Харитон Юлий Борисович

совет һәм Рәсәй физигы

Юлий Борисович Харитон (14 (27) февраль 1904 йыл, Санкт-Петербург, — 18 декабрь 1996 йыл, Саров) — СССР һәм Рәсәй физик-теоретигы һәм физик химигы.

Харитон Юлий Борисович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 18 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4] (92 йәш)
Вафат булған урыны Саров, Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй[3]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][5]
Атаһы Борис Осипович Харитон[d]
Һөнәр төрө физик, сәйәсмән, физико-химик
Эшмәкәрлек төрө теоретическая физика[d], Физика[6] һәм физик химия[6]
Эш урыны А. Ф. Иоффе исемендәге РФА физика-техника институты[d]
Институт химической физики имени Н. Н. Семёнова РАН[d]
РФЯЦ-ВНИИЭФ[d][7]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Кембридж университеты
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты[3]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] һәм фәлсәфә докторы[d][4]
Ғилми етәксе Эрнест Резерфорд һәм Джеймс Чедвик[d]
Кемдә уҡыған Семёнов Николай Николаевич һәм Иоффе Абрам Фёдорович
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[8] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Харитон Юлий Борисович Викимилектә

Совет атом бомбаһы проекты етәкселәренең береһе. Ленин (1956) һәм өс Сталин премиялары (1949, 1951, 1953) лауреаты. Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949, 1951, 1954).

Сығышы үҙгәртергә

Атаһы Борис Осипович Харитон билдәле журналист, Конституцион-демократик партия органы булған «Речь» гәзитенең яуаплы мөхәррире була. 1922 йылда СССР-ҙан һөрөлә[9], Ригала йәшәй, Латвияны СССР-ға ҡушҡандан һуң 1940 йылда 7 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына хөкөм ителә һәм ике йылдан лагерҙа мәрхм була[10][11].

Олатаһы Иосиф Давидович Харитон Феодосияла беренсе гильдия сауҙагәре була; атаһы менән бер туған апаһы Этля (Адель) Иосифовна Харитон тарихсы Юлий Исидорович Гессенда кейәүҙә була (улдары — журналист һәм сценарист Даниил Юльевич Гессен)[12][13]. Ике туған ағаһы (атаһы менән бер туған икенсе апаһының улы) — журналист, «Известия» хәбәрсеһе Давид Ефремович Южин (ысын фамилияһы Рахмилович; 1892—1939).

Әсәһе Мирра Яковлевна Буровская (икенсе никахта Эйтингон; 1877—1947) актриса була (сәхнә псевдонимы Мирра Биренс), 1908—1910 йылдарҙа МХАТ-та уйнай[14][15].

Атаһы менән әсәһе 1907 йылда, Ю. Б. Харитон бала саҡта, айырылыша, әсәһе 1912 йылда психоаналитик Марк Ефимович Эйтингонға кейәүгә бара һәм Германияға, унан 1933 йылда Фәләстингә китә[16][17]. Борис Осипович улын үҙе тәрбиәләй.

Биографияһы үҙгәртергә

Юлий Борисович Харитон Санкт-Петербургта 1904 йылдың 14 февралендә (яңы стиль буйынса 27 февралдә) йәһүд ғаиләһендә тыуа[18].

13 йәшенән Юлий Харитон реаль училищела уҡыу менән бер рәттән төрлө эштәрҙә (хат ташыусы, механик өйрәнсеге, монтер) булып та эшләй[19].

19201925 йылдарҙа — Политехник институттың электромеханика факультеты, 1921 йылдың яҙынан физика-механика факультеты студенты.

1921 йылдан Физика техник институтында Николай Семёнов етәкселеге аҫтында эшләй.

19261928 йылдарҙа Кавендиш лабораторияһында (Кэмбридж, Англия) стажировка үтә. Эрнест Резерфорд һәм Джеймс Чедвик етәкселеге аҫтында фән докторы дәрәжәһен (D.Sc., Doctor of Science) ала, диссертация темаһы — «Альфа-киҫәксәләр сығарған сцинтилляциялар һаны тураһында».

19311946 йылдарҙа — Химик физика институтында шартлау лабораторияһы етәксеһе, ғилми хеҙмәттәре — детонация, яныу теорияһы һәм шартлау динамикаһы тураһында.

1935 йылдан — физика-математика фәндәре докторы.

19391941 йылдарҙа Юлий Харитон һәм Яков Зельдович беренсе тапҡыр уран бүленеүенең сынйырлы реакцияһын хисаплауҙы тормошҡа ашыра.

1945 йылдан атом проектында ҡатнаша, СССР Оборона дәүләт комитетының «Оборона дәүләт комитеты эргәһендәге Махсус комитет [атом энергияһын файҙаланыу буйынса] тураһында» 1945 йыл 20 август № 9887сс/ов бойороғо менән Махсус комитеттың Техник советына индерелә. Техник совет ағзаларына (А. И. Алиханов (рәйес), Л. Д. Ландау, Ю. Б. Харитон, А. Б. Мигдал, С. А. Рейнберг, М. А. Садовский, С. С. Васильев һәм А. П. Закощиков) 1945 йылдың 30 ноябрендәге ултырышта Хиросима менән Нагасакиға ташланған атом бомбаһы шартлау эҙемтәләренә ҡағылышлы бөтә булған материалдарҙы анализларға һәм шартлау тулҡынының тәьҫир итеү факторы, йылылыҡ нурланышы факторы һәм радиоактив нурланыш факторы һөҙөмтәлелеген билдәләргә ҡушыла.

1946 йылдан Харитон — Саровта СССР Фәндәр академияһының 2-се Лабораторияһы эргәһендәге КБ-11 (Арзамас-16) баш конструкторы һәм ғилми етәксеһе. Уның етәкселеге аҫтында ядро ҡоралы эшләү программаһына СССР-ҙың иң яҡшы физиктары йәлеп ителә. Үтә йәшерен шарттарҙа Саровта барған эшмәкәрлек тәүге совет атом (1949 йыл 29 август) һәм водород (1953 йыл 12 август) бомбаларын һынау менән тамамлана. Артабанғы йылдарҙа ядро зарядтарының ауырлығын кәметеү, ҡеүәтен арттырыу, ышаныслылығын нығытыу өҫтөндә эшләй.

1955 йылда "Өс йөҙҙөң хаты"на ҡул ҡуя. 1956 йылдан КПСС ағзаһы.

1946 йылдан — СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1953 йылдан — академигы. СССР Юғары Советының 3—11 саҡырылыштары депутаты.

1973 йылда ғалимдарҙың «Правда» гәзитенә «академик А. Д. Сахаровтың тәртибен» тәнҡитләп яҙған хатына ҡул ҡуйыусылар араһында була.[1][2]

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (9-сы участка) ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (29.10.1949; 08.12.1951; 04.01.1954)
  • алты Ленин ордены (29.10.1949; 11.09.1956; 07.03.1962; 27.02.1964; 26.02.1974; 24.02.1984)
  • Октябрь Революцияһы ордены (26.04.1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)[20]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.09.1944)
  • миҙалдар
  • Ленин премияһы (07.09.1956)
  • Өс Сталин премияһы (29.10.1949, 06.12.1951, 31.12.1953)
  • И. В. Курчатов исемендәге алтын миҙал (1974)
  • М. В. Ломоносов исемендәге ҙур алтын миҙал (1982)

Хәтер үҙгәртергә

  • 2001 йылдың 1 мартынан башлап йыл һайын Саровта Мәктәп Харитон уҡыуҙары үткәрелә.
  • Ю. Б. Харитон бюсы Санкт-Петербургта Мәскәү Еңеү паркының Батырҙар аллеяһына ҡуйылған.
  • Мәскәүҙә йәшәгән йортонда (Тверь урамы, 9) 28.11.2004 мемориаль таҡтаташ (скульптор Г. С. Потоцкий) ҡуйылған.
  • 2004 йылда Харитонға бағышланған Рәсәй почта маркаһы сығарыла.
  • Санкт-Петербургта һәм Саровта Академик Харитон урамы бар.

Библиография үҙгәртергә

  • Харитон Ю. Б., Шальников А. И. Механизм конденсации и образование коллоидов. — М.: ГТТИ, 1934. — 66 с. — 2 000 экз.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Julij Chariton // https://www.vle.lt/straipsnis/julij-chariton/
  2. Харитон Юлий Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 3,2 https://old.bigenc.ru/physics/text/4730189
  4. 4,0 4,1 http://www.biblioatom.ru/founders/khariton_yuliy_borisovich/
  5. http://moscow-tombs.ru/1996/1996.htm
  6. 6,0 6,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=uk2016916424
  7. https://fas.org/pubs/_docs/making_the_russian_bomb.pdf
  8. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-52594.ln-ru
  9. Списки антисоветской интеллигенции, намеченной к высылке в 1922 году
  10. И. Дименштейн «Латвийский след атомной бомбы»
  11. Россия и российская эмиграция в воспоминаниях и дневниках 2016 йыл 14 сентябрь архивланған.
  12. Династия Гессенов 2012 йыл 28 апрель архивланған.
  13. А. К. Чернышёв Подвиг Юлия Харитона
  14. Isabella Ginor & Gideon Remez «Her Son, he Atomic Scientist: Mirra Birens, Yuli Khariton, and Max Eitingon’s Services For The Soviets»
  15. Tales of a nuclear family
  16. В. Хазан «Загадка псевдонима Льва Шестова»
  17. Юлий Харитон и его время 2018 йыл 15 ғинуар архивланған.
  18. Из биографических записей Ю.Б.Харитона // Человек столетия. Юлий Борисович Харитон / В.Н.Михайлов. — М: ИздАТ, 1999. — С. 13-14. — 664 с. — ISBN 5-866656-089-5.
  19. Биография Юлия Харитона // РИА Новости
  20. Харитон Юлий Борисович — Автобиография 2018 йыл 15 ғинуар архивланған.

  документа Протокол № 9 заседания Специального комитета при Совнаркоме СССР. Москва, Кремль 30 ноября 1945 года в Викитеке

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә