Хиуа ханлығы
Хиуа ханлығы (үзб. Xorazm, حارذم , Xiva Xonligi) — Хәрәзм дәүләтенең (1512—1920) урыҫ тарихи традицияларында ҡабул ителгән атамаһы. Дәүләт үҙен һәр саҡ Хәрәзм тип исемләгән, ә Рәсәй тарихсылары Хиуа ханлығы тип Хиуа баш ҡалаһы хөрмәтенә исемләгән[1] Хиуа ханлығы, Бохара ханлығы (Бохара әмирлеге) һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән, өс үзбәк ханлыҡтарҙың береһе була[2].
Хиуа ханлығы | |
үзб. Xorazm davlati / Хоразм давлати / خورزم دولتی фарс. دولت خورزم | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1511 |
---|---|
Рәсми тел | Сығатай теле һәм фарсы теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ үҙәк | Хиуа һәм Кёнеургенч[d] |
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй империяһы |
Идара итеү формаһы | абсолют монархия |
Халыҡ һаны | 800 000 кеше (1920) |
Валюта | Хорезмская таньга[d] |
Ҡулланылған тел | Үҙбәк теле һәм фарсы теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1920 |
Рәсми дине | Сөнниҙәр |
Хиуа ханлығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1512 йылда Шибанидтарҙан айырылған үзбәктәрҙең яңы династияһы үҙаллы ханлыҡ булдыра[3]. Башта дәүләтенең баш ҡалаһы Үргәнес (элек Гурганж) була, ул хәҙерге Төркмәнстан территорияһында урынлашҡан була.1598 йылда Амударъя йылғаһы Үргәнес ҡалаһынан ситтәрәк аға башлай һәм баш ҡала башҡа урынға — Хиуаға күсерелә. Амударъя, ханлыҡ биләмәһенән аға һәм һыуҙарын Каспий диңгеҙенә ҡойоп, халыҡты эсер һыу менән, шулай уҡ Европаға һыу юлын тәьмин итә. Быуаттар дауамында йылға бер нисә тапҡыр үҙ йүнәлешен үҙгәртә. Уның XVI быуат аҙағындағы аҙаҡҡы тапҡыр үҙәнен бороуы Үргенес ҡалаһын һәләк итә. Хәҙерге Хиуанан 150 километр алыҫлыҡта (төркмән Көнөүргенес ҡалаһына яҡын) боронғо баш ҡаланың ҡалдыҡтары ята.
1598 йылда Хиуа ханлытың баш ҡалаһына әүерелә. Хиуа — ун быуатлыҡ тарихы булған бәләкәй генә нығытылған ҡала. Уның килеп сығышы тураһында риүәйәттә ҡала иҫ киткес тәмле һыуы менән дан алған Хәйүәк ҡоҙоғо янында үҫеп сыға. Ҡоҙоҡ Нух бәйғәмбәрҙең улы Сим бойороғо буйынса ҡаҙыла. Иҫән-Ҡалала (Хиуаның эске ҡалаһы) хәҙерге ваҡытта ла был ҡоҙоҡто күрергә мөмкин.
Баш ҡаланы инкесе урынға күсергәндән һуң, һис шикһеҙ, Хәрәзм тарихында иң алама осор башлана. Әммә тора-бара ханлыҡ ҡабаттан сәскә ата һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Хиуа ислам донъяһының рухи үҙәктәренең береһе булып китә.
Ғәрәпшаһиттәр династияһы
үҙгәртергәЭлек-электән был илдең исеме Хәрәзм булған. XХ быуатҡа тиклем ғәмәлдә булған Хәрәзм дәүләте менән Яҙгәр хан вариҫтары Илбарс һәм балбарс солтандар етәкселегендәге күсмә үзбәк ҡәбиләләре идара иткән. Улар 9-сы быуында Шибан вариҫы булған Ғәрәп-шаһ-ибн-Пилад тармағына ҡарағандар, шәға күрә уларҙы Ғәрәпшаһиттәр, тип исемләгәндәр. Шибан, үҙ сиратында, Джучиның бишенсе улы булған. Әммә тегеләре лә, былары ла дәүләтте Хиуа тимәгәндәр, тик Хәрәзм тип атағандар.
Ғәрәпшаһиттар, ғәҙәттә, Шәйбанидтар менән үҙ-ара дошман булалар, улар Шәйбани хандың баҫып алыуҙарынан һуң Мәүәрәннәһерҙә урынлашҡан була; 1511 йылда Хәрәзмде баҫып алған үзбәктәр Шәйбани хандың походтарында ҡатнашалар.
Ғәрәпшаһиттар дала традициялары тоғро ҡалалар, улар ханлыҡты биләмәләргә династияларҙағы ир-ат (солтандар) һаны буйынса бүләләр. Юғары хаким, хан ғаиләлә өлкән була һәм уны солтандар советы һайлап ҡуйған. XVI быуат дауамында тиерлек Үргенес баш ҡала булып тора. Хиуа 1557—1558 йылдарҙа тәүге тапҡыр хан резиденцияһы була (бер йыл) һәм тик Ғәрәп Мөхәммәт хандың идаралығы осоронда ғына (1603—1622) баш ҡалаһына әүерелә. XVI быуатта ханлыҡ, Хәрәзмдән тыш, Хөрәсән төньяғындағы оазистарҙы һәм Ҡараҡом ҡомдарындағы төркмән ҡәбиләләрен үҙ эсенә ала. Солтандарҙың биләмәләре йыш ҡына үҙ эсенә Хәрәзмдәге һәм Хөрәсәндәге райондарҙы индерә. XVII башына тиклем ханлыҡ ысынында хандың номиналь хакимлығы аҫтындағы үҙ-ара бойондороҡһоҙ солтанаттар конфедерацияһы булып тора.
Шибаниттар хакимлыҡҡа килгәнгә тиклем үк Хәрәзм Сыңғыҙхандың ҡыйратылыуҙарынан һуң үҙенең мәҙәни әһәмиәтен юғалта. Һуңғараҡ , 1380-се йылдарҙа, Аҡһаҡ Тимер менән һуғыш башлана. Ултыраҡ тормош алып барған халыҡ күпселегендә илдең көньяҡ өлөшөндә йәшәй. Элек һуғарылған ерҙәр, айырыуса төньяҡта, ташландыҡ хәлгә әйләнә, ҡала мәҙәниәте ҡаҡшай. Ханлыҡтың иҡтисади яҡтан көсһөҙлөгөн ханлыҡтың үҙ аҡсаһы булмауы һәм XVIII быуат аҙағына тиклем Бохара тәңкәтәңкәләре файҙаланыуы асыҡ күрһәтә. Ошондай шарттарҙа үзбәктәр көньяҡ күршеләренә ҡарағанда күсмә торомш рәүешен оҙағыраҡ һаҡлап ҡала алған. ханлыҡта улар хәрби ҡатлам булалар, ә ултыраҡ һарттар һалым түләүсе булып иҫәплән. Хандың һәм солтандарҙың абруйы үзбәк ҡәбиләләренең хәрби ярҙамына бәйле була; әлеге бәйләнгелекте кәметеү маҡсатында хандар йыш ҡына төркмәндәрҙе яллайҙар, һөҙөмтәлә ханлыҡтың сәйәси тормошонда төркмәндәрҙең роле бик ныҡ арта. Ханлыҡ һәм Бохаралағы Шәйбанидтар араһындағы мөнәсәбәттәр, ғәҙәттәгесә, дошмандарса була. Ғәрәпшаһиттар йыш ҡына сәфәүиҙәр Ираны менән үзбәк күршеләренәҡаршы союзға инәләр һәм өс тапҡыр (1538, 1595—1598 һәм 1593йылдар) ханлыҡ ты Шәйбанидтар баҫып алалар. XVI быуат аҙағында, бер нисә эске һуғыштан һуң, Ғәрәпшаһиттарҙың күбеһе һәләк була һәм солтандар араһында ханлыҡты бүлеү системаһы бөтөрөлә. XVII быуат башында, Иран Хөрәсәндәге ханлыҡ ерҙәрен баҫып ала.
Билдәле тарихсы-хан Әбү-әл-Ғазиҙың, уның улы һәм вариҫы Ануша-хандың хакимлығы (1643—1663) сағыштырмаса сәйәси тотороҡлоҡ һәм иҡтисади прогресс осоро була. Киң күләмле ирригацион эштәр ойошторола, яңы һуғарылған ерҙәр ултыраҡ тормошҡа күсә башлаған үзбәк ҡәбиләләре араһында бүленә. Әммә шул уҡ ваҡытта ил бик ярлы булып ҡала, хандар буш ҡаҙнаһын күршәләргә ҡаршы ойошторолған барымталарҙан тултыралар. Шул ваҡыттан алып XIX быуат уртаһына тиклем, тарихсылар билдәләүенсә, «талау дәүләте» булып һанала.
Ҡуңғырат үзбәк династияһы
үҙгәртергәXVIII быуат уртаһына Ғәрәпшаһиттәр династияһы юҡҡа сыға. Һуңғы абруйлы хан Шәһәрғази хан була (1714—1728), ул Бекович-Черкасскийҙың хәрби экспедицияһын ҡыйратыуға өлгәшә. Был осорға ҡәбилә башлыҡтары хакимлығы ныҡ үҫешә һәм улар сынғыҙиҙарҙы (Сыңғыҙхандың вариҫтарын) ҡаҙаҡ далаларынан хан тәхетенә саҡыра башлай. Реаль хакимлыҡ аталыҡ һәм инәк титуллы ҡәбилә башлыҡтары ҡулында туплана. Ике төп үзбәк ҡәбиләһе — ғҡуңғырат һәм маңғыт, ханлыҡтағы хакимлыҡ өсөн көрәшәләр һәм уларҙың көрәше барышында Хәрәзмдең төньяҡ өлөшө, Арал (Амударъя дельтаһы) бүленеп сығыуы менән оҙатыла килә. Аралдың күсмә үзбәктәре хан итеп үҙҙәренең сынғыҙиҙарын иғлан итәләр, улар ҙа ҡурсаҡ ҡына була. XVIII быуаттың күпселек өлөшөн дә хәрәзмдә бола хөкөм һөрә, ә 1740 йылда илде Ирандағы Нәҙир шаһ баҫып ала, әммә уның хакимлығы номиналь була һәм 1747 йылда уның вафатынан һуң юҡҡа сыға. Артабанғы көрәштә ҡуңғыраттар еңә. Әммә Хиуа һәм Арал араһындағы оҙайлы һуғыштар Хәрәзмде тулыһынса анархияға килтерә, төркмәндәр әүҙем ҡатшаҡан үзбәк ҡәбиләләре араһындағы ығы-зығы шулай уҡ хәлде насарайта, бигерәк тә 1767 йылда Хиуаны йомуд төркмән ҡәбиләһе яулап алғандан һуң хәлдәр киҫкенләшә. 1770 йылда ҡуңғырат үзбәк ҡәбиләһе башлығы Мөхәммәт Әмин-бей йомудтарҙы еңә һәм ханлыҡта үҙ хакимлығын урынлаштыра. ,Әммә бынан һуң да ҡуңғырат инәктәре тиҫтәләгән йылдар дауамында ҡәбилә башлыҡтарының ҡаршылығын баҫтырыу өсөн көрәш алып бара һәм ул осорҙа сыңғыҙиҙәр һаман тәхет биләүен дауам итәләр.
1804 йылда Мөхәммәт Әмин-бейҙең ейәне, Эльтузар хан тип иғлан ителә, һәм ға сыңғыҙиҙәрҙең ҡурсаҡтары башҡа кәрәкмәне. Уның ҡустыһы, Мөхәммәт Рәхим хан I (1806—1825 йылдарҙа хакимлыҡ итә) 1811 йылда аралдарҙы еңеп, илде берләштерә, ҡарағалпаҡтарҙы буйһондора (Амударъя дельтаһының төньяҡ-көнбайышында) һәм төркәмәндәрҙе — көньяҡта һәм ҡаҙаҡтарҙы төньяҡта үҙенә буйһондорорға тырыша. Ошо уҡ сәйәсәтте уның вариҫтары ла алып бара. Элтузар һәм Мөхәммәт Рәхим хан I ахырҙа ҡәбилә башлыҡтарының ҡаршылашыуын һарттар ярҙамында еңеүгә өлгәшәләр һәм төркмәндәрҙең хәрби көсөн ауыҙлыҡлай ала. Төркмәндәрҙе улар Хәрәзмдә йәшәүгә инандыралар, хәрби хеҙмәт өсөн һуғарылған ерҙәр тараталар йәки уларҙы көс менән ризалашырға күндерәләр. Улар сағыштырмаса үҙәклештерелгән дәүләт төҙөйҙәр, сөнки провинциаль губернаторҙар сикләнгән хакимлыҡҡа эйә булалар. XIX быуаттың беренсе яртыһында ҡуңғыраттар ирригацион системаһын күпкә киңәйтәләр; шулай итеп, үзбәктәр ултыраҡ милләт булып китәләр һәм бының һөҙөмтәһендә яңы ҡалалар барлыҡҡа килә. Мөхәммәт Рәхим хан I хакимлығының осоронда ханлыҡта «Хәрәзмдә эшләнгән» яҙыулы үҙ тәңкәләрен һуға башлайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, ханлыҡҡа кеше ресурстары, шулай уҡ финанс ресурстары етешмәй һәм Бохараға һәм Хөрәсәнгә, шулай уҡ ҡаҙаҡтарға һәм бойондороҡһоҙ төркмән ҡәбиләләренә ҡаршы Хиуа рейдтары йыл һайын үткәрелә башлай. шул уҡ ваҡытта Ҡуңғырат осоро мәҙәни ҡаҙаныштар менән билдәләнә, нәҡ ошо ваҡытта Хәрәзм Урат Азияла төрки әҙәбиәте үҫешенең төп үҙәге булып китә.
Хиуа ханлығы Рәсәй бойондороҡлоғонда
үҙгәртергә1855 йылда ханлыҡ армияһы Серахс тирәһендә (Хөрәсәндә) төркмән-тәкәләр тарафынан ҡыйратыла һәм Мөхәммәт Әмин хан әлеге алышта һәләк була. Яңы хакимдар, Сәйед Мөхәммәт хан һәм Мөхәммәт Рәхим хан II, хәлде тотороҡландырыуға өлгәшә. Әммә 1870 йылда Ханлыҡ Рәсәй менән конфронтацияға яҡынлаша. Петр I беренсе тапҡыр Хәрәзмгә үтеп инергә тырыша, ул Бекович-Черкасский етәкселегендә 1717 йылда ҙур булмаған экспедиция ебәрә. Экспедиция уңышһыҙ була, һәм уның ағзалары барыһы ла тиерлек һәләк була.
XIX быуатта Рәсәйҙең Урта Азиялағы экспансияһы һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында Рәсәй империяһы һәм Урта Азия араһында көсөргәнеш арта. Хиуаға хәрби һөжүм 1873 йылдың яҙында Төркөстан генерал-губернаторы К. П. Кауфман етәкселегендә башлана, февраль аҙағында һәм март башында Ташкенттан, Ырымбурҙан, Маңғышлаҡтан һәм Красноводскиҙән (һәр ҡаланан 2-5 меңешәр кеше) дөйөм һаны 12-13 мең кешенән, 56 орудиенан, 4600 аттан һәм 20 мең дөйәнән торған дүрт отряд сыға. Хиуа тирәһендә 27-28 майҙа ҡалала һуғыш бара. Рахим Хива һәм 29 майҙағы алыштарҙа хан ғәскәрҙәре еңеләләр. Хиуа 29 майҙа баҫып алына һәм Мөхәммәт Рәхим хан II бирелә. Гендемиан солох килешеүенә 1873 йылдың 12 авгусында ҡул ҡуйыла, килешеүгә ярашлы ханлыҡ Рәсәй протектораты статусын ала. Хан үҙен Рәсәй императорының «тоғро ҡоло» тип иғлан итә һәм Амударъяның уң яғындағы ханлыҡтың бөтә ерҙәре Рәсәйгә күсә. Бойондороҡһоҙлоҡто юҡалтыу ханлыҡтың эске тормошонда бер ниндәй ҙә сағылыш тапмай. Был ерҙәр Төркөстан крайының Амударъя бүлеге составына инә. Төбәктә ҡоллоҡ бөтөрөлә.
1910 йылдан алып 1918 йылға тиклем ханлыҡ менән Әсфәндийәр хан идара итә.
Хиуала революция
үҙгәртергә1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Әсфәндийәр хандың консерватив ҡараштары либераль реформалар үткәреүгә ҡамасаулай.
1918 йылдың яҙында Әсфәндийәр хан дәүләт түңкәрелеше барышында йомуд-төркмәндәр башлығы Жунаид хан кешеләре тарафынан Нурулла бай һарайында үлтерелә һәм тәхеткә уның ҡустыһы Сәйет Абдулла хан ултыртыла. Ысынбарлыҡта хакимлыҡ Жунаид хан ҡулында була.
Ғәмәлдә Жунаид хандың диктатураһы һәм уның агрессив тышҡы сәйәсте илде ҡот осҡос хәрби еңелеүҙәргә дусар итә (Петр-Александровскиҙы ҡамау (1918)), был ханлыҡта болғанышты тағы ла нығыраҡ көсәйтә, халыҡ күпләп эмиграциялай башлай. 1919 йылдың ноябрендә коммунистар етәкселегендә ихтилал башлана. Ләкин ихтилалсыларҙың көсө етерлек булмай, шуға күрә уларға ярҙамға Рәсәйҙән Ҡыҙыл Армия Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре ебәрелә. 1920 йылдың февраль башына Жунаид ханды армияһы тулыһынса ҡыйратыла. 2 февралдә Сәйет Абдулла хан тәхеттән баш тарта (артабан ул СССР-ҙа ябай эшсе булып йәшәй һәм Кривой Рог ҡалаһында ерләнә), ә 1920 йылдың 26 апрелендә РСФСР составында Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһы иғлан ителә.
922 йылда РСФСР составындағы Хәрәзм ХСР-ы СССР составына инә һәм Хәрәзм ССР-ы тип үҙгәртелә. 1924 йылдың көҙөндә Урта Азияла милли-территориаль ыҙанлау барышында уның территорияһы РСФСР-ҙың Үзбәк ССР-ы, Төркмән ССР-ы һәм Ҡарағалпаҡ АО араһында бүленә.
Социаль-иҡтисади һәм сәйәси тормошо
үҙгәртергәXVI быуатта Хиуа ханлығы әле үҙәкләштерелгән дәүләт булмай, ҡәбилә системаһының йоғонтоһо көслө була; хакимлыҡ иткән ҡәбилә башлығы хан тип иғлан ителә.
Мәүәрәннәһерҙәге шәйбанидтарҙыҡы кеүек, Хиуа ханлығы ваҡ биләмәләргә бүленә. Виләйәттәр менән хан ғаиләһе ағзалары идара иткән. Улар үҙәк власҡа буйһонорға теләмәй, был, үҙ сиратында, эске низағтарҙа килтерә.
Ханлыҡ халҡы этник, мәҙәни һәм тел билдәләре буйынса өс төркөмгә бүленә:
- башҡа этник төркөмдәргә ҡушылған боронғо хәрәмлыларҙың туранан-тура вариҫтары;
- төркмән ҡәбиләләре;
- Дәште Ҡыпсаҡтан Хәрәзмгә күсеп килгән үзбәк ҡәбиләләре.
Ҡуңғырат ҡәбиләһе династияһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк эре үзбәк ҡәбилә башлыҡтары үҙ биләмәләрендә үҙаллы хакимдар булалар һәм ханлыҡтағы социаль-иҡтисади торошона хәл иткес йоғонто яһай башлайҙар.
XVI быуат менән бәйле; 1573 йылдан башлап ул Каспий диңгеҙенә һыуҙарын ҡоймай һәм 15 йыл дауамында Арал йылғаһына табан аға. Элекке үҙәндәр һыуһыҙ далаға әүерелә һәм халыҡ башҡа төбәктәргә күсергә мәжбүр була.
Бынан тыш, XVI быуатта Хиуа ханлығы ике тапҡыр Бохара ханлығы тарафынан баҫып алына. Эске низағтар, ауыр һалымдар һәм йөкләмәләр халыҡ хәлен ауырлаштыра һәм, үҙ сиратында, сауҙаға кире йоғонто яһай.
XVII быуатта Хиуа ханлығының сәйәси тормошонда ике үҙенсәлек күҙәтелә: хакимлыҡ иткән династияның абруйы төшөүе һәм ҡәбилә башлыҡтарының йоғонтоһо көсәйеүе. Дөрөҫөн әйткәндә, рәсми рәүештә бәктәр һәм бейҙәр элеккесә үҙәк властарға буйһона. Ысынбарлыҡта үҙҙәренең бәклектәре сиктәрендә улар абсолют власҡа эйә була. Хатта улар үҙ талаптарын юғары хакимғә ҡуя ала башлай. Хан дәүләт эштәрен үҙаллы, уларҙың ҡатнашлығынан тыш, башҡара алмай, киреһенсә, улар һайлауҙарҙа хандың яҙмышын хәл итә алалар. Сәйәси тарҡаулыҡ дәүләттә айырыуса саҡыу Ғәрәп Мөхәммәт хан дәүерендә күҙәтелә (1602—1621). Амударъя йүнәлешен үҙгәртеү сәбәпле ул баш ҡаланы Гүргәнждән Хиуаға күсерә.
Иҡтисади кризис ханлыҡтағы сәйәси хәлгә ҙур йоғонто яһай. Ғәрәп Мөхәммәт хан осоронда быға тиклем рус сиктәрен һаҡлаған атаман Нечай етәкселегендә Яйыҡ казактары Гүргенж ҡалаһына һөжүм итәләр һәм 1000 егет һәм ҡыҙҙы әсирлеккә төшөрәләр. Әммә кире юлда уларҙы хан үҙенең ғәскәре менән ҡыуып етә. Казактар еңелеүгә дусар ителә. Бер аҙҙан Гүргенжкә үҙенең отряды менән атаман Шамай һөжүм итә, әммә улар уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм әсирлеккә эләгә.
Ханлыҡта низағтар йышая. 1616 йылда Ғәрәп Мөхәммәд хандың улдары Хабаш-солтан һәм Илбарс-солтан найман һәм уйғыр ҡәбиләләре ярҙамында атаһына ҡаршы фетнә ҡуптаралар. Хан улдарына ҡаршы килмәй һәм уларҙың ерҙәренә өҫтәп Вәзир ҡалаһын бирә. Әммә 1621 йылда улар тағы баш күтәрә. Был юлы улар яғында болала хандың башҡа улдары ла — Исфәндийәр хан һәм Әбелғази хан — ҡатнаша. Алышта Һабаш солтандың һәм Илбарс хандың ғәскәрҙәре еңеүгә өлгәшә. Улдарының бойороғо буйынса уларға әсирлеккә эләккән аталары ҡыҙҙырылған тимер менән һуҡырайтыла һәм зинданға ябыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, хан үлтерелә. Әбелғази хан Бохара ханы Имамкули һарайында һыйына. Исфәндийәр хан Хазараспта йәшенә. Һуңынан уға еңеүсе ағалары хаж ҡылырға рөхсәт итәләр. Әммә Әсфәндийәр хан Иран шаһы Ғәббәс I юллана һәм уның ярҙамында 1623 йылда Хиуа тәхетенә ултыра. Был хаҡта белеп ҡалғас, Әбелғази солтан Хиуаға ашыға. Исфәндийәр хан (1623—1642) уны Гүргенж ҡалаһы хакимы итеп тәғәйенләй, әммә тиҙҙән уларҙың аралары боҙола һәм Әбелғази Төркөстан хакимы Есим ханға ҡаса. Ул вафат булғас, Әбелғази Ташкент хакимы Торсон ханға күсенә, артабан — Бохара ханы Имамкулиға.
Исфәндийәр хандың сәйәсәте менән ҡәнәғәт булмаған төркмәндәр Әбелғазиның Хиуаға килеүен үтенәләр. Уның ағаһы Хиуа тәхетен бушатырға мәжбүр була. Әммә ярты йылдан Әбелғазины Иран биләмәләре Нисо һәм Дарунға һөжүм итеүҙә ғәйепләп, уны тотоп алалар һәм Иран шаһы Сафи I (1629—1642) оҙаталар. Әбелғази солтан ун йылға иректән мәхрүм ителә (1630—1639). 1639 йылда ул ҡаса һәм 1642 йылда Арал алды үзбәктәренә килә. Исфәндийәр хандың вафатынан һуң (1643—1663) Хиуа тәхетен биләй. Уның 20-ыллыҡ хакимлыҡ осоро хәрби походтарҙа үтә. Бер нисә тапҡыр уға Бохара ханлығы менән һуғышырға тура килә. Әбелғази ханлыҡ биләмәһендә көн күргән ҡәбиләләрҙе дүрт төркөмгә бүлә: ҡыят-ҡуңғырат, уйғыр-наман, ҡаңҡы-ҡыпсаҡ һәм ныкыс-маңғыт. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше, ҡәбиләләр араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәр иҫәпкә алына. Был төркөмдәргә тағы ла 14 ваҡ ҡәбилә һәм ырыу ҡушыла. Һәр төркөмдә аҡһаҡалдар — инәктәр тәғәйенләнә. Улар аша хан ҡәбиләлә тыуған мәсьәләләрҙе хәл итә. Инәктәр хандың иң яҡын кәңәшселәре булараҡ һарайҙа йәшәй. Үҙенең яҡындары араһында Әбелғази Баһадыр хан 32 ҡәбилә башлыҡтары — инәктәрҙе тотҡан.
Әбелғази туғандары Әбделғәзиз хан һәм Собханғол хан араһындағы низағарына ла ҡыҫылған. Собханғол хан Әбелғазиның ҡыҙ туғанына өйләнгән була. Әбделғәзиз хан менән килешеү төҙөq. Шуға ҡарамаҫтан, 1663 йылда Әбелғази Бохара ханлығына ете тапҡыр һөжүм итә, Ҡаракүл, Саржуй, Вәрдәнзи төмәндәрен талай.
Шуның менән бергә Әбелғази хан бик уҡымышлы хаким була. Ул үзбәк телендә «Шәжәрә-и-төрки» (төркиҙәр шәжәрәһе) һәм «Шәжәрә-и-төркмән» (төркмәндәр шәжәрәһе) тарихи хеҙмәттәрен яҙа.
Әбелғазиның вафатынан һуң тәхеткә уның улы Ануша хан ултыра (1663—1687). Уның дәүерендә Бохара ханлығы менән мөнәсәбәттәр нығыраҡ киҫкенләшә. Ул бер нисә тапҡыр уға ҡаршы хәрби походтар ойоштора, хатта Бохараға тиклем барып етә, Сәмәрҡәнд ҡалаһын баҫып ала. Ахырҙа, Бохара ханы Собханғол уға ҡаршы фетнә ойоштора һәм Ануша хан һуҡрайтыла.
Собханғол хан Хиуала үҙенең яҡлыларынан фетнә ойоштора. 1688 йылда улар Бохараға Хиуа ханлығын үҙ подданлығына алыуҙы үтенеп вәкилен ебәрәләр. Ошо хәлдән файҙаланып, Собханғол хан инәк Шаһниязды Хиуа ханлығының ханы итеп тәғәйенләй. Әммә Шаһнияздың идара итеү һәләттәре булмай. Кеше көнөнә ҡалған Шаһнияз Собханғол ханға хыянат итә һәм көслөрәк бағыусыны эҙләй башлай. Рәсәй бындай ролгә тура килә. Урыҫ батшаһы Пётр I ярҙамында ул үҙенең вазифаһын һаҡларға теләй. Собханғол хандан йәшерен рәүештә 1710 йылда ул Пётр I үҙенең илсеһен ебәрә һәм Хиуа ханлығын урыҫ подданлыйғына алыуын һорай. Электән Урта Азияның алтыны һәм сеймал запастарына күҙ һалған Пётр I был хәлде уңайлы осраҡ тип һанай һәм 1710 йылдың 30 июнендә Шаһнияздың үтенесен ҡәнәғәтләндергән указ сығара. Был ваҡиғаларҙан һуң Хиуа ханлығында сәйәси тормош тағы ла ҡатмарлаша.
Хиуа ханлығында социаль хәл, Урта Азияның башҡа дәүләттәрендә кеүек, торғонлоҡ менән айырыла, сөнки ханлыҡ үсеше донъя кимәленән бик ҡалыша. Сәйәси тарҡаулыҡ, натураль хужалыҡтың өҫтөнлөгө, эске низағтарҙың дауам итеүе, ситтәрҙең һөжүмдәре илдең иҡтисадың ныҡ ҡаҡшата. Хакимдар дәүләт һәм халыҡ мәнфәғәтенә ҡарағанда башлыса үҙҙәренең мәнфәғәттәрен ҡайғырталар.
Хиуа ханлығында, Бохара ханлығындағы кеүек, бик күп һалымдар һәм йөкләмәләр һалына. Улар араһында төп һалым булып ер һалымы тора, бынан тыш халыҡ яҡынса 20 төр һалым түләй.
Бынан тыш, халыҡ мотлаҡ йәмәғәт эштәренә йәлеп ителә:
- «бегар» — һәр ғаиләнән бер кеше йылына 12 көн (ҡайһы берҙә 30 көнгә тиклем) төрлө төҙөлөштәрҙә, һуғарыу каналдарын таҙартыу эштәрендә эшләргә тейеш;
- «ҡаҙыу» — каналдар төҙөү;
- «ички ва обхура казув» — һуғарыу системаларын һәм шлюз менән дамбаларҙы таҙартыу;
- «качи» — оборона диуарҙарын һәм плотиналарҙы төҙөү;
- «атланыу» — ат менән хан һунарында ҡатнашыу.
Башлыса һуғарыу системалары менән бәйле булған әлеге йөкләмәләр хеҙмәтсән халыҡ өсөн бик ауыр йөк була, сөнки уларҙың күпселеге ер эштәренә күнеккән. Ҡайһы бер ҙә төҙөлгән дамбалар һыу баҫымы аҫтында емерелә һәм ер эштәре сроктары 3 айға тиклем оҙайтыла, шуға күрә ханлыҡта уңышһыҙ йылдар күп була, аслыҡ халыҡты тыуған яҡтарын ташлап китергә мәжбүр итә. Хиуала ҡуңғыраттарҙың хакимлыҡҡа килеүенә тиклем 40 ғаилә тирәһе йәшәй.
Был ваҡытҡа ханлыҡ халҡы яҡынса 800 мең кеше тәшкил итә, уларҙың 65 % — үзбәктәр, 26 % — төркмән, ҡалған өлөшө — ҡарағалпаҡтар һәм ҡаҙаҡтар. Үзбәк ҡәбиләләре һәм ырыуҙары башлыса ханлыҡтың төньяғында, Амударъяның түбәнге ағымында йәшәйҙәр.
Ханлыҡ 15 вилайәттән — Питнак, Хазарасп, Ханка, Гүргәнж, Кашкупыр, Ғазауат, Кият, Ша-һаббаз (Шаһбаз), Ходжейли, Амбар-Манок, Гурлен, Кунь-Гүргәнж, Чуманай, Кушрат, Ташуғыҙ — һәм ике наместниклыҡтан — Бишарыҡ һәм Ҡыят-Ҡуңғырат, шулай уҡ хандың үҙенең төмәндәренән тора.
Юғары хакимлыҡ — хан ҡулында. Ҙур йоғонто менән юғары дәрәжәле чиновниктар инәк, аталыҡ һәм бейҙәр файҙалана. Дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Мөхәммәт Рәхим I янында абруйлы чиновниктарҙан диван булдыра, йәғни дәүләт советы. Суд шәриғәт ҡанундарына таяна. Дәүләт теле булып үзбәк теле иҫәпләнә.
Ханлыҡтың төп байлығы булып ер һанала. Ул һуғарылған (ахъя) һәм һуғарылмаған (ядра) ерҙәрҙән тора. Хиуа ханлығында, Бохара ханлығындағы кеүек, киләһе ер хужалыҡтары төрҙәре ғәмәлдә була: дәүләт (әмләк), шәхси (мулк) һәм дини (ваҡыф).
Шуның менән бергә Хиуа ханлығында ер хужалығының үҙенсәлектәре була. Хан һәм уның туған-тумасалары ерҙәрҙең яртыһына хужа була, ҡалған ерҙәр дәүләт ерҙәре тип һанала (ваҡыфтан тыш). Дәүләт ерҙәрендә ҡуртымға алыусылар эшләй.
Хан һәм шәхси ерҙәрҙә эшләгән игенселәр ярымсы тип исемленәләр (ярым — ярты): улар ҡуртым өсөн уңыштын яртыһын бирергә тейеш була.
Хандың туғандары дәүләткә һалым түләмәйҙәр. Руханиҙар, эре чиновниктар, тархан грамоталарына эйә булғандар шулай уҡ һалым түләүҙән азат ителгән, ә ваҡ ер хужалары һалымдарҙы түләй алмайынса, бөлгөнлөккә төшә һәм, ахыр сиктә, ерһеҙ ҡала.
Халыҡтың төп шөғөлө — ауыл хужалығы, уның нигеҙен игенселек һәм малсылыҡ тәшкил иткән.
Игенселек бик ауыр шарттарҙа алып барылған. Ер Амударъянан һуғарылған һыу менән туйындырылған, күп кенә урындарҙа — екке мал көсө менән. XVI — XVII быуаттың башында Амударъя йылғаһының элекке үҙәне кибеүе сәбәпле хакимдар етди рәүештә һуғарыу эштәре менән шөғөлләнергә мәжбүр була. Ғәрәп Мөхәммәт хан (1602—1621) Туҡ ҡәлғәһе эргәһендә канал ҡаҙырға ҡуша. Әли солтан хакимлығы осоронда (1558—1567) Яңы арыҡ, Таити, Ярмыш каналдары төҙөлә. 1681 йылда Шаһабад каналы ғәмәлгә индерелә.
XVII быуаттың 70-се йылдарында Даукар күленә һыуҙарын ҡойған йылға ҡушылдығында быуа төҙөлә. XIX быуаттың башында Амударъянан Лаузан арығы (һуңынан каналға әүерелә) сығарыла. Ул Парса, Ходжейли һәм Кунь-Гүргәж араларындағы ерҙәрҙе туҡландыра. 1815 йылда Килич-Ниязбай исемле ҙур канал ҡаҙыла. Ул Даръялыҡтың уң ярындағы ерҙәрҙе һыу менән тәьмин итә. 1831 йылда Лаузан күленән сығарылған арыҡ ярҙамында Күн-Гүргәнж ерҙәрен һуғара башлайҙар.1846 йылда Амударъя йылғаһының элекке үҙәнендә быуа ҡорола һәм уның һыуы менән Күн-Гүргәнж көньяғы ерҙәре туҡландырыла.
Хиуа ханлығы ҡалалары
үҙгәртергәХанлыҡтың иң эре ҡалаһы — Хиуа — XVII быуаттың башынан 1920 йылға тиклем — уның баш ҡалаһы. Боронғо заманда ҡала Хийвак тип аталған. Хиуа һәр саҡ Көнсығыш һәм Көнбайыш араһында сауҙа юлын бәйләүсе сынйыр булып тора. XVII быуаттың башында, Амударъя йылға йүнәлешен үҙгәрткәндән һуң, элекке ханлыҡ баш ҡалаһы Гүргәнж халҡы өсөн уңайһыҙ шарттар барлыҡҡа килә һәм баш ҡаланы Хиуаға күсерәләр.
XVIII быуаттың уртаһында Нәдир шаһ һөжүме ваҡытында Хиуа емерелә. Мөхәммәт Әмин хан дәүерендә (1770—1790) ҡала ҡабаттан тергеҙелә.
Аллакүл хан осоронда (1825—1842) Хиуа диуар менән уратыла, уның оҙонлоғо 6 километр тәшкил итә. Хиуаның бөгөнгө архитектура күренеше XVIII быуаттан алып XX быуатҡа тиклем барлыҡҡа килә. Архитектура ансамбле берҙәмлеге менән айырылып тора. Башта уның эсендә Иҫән-Ҡала (эске ҡәлғә) төҙөлә, унда хан һарайы, хандың ғаиләһе өсөн торлаҡ, кәшәнә, мәҙрәсә, мәсеттәр булған. Иҫән-Ҡаланың дөйөм майҙаны 26 гектар тәшкил итә, уның диуарының оҙонлоғо — 2200 метр. Уны ике урам киҫеп үтә, дүрт ҡапҡаһы Дишан ҡалаһына сыға, унда һөнәрселәр, сауҙасылар йәшәгән. Дишан ҡаланың оҙонлоғо 6250 метр тәшкил итә, уның 10 ҡапҡаһы бар.
Хиуаның һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларының береһе — Сәйет Аллаутдин кәшәнәһе— XIV быуата төҙөлгән. Шулай уҡ башҡа архитектура һәйкәлдәре бар: Йәмиғ мәсете, Аҡ Мәсет, Өс әүлиә кәшәнәһе, Шәһәрғази хандың кәшәнәһе, Аллакүл хандың каруан-һарайы, инәк Ҡотлог-Морат инәк мәҙрәсәһе, 163 бүлмәнән торған таш Хаули һарайы. Ҡомартҡылар Хиуа төҙөүселәре, ташташ юныусылары, ағас буйынса һырлаусылары оҫталығы хаҡында һөйләй. Был йәһәттән Хиуа ханлыҡтың ғорурлығы булып торған.
Күн-Гүргәнж 2000 йыл элек төҙөлгән булған. Ул сауҙа каруан юлында урынлашҡан (хәҙерге Төркмәнстан территорияһы). X—XIII быуаттарҙа ул Хәрәзм шаһтар дәүләтенең баш ҡалаһы була.
Яңы Гүргәнж XVII быуатта Әбелғази хан дәүерендә төҙөлгән. Боронғо Гүргәнж ҡалаһын Күн-Гүргәнж тип атай башлайҙар. Унда XII—XIV быуаттарҙағы Фахрилдин-Рази кәшәнәһе, Солтан- Текеш, Нажмитдин-Кубро кәшәнәләре, йәмиғ мәсет, манара һәм каруан-һарайҙарҙың ҡалдыҡтары урынлашҡан. Яңы Гүргәнж — хәҙерге Хәрәзм виләйәтенең үҙәге.
1874 йылда Хәрәзмдә Атаджан Абдалов китап нәшриәте булдыра, ә Хоҙайбиргән Деванов беренсе үзбәк фотографы һәм кинооператоры була.
Хәрәзм хандары
үҙгәртергәҠуңғырат династияһы (1359—1388)
үҙгәртергә- Хөсәйен Суфый, 1359—1373
- Йософ Суфый, 1373—?
- Сөләймән Суфый, ?—1388
Шәйбанидтар династияһы (1511—1728)
үҙгәртергә- Әбү-л-Мансур Ильбарс хан, Бүреке солтандың улы, Күк Урҙа ханы —1511, Хәрәзм ханы 1511—1518
- Хажи Солтан хан, Билбарс Паландж солтан, улы, Хәрәзм ханы 1518—1519
- Хәсәнкүл хан, Әбүлек хандың улы, Хәрәзм ханы 1519
- Суфиян хан, Әминәк хандың улы, Хәрәзм ханы 1519—1522
- Буджуга хан, Әминәк хандың улы, Хәрәзм ханы 1522—1526
- Аванеш хан, Әминәк хандың улы, Хәрәзм ханы 1526—1538
- Кал хан, Әминәк хандың улы, Хәрәзм ханы 1541—1547
- Агатай хан, Әминәк хандың улы, Хәрәзм ханы 1547—1557
- Дост хан, улының Буджуга-хан, хан Хорезм 1557—1558
- Хажи Мөхәммәт хан, Агатай хандың улы, Хәрәзм ханы 1558—1602[4]
- Ғәрәп Мөхәммәт хан, Хажи Мөхәммәт хандың улы, Хәрәзм ханы 1603—1621
- Хабаш солтан һәм Ильбарс солтан, Ғәрәп Мөхәммәт хандың улдары 1621—1623
- Исфәндийәр хан, Ғәрәп Мөхәммәт хандың улы, Хәрәзм ханы 1623—1643
- Әбү-л-Ғази хан, Ғәрәп Мөхәммәт хандың улы, Хәрәзм ханы 1643—1663
- Әбү-л-Мозаффар Мөхәммәт Ануша хан, Әбү-л-Ғази хандың улы, хан Хорезм 1663—1686
- Хоҙайдад хан, Мөхәммәт Ануша хандың улы, хан Хорезм 1686—1689
- Эренга хан, Мөхәммәт Ануша хандың улы, хан Хорезм 1689—1694
- Джочи хан, Хәрәзм ханы 1694—1697
- Вәлихан хан, Хәрәзм ханы 1697—1698
- Шаһнияз хан, улының Джочи хандың улы, Хәрәзм ханы 1698—1703
- Шаһбәхет хан, Шаһнияз хандың улы, Хәрәзм ханы 1703
- Сәйет Әли хан, Шаһнияз хандың улы, Хәрәзм ханы 1703
- Мусахан хан, Джучи хандың улы, Хәрәзм ханы 1703—1704
- йәҙегәр хан, Хажи Мөхәммәт хандың улы, Хәрәзм ханы 1704—1714
- Шәһәрғази хан, Исем хандың улы, Хәрәзм ханы 1714—1728
- Илбарс хан II, Шаһнияз хандың улы, Хәрәзм ханы 1728—1740
- Әбү-л-Ғази Мөхәммәт-хан, Илбарс хандың улы, Хәрәзм ханы 1740—1745
- Шаһ Тимурхан (Аралда 1721-36).
Туҡатимөриттәр династияһы (ҡаҙаҡ солтандары)
үҙгәртергә- Баһадур хан (ҡаҙаҡ, 1728).
- Таһир хан (ҡаҙаҡ, 1740-41).
- Нурали хан (ҡаҙаҡ,1741-42).
- Әбу-ль-Ғази хан II (ҡаҙаҡ, 1742-46).
- Ғәйеп хан (1746-57).
- Абдулла Ҡарабай, ағаһы (1757)*
- Тимур Ғази хан (1757-63)*
- Тәүке хан (1763-64).
- Шаһ Ғази хан (1764-67).
- Әбу-ль-Ғази хан III (1767; формаль рәүештә 1770—1804; 1806).
- Нурали хан (1767-69).
- Яңгир хан (1769-70).
- Бүләҡатуй хан (1770).
1804 йылда (ысынында 1763) хакимлыҡ ҡуңғыраттарға күсә.
Ҡуңғыраттар династияһы (1763—1920)
үҙгәртергә- Мөхәммәт Әмин бей, Ишмөхәмәт Йәр бей, үзбәк Ҡуңғыраты ҡәбиләһе бейе, Хәрәзм инәке 1763—1790
- Ауаз инәк,Мөхәммәт Әмин бейҙең улы, үзбәк Кунграт ҡәбиләһе бейе, Хәрәзм инәке 1790—1804
- Эльтузар, Ауаз инәктең улы, Ҡуңғырат ҡәбиләһе бейенең улы, Хәрәзм инәке 1804, Хәрәзм ханы 1804—1806
- Мөхәммәт Рәхим хан I, Ауаз инәктең улы, Хәрәзм ханы 1806—1825
- Аллакул, Мөхәммәт Рәхим хан I-нең улы , Хәрәзм ханы 1825—1842
- Рахимғол, Аллаҡол хандың улы, Хәрәзм ханы1842—1845
- Мөхәммәт Әмин хан, Аллаҡол хандың улы, Хәрәзм ханы 1845—1855
- Абдулла хан, Ибадулла бәктең улы, Хәрәзм ханы 1855
- Ҡотлоғ Морат хан,, Ибадулла бәктең улы,Хәрәзм ханы 1855—1856
- Сәйет Мөхәммәт хан, Мөхәммәт Рәхим хан I-нең улы. Хәрәзм ханы 1856—1864
- Мөхәммәт Рәхим хан II, 1845 тыуған, Сәйет Мөхәммәт хандың улы, Хәрәзм ханы 1864—1910,
- 1873 Хәрәзм хандарына бөтә рәсәй императоры тарафынан ғәли йәнәптәре дөйөм титулы бирелгән
- Әсфәндийәр хан, 1871 тыуған, Мөхәммәт Рәхим хан II-нең улы, 1891—1910, Хәрәзм ханы 1910—1918, генерал-майор 1910
- Сәйет Абдулла хан 1870-1933, Мөхәммәт Рәхим хан II-нең улы, Хәрәзм ханы 1918—1920.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Брегель Ю. Э. Хорезмские туркмены в XIX веке. АН СССР, Ин-т народов Азии. М. : Издательство восточной литературы:1961
- ↑ Uzbek khanate (ингл.). Encyclopædia Britannica. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ История Хорезма. Ташкент, 1976, с. 82.
- ↑ История Хорезма. Ташкент, 1976, с. 83.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баскаков Н. А. Титулы и звания в социальной структуре Хивинского ханства // Советская тюркология, № 1. Баку, 1989.
- Султанов Т. И. Чингиз-хан и Чингизиды. Судьба и власть. — М.: АСТ, 2006. — С. 310—320. — 445 с. — (Историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-035804-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хивинское ханство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Михайлов. Голос хивинских пленных 2016 йыл 4 март архивланған. («Нива», 1873, номер 30, страницы: 465—470)
- Карта Хивинского ханства и низовьев Амударьи 1873 года
Хиуа ханлығы Викимилектә |