаттың иң яҡшы 100 йыры хит-парадына индерелә, ул икенсе урынды ала. 

Шевчук, ил буйлап ҡына түгел, сит илдәрҙә лә йыш гастролдә йөрөй. Германия, АҠШ, Австралия, Венгрия, Франция, Япония, Англия, Канада, Израиль, БДБ илдәре — бөтә ерҙә лә концерттар ҙур уңыш менән үтә.  

90-сы йылдар уртаһына Рәсәй рок-музыкаһының танылған мэтрына әйләнгән Юрий Шевчук йәш коллективтарға һәм башҡарыусыларға ярҙамын туҡтатмай. Дуҫтары менән бергәләп ҙур фестивалдәр ойоштора, унда ил буйлап йөрөгәндә һайлап алған талантлы музыканттарҙы саҡыра. Фестивалдән һуң ундағы иң яҡшы сығыштарҙың яҙмалар менән «ДДТ» лейбллы дискылар сығара. Шулай итеп, йәш музыканттар киң йәмәғәтселеккә танылыу мөмкинлеген ала.

Шевчуктың музыкаль эшмәкәрлегенең икенсе бер яғы — «Фонограммщик» һәм «Попса» тигән йырҙарындағы кеүек поп-башҡарыусылар менән аяуһыҙ көрәш. Киң матбуғат сараларында тәнҡитле интервьюлар һәм мөрәжәғәттәр баҫтыра, тегеләргә ҡаҙалыуҙың төрлө юлдарын таба. Мәҫәлән, Филипп Киркоровҡа ҡаршы Юрий Шевчук Филипптың эштән ебәргән тауыш режиссёрын файҙалана.  Улар икәүләп  Интернетта Филипптың сәхнәлә йырлаған ҡиәфәткә инеп, фонограммаға ҡушылып, ғәмәлдә ниндәй ауаздар сығарып тороуын тарата.  «ДДТ» төркөмө сығыштарҙа фонограмма ҡулланыуҙы көйләгән закон проектын эшләүҙә ҡатнаша. 

1998 йылдың 25 ғинуарында Шевчук  Владимир Высоцкий фондының «Своя колея» премияһына лайыҡ була, ләкин шәхси сәбәптәр арҡаһында премиянан баш тарта[14].

1999 йылда  «Фонд русской поэзии» нәшриәте Ю. Шевчуктың «Защитники Трои» тигән беренсе шиғыр китабын баҫып сығара. Инеш һүҙҙә яҙыусы, драматург һәм шағир Александр Володин былай тип яҙа: Ю.Шевчуктың шиғырҙары һәм йырҙары ерҙәге һәм күктәге тормошобоҙҙан күпте эсенә алған… Шашҡын, үҙәккә үткес, ҡайһы берҙә шаян юлдар. Һәм аҡыллы — тормоштоң үҙе кеүек. Шул уҡ 1999 йылда Шевчук Югославияға уның бөтөнлөгөн яҡлап концерттар менән бара, суверен дәүләтте бомбаға тотҡан өсөн АҠШ-ты тәнҡитләй.   ЮНЕСКО өсөн Шевчук сербтарҙың Косово төбәгендәге юҡ ителгән православие ҡорамдары тураһында репортаждар төшөрә.  

1997 йылда яҙыусы Вячеслав Миронов Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр тураһында «Я был на этой войне» тигән китап яҙа, унда Шевчуктың һуғыш мәлендә булыуын һүрәтләгән өлөш тә ингән. 

«…Беҙҙең колоннала бишенсе машинала икенсе батальондан килтерелгән "ДДТ" төркөмөнөң лидерымы, солисымы, шайтан белһен, Юрий Шевчук та китеп бара. Уны яраланған штаб начальнигы һәм яраланған тағы өс яугир менән бергә алып килделәр. Шәп егет булып сыҡты  был Шевчук, бөтәһе лә был үҙен әллә кем итеп тойор, йөндөҙланып маташыр тип көткәйне. Ни фига, өс тин баҡыр кеүек ябай, подвалда духтарҙың атыуҙары һәм контратакалары аҫтында икенсе батальн менән өс көн подвалда ултырып, шаһиттар һөйләүенсә, йәшенмәгән. Үҙен ысын мужиктарса тотҡан, яралыларға ярҙамлашҡан. Уға ҡорал бирмәгәндәр,  һуҡыр сысҡан кеүек бит, күрмәй, Хоҙай ҡушмаһын, тейҙереп ҡуйырҙар.  Ә ҡалҡанында мировой егет. Духтар бирелергә тәҡдим иткәндә радиостанция аша уларға үҙҙәрендә Шевчук барлығын әйткәндәр, ә тегеләр ышанмаған. Шунан йырлағанын тыңлаттырғандар, унан һуң ул тегеләр менән һөйләшкән. Тегеләр уны алып сығырға вәғәҙә иткән, гарантия биргәндәр. Был баш тартҡан. Тағы ла Шевчук яралыларҙы, беҙҙең бригадалағыларҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла үҙ енең һәм дуҫтарының иҫәбенә Германияға дауаланырға ебәрергә вәғәҙә иткән (аҙаҡ беоенеүенсә, быны эшләгән дә). Протездар, инвалид коляскалары алып биргән, шау-шыуһыҙ ғына эшләгән быларҙы. Репортерҙарһыҙ, матбуғат конференцияларыһыҙ, шым ғына, тыйнаҡ ҡына. Ҡыҫҡаһы — Мужик…»

2000-се йылдар

үҙгәртергә
 
Һулдан уңға: Андрей Макаревич, Юрий Шевчук, Михаил Чернов. «Цветы» төркөмөнөң юбилей концерты, 2001 йыл

2000 йылда төркөмдөң 20 йыллығы ҙур тур менән билдәләнә. 2000—2004 йылдарҙа «ДДТ» Рәсәй (Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта концерттар), БДБ илдәре (Белоруссия, Грузия, Украина) һәм донъя  (Канада, АҠШ, Швейцария, Германия, Израиль, Англия) буйлап гастролдә йөрөй. «Просвистела» (1999), «Метель августа» (2000) дискылары, «Энциклопедия русского рока» серияһы йыйынтығы (2000) сығарыла.

2001 йылда  Юрий Шевчук Пилот төркөмөнөң «Сказка о прыгуне и скользящем» альбомын яҙыуҙа ҡатнаша. 

Шевчук власҡа ҡарата бер ваҡытта ла ыңғай ҡарашта булмай, власть та уға йылы мөнәсәбәт күрһәтеп бармай. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың 300 йыллығына арналған рок-фестиваль үткәрттерелмй, һәм уны әҙерләүгә ҙур көс һалған Шевчук,  моңһоу шаяртып, гитарамды тотоп, «Любэ» төркөмө исеменән сыҡһам, президент ҡаршыһында ҙурыраҡ көскә эйә булыр инем, тип ҡуя. Шевчуҡа үҙәк телеканалдарға ла үткәрмәйҙәр. Әйтәйек, ХХ быуаттың  90-сы йылдарында Санкт-Петербургтың Һарай майҙанында булған данлыҡлы концертты (1993) өс ай һайын тиерлек ҡабатлап торған Беренсе канал Шевчукты интервьюға ла саҡырмай, концерттарын да трансляцияламай, клиптарын да күрһәтмәй. 

Юрий Шевчук рок-фестивалдәрҙең күбеһендә ҡатнашып бармай, әммә автор йыры фестивален бер ҙә ҡалдырмай һәм унда төркөмдән башҡа үҙе генә йырлай.  2002 йылда ул 29-сы Валерий Грушин исемендәге фестивалдә ҡатнаша. 2007 йылда  Шевчук был фестивалдә (34-селә)  тағы була.  

2000-се йылдарҙа «ДДТ» ижадта яңы баҫҡысҡа күтәрелә. «Единочество 1, 2», (2002—2003), «Пропавший без вести» (2005), «Прекрасная любовь» (2007) альбомдарында донъяла кешенең әһәмиәтһеҙлеге һәм бөйөклөгө, тормошҡа һөйөү, дини мотивтар сағыла, хәҙерге осор йәмғиәтенең тәрән темалары күтәрелә.  Йырҙарҙы яҙҙырыуға рок-музыкаға хас булмаған халыҡйырҙарын башҡарыусылар, тынлы музыка ҡоралдары йәлеп ителә. 

1990-сы йылдарҙа Чечняла сығыш яһаған Шевчук Грозныйҙа үткәрелгән «Феникс» рок-фестивалендә ҡатнашыуҙан баш тарта[15]. «Сәйәси пиар еҫе сыҡҡан» сарала ҡатнашырға теләмәүен белдерә[16].

2004 йылда  «Ҡыҙғыл һары инҡилап» барғанда Киевта Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында сығыш яһай[17].

 
Ю. Шевчук «Власть һәм мәҙәниәт: повестка 2008» тигән түңәрәк ҡорҙа, 2008 йылдың 15 марты (Архитектор йорто, Санкт-Петербург)

2007 йылда Шевчук әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең «Триумф» премияһы лауреаты була. Был награданан алынған бөтә аҡсаны ул Чечнялағы һуғыштарҙа һаулығы зыян күргән хәрби хеҙмәткәрҙәргә тапшыра[18].

2007 йылдың 31 авгусында  Новосибирскиҙа Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайындағы концертынан һуң Юрий Шевчук үҙе мөрәжәғәт иткән бөтә радиостанцияларҙың да «Прекрасная любовь» тигән һуңғы альбомындағы  4 йырҙы тапшырыуҙан баш тартыуы, тик «Шансон» радиоһының ғына ФСБ генералы тураһындағы йырҙы тапшырырға, уныһын да тик төнгө 3-тән таңғы 5-кә тиклем генә ҡуйырға ризалашыуы тураһында белдерә. Йырсы быны цензура менән аңлата:[19]

Мейеләрҙә цензура күкрәп сәскә атты, әлбиттә. Һуң, уларға әле бер кем янамаған, Кремлдән шылтыратмаған, ә улар алдан уҡ ҡурҡып тора.

2008 йылдың 3  мартында Санкт-Петербургта һайлау һөҙөмтәләре менән ризалашмағандарҙың «Риза түгелдәр маршы» акцияһында сығыш яһай[20].

2008 йылдың 8 июнендә  Юрий Шевчук Петербург иҡтисади форумының «Нимә ул Рәсәй? Иҡтисад булмаған телдә һөйләшеү» тигән түңәрәк ҡоронда ҡатнаша. Шевчук статистика килтерә — 2003 йылдан Санкт-Петербургта 100-ләгән ҡомартҡы емертелгән. «ДДТ» лидеры шулай уҡ «артҡа кире ҡайтырға ярамай — фекерҙәр көрәше кәрәк, ә берҙәм „Берҙәм Рәсәй“ түгел» тип белдерә[21][22][23]. 2008 йылдың 24 һәм 26 сентябрендә Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Не стреляй!» тип аталған һуғышҡа ҡаршы тематикаға һәм Шевчуктың Цхинвалға барыуына арналған концерттар үтә, ул Кавказдағы һуңғы ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен белдерә һәм киҫкен фекерҙәрен әйтә. 

2008 йылдың декабрь аҙағында музыкант «L’Echoppe (Ларёк)» тигән альбомын сығара, ул уны бер йыл элек  Парижда яҙҙырған була.

2009 йылдың йәйендә Шевчуктың «Сольник» тигән икенсе шиғыр китабы баҫыла[24].

2010-сы йылдар

үҙгәртергә

2010 йылдың 25 авгусында «Лужники» ҙур спорт аренаһында U2 төркөмөнөң вокалсыһы Боно менән бергә йырлай, улар «Knocking on Heaven’s Door»  композицияһын башҡара.

2011 йылдың 25 июлендә «Forbes» журналының «Рәсәйҙең 50 иң данлыҡлы кешеһе» рейтингында 1 миллион АҠШ доллары күләмендәге килем менән 45-се юлды биләй[25]. Һуңыраҡ Шевчук журналдың мәғлүмәттәрен кире ҡаға.

2012 йылдың яҙында Себер ҡалаларында (Кемерово, Юрга, Төмән, Омск) «ДДТ» концерттарын өҙәләр [26].

2013 йылда Финляндияла Шевчуктың «Joka kevät minä kuolen» (рус. «Умираю каждою весной») тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.[27]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Сәйәсәттә

үҙгәртергә

Влась менән килешмәүсәнлеген йыш белдерә  (атап әйткәндә, «Риза түгелдәр маршы»нда ҡатнаша ). 2010 йылдың 7 мартында «Олимпийский» спорт комплексында власты, шоу-бизнесты, башҡа рок-музыканттарҙы тәнҡитләп сығыш яһай, Ходорковскийҙы эҙәрләүгә ҡаршы фекерен белдерә. Бынан алдыраҡ Шевчук Мәскәүҙең Хамовники судына барып, Михаил Ходорковский менән Платон Лебедевҡа тиҙерәк азат ителеүҙәрен теләп сыға[28].[29][30]

2010 йылдың майында артистар менән музыканттарҙың Санкт-Петербургта премьер-министр Путин менән осрашыуында Шевчук унан [31] илдә ысынлап та етди, ихлас, намыҫлы либералләштереү, демократлаштырыу премьерҙың  планына индерелгәнме икәнлеге тураһында һорай һәм киләһе риза түгелдәр маршы ҡыуып таратылырмы тигән һорау бирә, быларға Путин аныҡ яуап бирмәй[32][33], ә риза түгелдәр маршы ҡыуып таратыла. Путиндың Шевчуктан: «Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек, ғәфү итегеҙ?» тигән һорауы  популяр мемға әйләнә[34]. 2010 йылдың 30 авгусында   «Коммерсантъ» гәзитенә интервьюһында Путин Юрий Шевчукты белмәгәнлеген раҫлай[35]. Әммә ҡайһы бер баҫмалар тарафынан Путиндың эргәһендә Шевчук булыуын белгәнлеген иҫбатлай. Юрийҙың провокацион һорауына ул бары тик әңгәмәсене яңылыштыра торған КГБ ысулдарының береһен ҡулланған. Хатта Путина бер ҡасан да «ДДТ» төркөмө тураһында ишеткәне булмаған хәлдә лә, ул әңгәмәсеһенең исем-шәрифен белергә тейеш ине, сөнки осрашыу башланыр алдынан ярҙамсылары хөкүмәт башлығына һәр ҡатнашыусының досьеһын бирә. Башҡаларҙың бөтәһенә лә Владимир Владимирович исем-шәрифе менән өндәште. Шулай уҡ һәр ҡатнашыусы алдында өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың исем-фамилияһы яҙылған табличкалар ҙа тора ине[36].

Бынан тыш, үҙенең интервьюһында Шевчук осрашыу алдынан хөкүмәттән шылтыратып, ниндәй һорауҙар бирергә мөмкин икәнлеге тураһында иҫкәртеүҙәрен әйтә[37].2010 йылдың 10 октябрендә Интернетта  сбор Юрий Шевчуктың 2012 йылда президент һайлауҙа ҡатнашыуын һорап ҡултамғалар йыйыу башлана [38].  Шевчук был хаҡта ошолай ти:

Был турала ишеттем мин. Улар бөтәһе лә хаталана тип уйлайым. Ил минең президент булыуыма әҙер түгел. Көтөп торорға кәрәк.

Ике көндән (12 октябрҙә)  Шевчуктың ҡарашы үҙгәрә:

Президентлыҡҡа ла бара алам, миңә барыбер. <…> Мин, әлбиттә, бөтөнләй сәйәсмән түгел, әммә башҡа берәү ҙә юҡ икән, —  президент та була алам, ни хәл итәһең. <…> Сәйәсәтме? Ҡайһы бер кеше аңламай  — минеке түгел был. Ләкин илдә янғын сыҡҡан икән, нимәлер эшләргә кәрәк, эсеңдә гражданлыҡты нисектер уятырға… Иң мөһиме, ил яҡты булһын,  берәй нәмә булһа ла ыңғайға китһен[39].

2010 йылдың 13 октябрендә президент Медведев билдәле рок-музыканттар менән осраша. Юрий Шевчук был осрашыуға саҡырылмай[40].  2011 йылдың февралендә Юрий Шевчук национал-большевик,  «Союз Заключенных» http://zeki.su/  проектында ҡатнашҡан Максим Громов башлаған «Хәҙерге Рәсәйҙең сәйәси тотҡондары балалары» хәйриә акцияһында ҡатнаша. Уның асылы сәйәси тотҡондар балаларының билдәле кешеләр менән фотоға төшөүенән тора. Шунан фотолар тотҡондарҙың рухын күтәреү өсөн төрмәләргә һәм лагерҙарға ебәрелә[41].

Юрий Шевчук был акцияла ике тапҡыр ҡатнаша.[42][43][44].  2014 йылдың мартында Рәсәй ғәскәрҙәрен  Украинаға индереүгә ҡаршы фекер әйтә[45].  2014 йылдың майында Юрий Шевчук ҡаршы яҡтарҙы солохҡа саҡырып мәҡәлә баҫтыра[46].

2014 йылдың 18 июнендә ДДТ төркөмөнөң Мәскәүҙә Йәшел театрҙағы концертында  Юрий Шевчук концерттың бөтә гонорары Доктор Лизаның фондына Донбасста зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн күсереләсәген белдерә [47]


Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Санкт-Петербургтың тарихи биналарын һүтеүгә ҡаршы сығыш яһай, архитектура ҡомартҡыларына ҡағылышлы һуңғы йылдарҙа юғалтылған мәғлүмәттәрҙе йыя. Рәсәйҙең хәҙерге заман популяр музыкаһына ҡаршы, уны рухиәтһеҙ тип иҫәпләй. Юрий Шевчуктың исеме 2013 йылдың октябрендә тәҡдим ителгән Ватан тарихы буйынса берҙәм дәреслек концепцияһы проектыны персоналар исемелегенә индерелгән[48].

Хәйриәлек

үҙгәртергә

Сулпан Хаматова әйтеүенсә, Юрий Шевчук „Ғүмер бүләк ит“ фондының формаль түгел, ысынлап тергеҙелеүе башында торған. "Беҙгә бөтәһе лә киләсәкһеҙ тарих тип тыҡығанда, шул ауыр заманда беҙгә атлап өйрәнергә ярҙам иткән иңбашыбыҙ, ҡултыҡ таяғыбыҙ булды ул»[49].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

үҙгәртергә
  • Әсәһе — Фәниә Әкрәм ҡыҙы Гәрәева (20.05.1925), татар [50]Ҡалып:Уточнить страницу. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм «Почётлы полярник» билдәһе менән бүләкләнгән.  Әлеге ваҡытта улы менән Санкт-Петербургта йәшәй. Әсәһе яҡлап олатаһы һәм өләсәһе — Әкрәм менән Тәлиға Гәрәевтәр. Олатаһы Заполярьеға күсә, бәлки, репрессиянан ҡотолоу маҡсатынандыр. Бер аҙҙан уның янына балаларын алып ҡатыны килә. Өләсәһе яҡлап ҡарт олатаһы менән ҡарт өләсәһе  Әмөдәрис һәм Нәвтүха, Өфөнән 60 километрҙағы  Мортаза ҡасабаһында йәшәгән. Ҡарт олатаһы бик диндар мосолман булған, хатта мулла булған тигән мәғлүмәт тә бар[51]. 1930-сы йылдарҙа репрессияланған, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ҡарт олатайым мулла булған һәм ҡараштары өсөн 37 йылда атылған.  Ул ысын  мулла булған, ғәрәпсә бик яҡшы һөйләшкән, мәҙрәсәлә уҡытҡан. Әкрәм олатайым да ғәрәп телен шәп белә ине, Тәлиға өләсәйем дә. Әкрәм олатайымдың бик боронғо Ҡөрьәне бар ине, ул уны мираҫ итеп миңә тапшырҙы, ул Библия менән йәнәш китап кәштәмдә  тора. Бына нимә ул минең өсөн мосолманлыҡ менән татарҙар. Улар минең ата-бабам, минең ҡаным. Был минең өсөн бик мөһим…[52]

  • Атаһы — Юлиан Сосфенович Шевчук, украинВсе параметры шаблона {cite web}} должны иметь имя. Память народа :: Документ о награде :: Шевчук Юлиан Сосфенович, Орден Красной Звезды. pamyat-naroda.ru. 26 апрель 2016 тикшерелгән.,  1924 йылда Украинаның Хмельницкий районы Полонск районы Лабунь ауылында тыуа.  1942 йылда лейтенанттар мәктәбен тамамлай һәм фронтҡа китә. отдельная истребительно-противотанковая артиллерийская Баш Командование Резервының 19-сы истребитель-танкыға ҡаршы айырым артиллерия бригадаһының  (19 оиптабр РГК) 29.02.1944 йылғы №:1/н  бойороғо менән  өлкән сержант Шевчук Ю. С. алыш барышында дошман танкыларының уты аҫтында полк командованиеһының ҡамауҙағы батарея менән бәйләнеш линияһын тергеҙгән һәм полк командирының телдән әйтелгән бойороҡтарын бер нисә тапҡыр дошман ҡулсаһы аша сығып тапшырған  өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана [53]. 3-сө Украин фронтының  338-се истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкының 16.05.1944 сыҡҡан №:18/н  бойороғо буйынса полк комсоргы Шевчук Ю. С. «Хәрби хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана [54]. Һуғышты  Венала тамамлай[55]. КПСС сафына инә, дәүләт хеҙмәтендә эшләй, етәксе вазифалар биләй[56]. 1970 йылдан Өфөлә йәшәй. БАССР Сауҙа министрлығында бүлек етәксеһе була. 1985 йылда 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана[57]. Юрийҙың атаһы яҡлап олатаһы менән өләсәһе — Сосфен һәм Мария биш бала менән Украинанан Колыма крайына һөрөлгән була. Ике балалары ғына, шул иҫәптән Юлиан Шевчук иҫән ҡала.  2013 йылдың 6 ғинуарында Өфөлә үҙенең фатирында мәрхүм була.
  • Һеңлеһе — Наталья Юлиановна. Ҡустыһы — Владимир Юлианович.
  • Беренсе ҡатыны — Эльмира Бикбова (30.05.1967—13.03.1992), Өфөнән. 24 йәшендә мейе яман шешенән вафат була.Санкт-Петербургтың Волково зыяратында ерләнгән[58].
  • Беренсе ҡатынынан улы Пётр (1987) ҡала, уны Шевчук баланың өләсәләре менән бергә тәрбиәләп үҫтерә. Пётр Кронштадт  Диңгеҙ кадет корпусын тамамлай. диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. 

1997 йылдың сентябрендә Шевчуктың актриса Марьяна Польеванан тағы бер улы Фёдор тыуа[59].

Хәҙерге ҡатыны (гражданлыҡ ҡатыны) — Екатерина[60][61] .[62]

Соло карьераһы

үҙгәртергә

Төркөм менән берлектәге ижадынан тыш, Шевчук яңғыҙ йырлы бер нисә альбомын сығара:

  • 1983 — Череповецкий магнитоальбом 
  • 1995 — Кочегарка (1985 йылғы яҙма) 
  • 1998 — 82 г. (1982 йылғы яҙма) 
  • 2001 — Два концерта. Акустика (1997 йылғы яҙма) 
  • 2005 — Москва. Жара (1985 йылғы яҙма) 
  • 2007 — Прекрасная любовь 
  • 2008 — L’Echoppe 
  • 2009 — Сольник (шиғыр йыйынтығы; Новая газета нәшер иткән).

Кинолағы эштәре

үҙгәртергә

Актёрлыҡ эштәре

үҙгәртергә
  • «Публикация» (реж. Виктор Волков, 1988) — камео (ДДТ төркөмө менән) 
  • «Духов день» (1990) — Иван Христофоров 
  • «Город» (1990) — камео 
  • «Вовочка» (2002) — алкоголик Александр Сергеевич 
  • «Атаман» (2005) — камео, ер аҫты үткәүелендәге йырсы  (16 серия) 
  • «Антонина обернулась» (2007) — Аркаша, психиатрк клиника пациенты 
  • «Батюшка» (2008) — ауыл табибы
  • «Жила-была одна баба» (2011) — Ишин, баш күтәреүселәр отряды командиры.
документаль фильмдар
  • «Я получил эту роль» (реж. М. Мельниченко, 1986)
  • «Рок» (реж. Алексей Учитель, 1987)
  • «Игра с неизвестным» (реж. Пётр Солдатенков, 1988)
  • «Лимита» (реж. Е. Головня, 1989)
  • «Город» (реж. Александр Бурцев, 1990)
  • «Время ДДТ» (реж. В. Бледнов, 2002)
  • «Костя и мышь» (2006)
  • «Посольская церковь» (реж. Алексей Лушников, 2006)
  • «Свобода по-русски» (реж. Андрей Смирнов, 2006)
  • «Небо под сердцем» (реж. Виктория Каськова, 2012)

Рус православие сиркәүе тарихына арналған   «Земное и небесное» тигән күп сериялы фильмда алып барыусы булараҡ  ҡатнаша.  

2007 йылда  Юрий Шевчук «История государства Российского» тарихи проектының   500 серияһын тауышландыра.

Фильмдар өсөн музыка

үҙгәртергә
 
Юрий Шевчук (концерт группы «ДДТ» в Казани, 16 декабря 2011 г.)

Юрий Шевчук йыр яҙған фильмдар:

  • «Духов день» (1990) 
  • «Ночь длинных ножей» (1990) 
  • «Русский транзит» (1994) 
  • «Кто, если не мы» (1998) 
  • «Азазель» (2002) 
  • «Ледниковый период» (2002) 
  • «Вовочка» (2002) 
  • «Господа офицеры» (2004) 
  • «Дальнобойщики-2» (2004) 
  • «Поцелуй бабочки» (2006) 
  • «Антонина обернулась» (2007) 
  • «Группа Zeta» (2007—2009) 
  • «Батюшка» (2008) 
  • «Отставник» (2009) 
  • «Одиночка» (2010) 
  • «Generation П» (2011) 
  • «Ключ саламандры» (2011) 
  • «Географ глобус пропил» (2013)

Хеҙмәттәре, ҡаҙаныштары, бүләктәре  

үҙгәртергә

Юрий Шевчуктың бүләктәре:

  • Рәсәй МЧС-ы миҙалы («Ғәҙәттән тыш гуманитар операцияларҙа ҡатнашыусыға»)
  • Эске эштәр министрлығының «Көмөш Тәре» отличие билдәһе
  • «МАСТЕР КЛАСС» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең «Мастер» билдәһе
  •  Берлинда 1994 йылда үткән «Санкт-Петербургтың аҡ төндәре» фестиваленең  «Йылдың иң яҡшы рок-йырсыһы» титулы
  • Украина православие сиркәүенең Изге апостол Андрей Первозванный ордены (2012)[63]
  • 2010 йылдың 16 ғинуарында   212924 һанлы астероидҡа Юрий Шевчук исеме ҡушылыу тураһында диплом тапшырыла.

Юрий Шевчук:

  • «Алтын камертон» конкурсы лауреаты (1982)
  • «Московский комсомолец» гәзите премияһы лауреаты
  • «Петрополь» художество премияһы лауреаты (1999, 2017)
  • Царское Селоның «Художество премияһы» лауреаты  (2000)
  • музыка өлкәһендә «Зәңгәр биттәр. Йыл кешеһе — 2002» премияһы лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (18.09.2003)
  • әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең «Триумф» бойондороҡһоҙ премияһы лауреаты 2007
  • мәҙәниәт һәм сәнғәт саралары менән кеше хоҡуҡтарын яҡлаған өсөн Мәскәүҙең Хельсинки төркөмө  премияһы лауреаты (2009)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Шевчук Ю. Защитники Трои. Книга стихов и песен (издание 2-е, дополненное) — С.-Пб.: Издательство Фонда Русской Поэзии при участии альманаха «Петрополь», 2000.
  • Шевчук Ю. Сольник. Альбом стихов. — Москва: Книжный клуб 36.6, Новая газета. 2009.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [1]
  2. 2,0 2,1 Махмутов, 2015, p. 143
  3. Юлиан Сосфенович Шевчук
  4. Фаина Акрамовна Гариева
  5. Своими глазами//Передача радиостанции «Эхо Москвы»
  6. Махмутов, 2015, pp. 141-142
  7. Махмутов, 2015, p. 144
  8. Махмутов, 2015, p. 145
  9. «Менестрель с чужим „голосом“»
  10. Дихотомия-2010
  11. «Московский Комсомолец» 27.11.1993 «УМРУ, НО СУКОЙ НЕ БУДУ!
  12. Шевчук в Чечне (ТВС)
  13. Мёртвый город. 2017 йыл 13 сентябрь архивланған.
  14. Фёдор Раззаков. Владимир Высоцкий. Я, конечно, вернусь.... — Москва, 2005. — С. 1136. — 1258 с.
  15. Заслуженный «заяц» Чечни 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
  16. Зачищенный фестиваль 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
  17. Зачем я приглашал Юрия Шевчука на Майдан? 2017 йыл 2 сентябрь архивланған.
  18. Сайт телеканала «Культура».
  19. «НГС Релакс», «Наш президент умрёт…», 5 сентября 2007
  20. Идём ко дну
  21. Аудиозапись выступления Юрия Шевчука на Петербургском экономическом форуме
  22. SpbLand.ru / / Новости / Санкт-Петербург
  23. ПЭФ: Шевчук «подпортил» репутацию России 2008 йыл 10 июнь архивланған.
  24. Видеозапись презентации книги Сольник в Петербургском «Доме книги» 2012 йыл 24 февраль архивланған.
  25. 50 главных российских знаменитостей по версии Forbes
  26. Ъ-FM — Юрий Шевчук: «Местные феодалы пытаются нас не пустить в свои вотчины, боятся»
  27. Репродуктор: В Финляндии издали книгу стихов Юрия Шевчука
  28. Юрий Шевчук пришёл на процесс по второму делу «ЮКОСа»
  29. Речь Шевчука в Олимпийском 7 марта 2010
  30. Интервью 2010 йыл 13 июнь архивланған.
  31. Шевчук о встрече с Путиным
  32. В.
  33. Михаил Жванецкий о Шевчуке и Путине
  34. Зинаида Троицкая, ВВП и «ДДТ» //Частный корреспондент, 31 мая 2010 г. 2017 йыл 2 октябрь архивланған.
  35. Ъ-Газета — Владимир Путин: даю вам честное партийное слово
  36. http://newdaynews.ru/kiev/285622.html Путин использовал прием КГБпротив Юрия Шевчука.
  37. Юрий Шевчук: «Путин — раб вертикали власти»
  38. Пользователи Рунета выдвинули Шевчука в президенты России, Пермский обозреватель (12 октябрь 2010). 12 октябрь 2010 тикшерелгән.
  39. Рок-диссидент Шевчук грозит пойти в президенты. 2014 йыл 23 май архивланған.
  40. Медведевский протокол забоялся Шевчука, forum-msk.org (13 октябрь 2010). 13 октябрь 2010 тикшерелгән. 2010 йыл 16 октябрь архивланған.
  41. Почему известные артисты фотографируются с детьми заключенных?
  42. Спасибо Максиму Громову и Юрию Шевчуку
  43. Политическая активистка, сторонница партии «Другая Россия»
  44. Катрина Фомченкова (c Ю.
  45. Не прогибаться. 2014 йыл 4 сентябрь архивланған.
  46. Юрий Шевчук: Светлой памяти 2014 йыл 12 июнь архивланған.
  47. Группа «ДДТ» отказалась от «Осени» и перевела средства от концерта жителям Донецкой области
  48. Единый учебник истории не расскажет о Ходорковском и Березовском // РИА Новости. 30 октября 2013.
  49. Ч. Хаматова, Время Шевчука, «Новая газета», № 53 от 16 мая 2012 2016 йыл 23 апрель архивланған.
  50. Николай Харитонов.
  51. Ислам. Ислам в России, ислам в мире 2009 йыл 4 июль архивланған.
  52. Юрий Шевчук: «Я предлагаю пожить десять лет спокойно и построить нормальную страну»
  53. Память народа :: Документ о награде :: Шевчук Юлиан Сосфенович, Орден Красной Звезды. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 26 апрель 2016.
  54. Память народа :: Документ о награде :: Шевчук Юлиан Сосфенович, Медаль «За боевые заслуги». pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 26 апрель 2016.
  55. Как защищали Родину отец Шевчука и дед Авербуха
  56. Юрий Шевчук: «Я жизнь люблю. Зачем мне клубы?» (1998 г. 2011 йыл 5 декабрь архивланған.
  57. Память народа :: Документ о награде :: Шевчук Юлиан Николаевич, Орден Отечественной войны I степени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 26 апрель 2016.
  58. Почему после смерти супруги Юрий Шевчук так и не женился?(недоступная ссылка)
  59. Почему не женится Юрий Шевчук? 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  60. Юрій Шевчук: «Історії кохання». Дата обращения: 21 июль 2014.
  61. Юрий Шевчук: «Мы — не официанты в искусстве». Дата обращения: 21 июль 2014.
  62. Юрий Шевчук: «У меня есть Катя. 2017 йыл 18 февраль архивланған.
  63. Блаженніший Митрополит Володимир нагородив відомих музикантів церковними нагородами // Офіційний веб-сайт Української Православної Церкви, 12.05.2012 (укр.)(укр.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә