Төп менюны асырға

Хөсәйениә мәҙрәсәһе — Хөсәйениә мәсете нигеҙендә, XIX—XX быуаттарҙа Рәсүлиә (Троицк), Ғосмания (Өфө), Ғәлиә (Өфө), Мөхәмәдиә (Ҡазан) мәҙрәсәләре менән бер рәттән — башҡорт һәм татар халыҡтарының күренекле белем алыу үҙәге булып тора.

Хөсәйенов Әхмәт Ғәли улы татар миллионеры һәм эре меценаты ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән. Хөсәйенов Әхмәт Ғәли улы (Ахмед-бай, татар. Əxmət Ğali uğlı Xөsəyenov, Əхмəт Гали улы Хөсəенов) (1837, Ҡарғалы биҫтәһе, хәҙерге көндә Ырымбур өлкәһе — 10 декабрь 1906) — татар миллионеры һәм эре меценаты. Уның хәйриә аҡсаһына башҡорт һәм татар халыҡтарының күренекле белем биреү үҙәге Хөсәйениә мәҙрәсәһе һәм Хөсәйениә мәсете төҙөлгән.

Мәсет 1931 йылда ябыла. Бинаны Татар педагогия техникумға тапшыралар. 1992 йылда мәсет мосолмандарға ҡайтарыла.

Хөсәйениә мәҙрәсәһендә Ризаитдин Фәхретдинов, Сәғит Рәмиев, Сәғит Сүнчәләй, Ш. Камал, Ф. Кәрими, Ш. Борхан уҡытҡан.

Файл:Husainiya.jpeg
Хөсәйениә мәҙрәсәһе
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5610002001объект № 5610002001

Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә