Мәләүез мәсете
Мәләүез мәсете— Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан мәсет. 1908 йылда асылған. Уны асыу тантанаһында Ырымбурға уҡырға китеп барған йәш Әхмәтзәки Вәлидов та ҡатнаша.
Мәләүез мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1908 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Мәләүез мәсете Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМәләүез (Мәнәүез, Мелеузовский ям) ауылына Нуғай даруғаһы Тамьян олоҫо ерҙәрендә XVIII быуат аҙағында нигеҙ һалына. «Ям»- урыҫса почта станцияһы тигән һүҙ. Был Өфө- Ырымбур трактында урынлашҡан сауҙагәрҙәр ауылы 1786 йылдан билдәле. Башта ул ни бары алты йорттан тора. Оҙаҡ ваҡыт Ергән ауылы унан күпкә ҙурыраҡ һәм әһәмиәтлерәк була. Бында башлыса урыҫтар, сыуаштар йәшәй, һуңыраҡ татарҙар, мордвалар ҙа килә. Бер аҙҙан бында тирмәндәр, кибеттәр, олоҫ идаралығы, сиркәү барлыҡҡа килә[1].
1938 йылда Мәләүез ҡала тибындағы ҡасаба тип иғлан ителә. 1958 йылда уға ҡала статусы бирелә. 1996 йылда уның составына Береговка ауылы, Красногорский утары, 1997 йылда- Туғайлы ауылы инә. Хәҙерге ваҡытта— Мәләүез районы үҙәге[2].
XIX быуат аҙаҡтарында был яҡтарға яңыраҡ христиан динен ҡабул иткән татарҙар һәм сыуаштар килә. Башҡа диндәрҙән христиан (православие) диненә күскәндәрҙе дәүләт алты йылға тиклем һалымдарҙан азат итә, уларға аҡсалата бүләк бирә. Христиан диненән башҡа дингә күсеү 1905 йылға тиклем тыйыла, бындай кешеләр ҡаты язаға тарттырыла. Ләкин электән мосолман булған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре 1905—1907 йылдарҙағы Беренсе рус революцияһы ваҡытында ҡабул ителгән яңы закон биргән дин ирке нигеҙендә кире исламға ҡайтырға ҡарар итә.
1908 йылдың июль башында атаһына әйтмәй генә Көҙәндән Ырымбурға ҡасып уҡырға китеп барған Әхмәтзәки Вәлидов юл өҫтөндә ятҡан Мәләүезгә һуғыла. Бында тирә- яҡтан имамдар, башҡа хөрмәтле башҡорт һәм татар кешеләре мәсет асыу тантанаһына йыйылған була[3]. Сауҙагәр Ильясетдин Баязитов муллалар өсөн мәжлес ойоштора, улар менән бергә Әхмәтзәкиҙе лә өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра. Уның сит илгә уҡырға китергә уйы барлығын белгәс, дүрт-биш һум тирәһе аҡса бирә.
Мәсет Мәләүездә йәшәгән сауҙагәрҙәр, башҡа хәлле кешеләр тырышлығы менән һалына. Мәсеттә мосолмандарҙы уҡытыу ҙа яйға һалына.
1911 йылда Мәләүездә «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асыла. Ауыл кешеләре хәтерләүенсә, уның сығымдарын башлыса сауҙагәр Баязитов кеүек меценаттар күтәрә (Баязитовтар яҡын-тирәләге ҙурыраҡ ауылдарҙа, Аллағыуат, Ергәндә кибеттәр тотҡан, уларҙың туғандары— билдәле Стәрлетамаҡ сауҙагәрҙәре Баязитовтар).
Мәләүез йәмиғ мәсетенең имам хатибы булып Хәзелислам Шәйхелисламов хеҙмәт итә.
1929 йылда мәсет ябыла, уның манараһын һүтәләр. Был бинала башта кинотеатр, һуңыраҡ Госбанк, район китапханаһы була.
1951 йылда Мәләүездә имам вазифаһын Хәбибулла Зәйнулла улы Хәлекәйев, ә унан һуң- Ғәзизйән Исхаҡов башҡара. Мәләүез мосолмандары дини байрамдар, йома намаҙына күп осраҡта Иҫке Ишембай ауылы мәсетенә йөрөй, сөнки яҡын- тирәлә асылған был берҙән-бер мәсет була. Бының өсөн халыҡ алдан уҡ Ишембайҙа, йәки уға яҡын ауылдарҙа ҡунып, иртән мәсеткә килә. Әлбиттә бындай мосолмандар күпләп йыйылған көндәрҙә тәртип һаҡлау органдары тәүлек буйы дежурҙа тора.
1989 йылда имам Ғимаҙетдин Сәйетбатталов һәм башҡа мосолмандар тырышлығы менән элекке Мәләүез мәсете бинаһы мосолмандарға кире ҡайтарып бирелә.Мәсетте кире үҙ хәленә ҡайтарыр өсөн күп көс түгергә тура килә. 1992 йылда мәсеттең манараһы тергеҙелә, 1995 йылда мәсет яңынан эшләй башлай.
1995 йылдан Миңфәйез Ғәзиз улы Сәлимов мәсеттең имам хатибы була. 2002 йылда мәсет янында мәхәллә мәктәбе бинаһы төҙөлә.
2007 йылда Мәләүез һәм Фёдоровка райондарының имам- мөхтәсибе итеп Рәфис Риф улы Сафин тәғәйенләнә.
2013 йылда иҫке мәсет янында яңы уҡыу корпусы төҙөлә башлай һәм ул саҡтағы Мәләүез ҡалаһы һәм районы башлығы Зиннәт Харрас улы Хәйруллин, урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән тиҙ арала төҙөлөп бөтә.
Имам хатип Рәфис Риф улы Сафин мәктәпкә яңы мөғәллимдәр саҡыра. Улар араһында Анар Джафаров, Фәнүр Хоҙайғолов һәм Салауат Иҫәнбирҙин була. Шәкерттәр мәктәп ятағында тороп уҡый, бында йәшәү һәм уҡыу түләүһеҙ.
2019 йылда имам-мөхтәсиб итеп Айнур Рафиҡов (Әл-Әзһәр университетын тамамлаған) тәғәйенләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәЗаки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I.— Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994 — 400 с. ISBN 5-295-01269-7 (67 бит)
100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность\\Мелеузовский район.- Уфа:Китап, 2018.- 432с.илл. с.346-347, ISBN 978-5-295-07003-7
Һылтанмалар
үҙгәртергәАхмет-Заки Валиди. воспоминания. Книга 1(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ / Мәләүез мәсете // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Культурно-историческое наследие села. Мелеуз 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ [ http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-3961 Воспоминания Ахмет-Заки Валиди. Книга 1]