Михайлов Дмитрий Иванович

нефтсе

Михайлов Дмитрий Иванович (7 ноябрь 1919 йыл5 декабрь 2018 йыл) — хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының элекке быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1980), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969).

Михайлов Дмитрий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Шаран, Q43425805?, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 5 декабрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (99 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Иванович Михайлов 1919 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2]Шаран ауылында күп балалы ғаилә тыуа. Урта белем ала. 1938 йылда, уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, Михайлов яҙмышын нефть сәнәғәте менән бәйләргә ҡарар итә һәм быраулаусыларҙа кочегар ярҙамсыһы булып эшләй башлай.

Рәсми хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда быраулау цехы статистигы булып башлай, һуңынан «Туймазабурнефть» тресының быраулау контораһында быраулаусы була.

1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Д. И. Михайловты Силәбе авиация училищеһына курсант итеп алалар, әммә хәл-тороштоң ҡатмарлы булыуы арҡаһында кесе курстарҙа уҡыусыларҙы ла фронтҡа оҙаталар. Хәрби сынығыуҙы Мәскәү өсөн барған һуғышта танкыға ҡаршы орудие командиры булараҡ ала. Ленинград фронтында ул — артиллерия батарея идаралығының взвод командиры. 1943 йылдың февралендә Ленинград эргәһендә ҡаты яралана. Дауаланғандан һуң, 1944 йылда штурмандарҙың авиация училищеһына тиҙләтелгән уҡыуға ебәрелә. Училищены тамамлағандан һуң — бомбардировщик штурманы була, икенсегә яралана.

Һуғыш тамамланғас Михайлов граждан авиацияһына осоусылар әҙерләүсе авиамәктәпкә ебәрелә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Внуково аэропортының транспорт самолетында икенсе вилот булып оса.

1946 йылда Башҡорт АССР-ына ҡайта. Авиацияны скважиналар быраулауға алмаштыра.

1946 йылдан алып «Туймазабурнефть» тресының 1-се, 2-се конторалары быраулаусыһы булып эшләй. 1948—1951 йылдарҙа — «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының быраулау мастеры, 1951 йылда — быраулау мастеры, начальнигы разведка акционерҙар йәмғиәте Ҡытай Халыҡ Республикаһында «Совкитнефть» акционерҙар йәмғиәтенең быраулау мастеры, разведка начальнигы. 1954—1955 йылдарҙа — «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының быраулау мастеры, 1955—1957 йылдарҙа — Ҡытай Халыҡ Республикаһында тәрән быраулау буйынса консультант. 1957 йылда — Францияла турбина быраулауы буйынса кәңәшсе, «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының быраулау мастеры.

Энергиялы ойоштороусы һәм производство новаторы Д. И. Михайлов производствоға яңы прогрессив ысулдарҙы, турбобур һәм электробур быраулауының тиҙләтелгән режимын, йыуҙырыусы шыйыҡса сифатында һыу ҡулланып бәләкәй һәм бәләкәйләтелгән диаметрлы скважиналар быраулауҙы әүҙем индерә.

1959 йылда Д. И. Михайлов етәкләгән бригадаға «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеме бирелә.

1961 йылда Д. И. Михайлов һәм уның хеҙмәттәштәре Башҡортостанда иң күп ер үтә — 25 128, 1962 йылда СССР-ҙа иң күп ер үтә — 40 371 метр. Бер станокка айына үтеү тиҙлеген 5 041 метрға еткереп, йылына 364 мең һәм экономиялай.

1966 йылда «Туймазабурнефть» тресының 5-се быраулау контораһы директоры итеп тәғәйенләнә. 1970—1974 йылдарҙа — Яңауыл район быраулау эштәре идаралығы начальнигы, 1976—1983 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең Өфө быраулау эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1966—1971 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. Алтынсы саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты була (1963—1967).

1983 йылда Д. И. Михайлов пенсияға сыға.

Михайлов Дмитрий Иванович 2018 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1980).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965).
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1969).
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин (1966), Октябрь революцияһы (1971), 1-се (1985) һәм 2-се дәрәжә (1945) Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ (1945) ордендары, миҙалдар, сит илдәрҙең ордендары менән наградланған.
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1976).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә