Латвияға совет ғәскәрҙәрен индереү

Латвияға совет ғәскәрҙәрен индереү — Латвия тарихындағы ваҡиға, уның барышында 1940 йылдың 17 июнендә Латвияға совет Ҡыҙыл Армияһы частары индерелә. СССР ультиматум белдергәндән һуң Латвияла 1940 йылдың 20 июнендә микробиолог Август Кирхенштейн етәкселегендәге яңы хөкүмәт булдырыла. Дәүләттең ғәмәлдәге башлығы Карлис Улманис бер нәмә лә эшләмәй[1].

Латвияға совет ғәскәрҙәрен индереү
Дәүләт  Латвия
Башланыу датаһы 1940

1939 йылда Латвияға совет ғәскәрҙәрен индереү

үҙгәртергә
  • 23.08.1939 Советтар Союзы һәм Германия Молотов-Риббентроп пактына һәм уға өҫтәп Көнсығыш Европала «территориаль-сәйәси үҙгәртеүҙәр осрағына» ике яҡтың да мәнфәғәттәр өлкәһен айырып билдәләү тураһында Йәшерен өҫтәмә протоколға[2] ҡул ҡуя. Протокол Латвия, Эстония, Финляндия, Көнсығыш Польшаны һәм Бессарабияны СССР мәнфәғәттәре өлкәһенә индереүҙе күҙаллай.
  • 01.10.1939 8А армияһының төп частарын көньяҡҡа Кудеб йылғаһынан Латвия менән сик буйына күсереү. Оборона Халыҡ Комиссариаты маршалы К.Ворошилов приказы буйынса Латвия территорияһына һауа резведкаһы яһала.
  • 02.10.1939 Кремлдә айырым совет гарнизондарын Латвия территорияһында урынлаштырыу тураһында Совет-Латвия һөйләшеүҙәре башлана.
  • 05.10.1939 В.Молотов һәм В.Мунтерс СССР һәм Латвия араһында 10 йыллыҡ осорға Үҙ-ара ярҙам килешеүенә ҡул ҡуя.

Латвия Республикаһы, СССР-ҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм үҙенең бойондороҡһоҙлоғон нығытыу маҡсаттарында, Союзға Лиепая (Либава) һәм Вентспилс (Виндава) ҡалаларында хәрби-диңгеҙ флоты базаһын һәм яраҡлы хаҡҡа ҡуртым хоҡуҡтарында авиация өсөн бер нисә аэродром урынлаштырыу хоҡуғын бирә. Базалар һәм аэродромдар өсөн аныҡ урындар бүленә, уларҙың сиктәре үҙ-ара килешеү буйынса билдәләнә..

Ирбен боғаҙын һаҡлау маҡсатында, Советтар Союзына шул уҡ шарттарҙа Вентспилс һәм Питрагс араһында яр буйлап яр буйы артиллерияһы базаһын ҡороу хоҡуғы бирелә.

Диңгеҙ базаларын, аэродромдарҙы һәм яр буйы артиллерияһын һаҡлау маҡсатында Советтар Союзы базалар һәм аэродромдар өсөн бүленгән участкаларҙа үҙ иҫәбенә ҡәтғи сикләнгән һанда совет ер өҫтө һәм һауа ҡораллы көстәрен тоторға хоҡуҡлы, уларҙың һаны айырым килешеү менән биләдәләнә.

ЙӘШЕРЕН ПРОТОКОЛ

I

Үҙ-ара килешеү төҙөгән яҡтарҙы әлеге ваҡытта Европала барған һуғышҡа ылыҡтырырға тырышыуҙарҙы иҫкәртеү һәм туҡтатыу маҡсатында, СССР шул һуғыш барған осорҙа ерҙәге һәм һауа ҡораллы көстәрен айырым гарнизондар менән, дөйөм алғанда егерме биш меңгә тиклем кешене аэродромдарға һәм базаларға бүленгән участкаларҙа (пакттың 3-сө статьяһы) урынлаштырырға хоҡуҡлы, тип килешелә.

II

Пакттың 1-се статьяһында атап үтелгән ярҙам икенсе яҡтың теләге буйынса күрһәтелә, әммә ике яҡтың да килешеүе нигеҙендә, әгәр икенсе яҡ өсөнсө держава менән һуғыша башлаһа, ярҙам күрһәтә торған яҡ нейтраль хәлдә ҡала ала.[1]

  • 14.10.1939 Ратификация грамоталары менән алмашҡандан һуң СССР һәм Латвия араһында 1939 йылдың 5 октябрендә төҙөлгән Үҙ-ара ярҙам тураһындағы Килешеү үҙ көсөнә инә.
  • 23.10.1939 СССР һәм Латвияның хәрби комиссиялары Латвияға совет ғәскәрҙәрен урынлаштырыу буйынса килешеү төҙөй, хәрбиҙәрҙе Лиепая, Вентспилс, Приекуле и Питрагс ҡалаларына урынлаштырыу билдәләнә. Диңгеҙ хәрби көстәре 23 октябрҙә, ә ҡоро ер ғәскәрҙәре Вентспилс -Питрагс районына — 29 октябрҙә, Лиепая районына — 30 октябрҙә индерелергә тейеш була.
  • 23.10.1939 Лиепаяға совет КБФ-һы кораблдәре — «Киров» крейсеры «Сметливый» һәм «Стремительный» эсминецтары оҙатыуында килә.
  • 29.10.1939 Зилупе станцияһына совет ғәскәрҙәренең беренсе эшелоны килә. Килешеүгә ярашлы Латвияға 2-се ОСК һәм 18-се авиабригада частары килә, уларҙа 21559 кеше иҫәпләнә.
  • 31.10.1939 В.Молотов Юғары сессияһында түбәндәгеләрҙе еткерә:

Атап үтелгән үҙ-ара ярҙам пакттарының үҙенсәлеге, ҡайһы бер сит ил матбуғат органдары күрһәткәнсә, һис кенә лә Советтар Союзының Эстония, Латвия и Литваның эштәренә ҡыҫылыуын аңлатмай. Киреһенсә, үҙ-ара ярҙам пакттарында асыҡтан-асыҡ ҡул ҡуйған дәүләттәр суверенлығының тейелгеһеҙ булыуы һәм башҡа дәүләт эштәренә ҡыҫылмау принцибы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Был пакттар икенсе яҡтың дәүләт, социаль һәм иҡтисади структураһын үҙ-ара хөрмәт итеү ниәте менән һуғарылған, һәм улар халыҡтарыбыҙ араһындағы тыныс, яҡшы күршеләрсә хеҙмәттәшлекте нығытырға тейеш. Төҙөлгән пакттарҙы намыҫлы һәм теүәл тормошҡа ашырыу яҡлыбыҙ һәм Балтиҡ буйы илдәрен «советлаштырыу» тигән һүҙ бутҡаһы дөйөм дошманыбыҙға һәм советтарға ҡаршы провокаторҙарға ғына отошло булыуын белдерәбеҙ.

1940 йылда Латвияға совет ғәскәрҙәрен индереү, Латвияның СССР-ға ҡушылыуы

үҙгәртергә
 
Совет ғәскәрҙәре Ригаға инә, 1940 й.
  • 11.06.1940 Ленинград сик буйы һағы округының НКВД ғәскәрҙәре командующийы генерал-майор Ракутиндың приказынан:

Билдәле мәғлүмәттәргә ярашлы, Эстония һәм Латвияның реакцион даирәләре, ғәмәлдәге килешеү мөнәсәбәттәрен өҙөү маҡсатында, ошо илдәргә урынлаштырылған Ҡыҙыл Армия частарына һәм гарнизондарына, Советтар Союзы сиген һаҡлаусы сик буйы ғәскәрҙәренә ҡаршы провакацион һөжүм әҙерләй. Реакцион көстәрҙең провакацион сығыштары булған осраҡта, Ҡыҙыл Армия частары, Советтар Союзының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Эстония һәм Латвиялағы частарға ярҙам итергә әҙер…

  • 15.06.1940 14-се застава районында истребителдәр төркөмө начальнигы лейтенант Комиссаров командалыҡ иткән НКВД отряды Латвия Республикаһы объекттарына һөжүм итә. Төнгө сәғәт икелә отряд, Совет-Латвия сиген үтеп, Латвияның Масленки кордонын ҡыйрата һәм яндыра һәм, әсирҙәр алып, совет территорияһына кире ҡайта. Шул уҡ застава участкаһында истребителдәр төркөмөнөң политрук Бейко командалыҡ иткән икенсе отряды, шулай уҡ Латвия сиген аша сығып, Бланты кордонына һөжүм итә, әсирҙәр алып, кире совет территорияһына ҡайта. Өсөнсө урында әҙерләнгән һөжүм туҡтатыла. Атыш мәлендә 3 латвия сик буйы һалдаты һәм ике ябай граждан үлтерелә. 9 хәрби һәм 28 ябай ауыл кешеһе әсир итеп алына.
  • 16.06.1940 Совет ғәскәрҙәре Латвия һәм Эстония сиктәрендә тупланыуҙы һәм урынлашыуҙы тамамлай. Балтиҡ буйы кампанияһын үткәреү өсөн 3 армия, 7 уҡсылар һәм 2 кавалерия корпустары, 20 уҡсылар, 2 мотоуҡсылар, 4 кавалерия дивизиялары, 9 танк һәм 1 һауа-десант бригадаһы бүленә. Бынан тыш НКВД ғәскәре хәрби операция өсөн бер оператив полк һәм Гродно ҡалаһында урынлашҡан 105-се, 106-сы һәм 107-се сик буйы отрядтарын бүлә.
  • 16.06.1940 В. Молотов 14.00 сәғәттә Латвия илсеһе Ф. Коциньшты, ә 14.30 сәғәттә Эстония илсеһе А. Рэйҙы саҡыра һәм уларға Совет ултиматумын тапшыра. Ултиматумда Балтиҡ Антантаһының эшмәкәрлеге кире яҡтан баһалана һәм Советтар яҡлы хөкүмәттәр булдырыу, Ҡыҙыл Армияның өҫтәмә ғәскәрҙәрен урынлаштырыуға рөхсәт биреү талап ителә. Ғәскәр индереүҙе (Латвияға 2 корпус һәм Эстонияға 2-3 корпус) Молотов ҡайтанан ваҡытлыса сара тип атай. Уның аңлатыуынса, яңы хөкүмәттәр Ригала һәм Таллиндағы совет вәкилдәре ҡатнашлығында булдырыла. Коциньш 1940 йылдың 15 июнендә Совет-Латвия сигендә булған бәрелеш тураһында хәбәр итә, һәм Молотов мәсьәләне асыҡларға вәғәҙә бирә. Эстон илсеһе А. Рэй, ультиматум шарттарын йомшартырға тырышып, әңгәмәсеһенең иғтибарын 1939 йылдың көҙөндә Балтиҡ Антантаһына ҡарата ҡаршы фекерҙең булмауы хаҡында белдерә, сөнки бер ниндәй ҙә провокациялар булмай, әммә Молотов был мәсьәләләрҙе тикшереп тә тормай. Ультиматум ваҡыты Латвия өсөн 16 июндең 23.00, ә Эстония өсөн 24.00 сәғәтендә үтә.
  • 16.06.1940 Совет ультиматумын алғас, президент К.Ульманис Германия илсеһе Г.фон Котцеға хөкүмәтте һәм армияны Көнсығыш Пруссияға эвакуацияларға рөхсөт һорап мөрөжөғөт итә, ләкин үтенес кире ҡағыла. Рига районында Белорус айырым хәрби округы хәрби-һауа көстәренең парашют-десант хеҙмәте начальнигы капитан Старчак парашюты менән килеп төшә.
  • 16.06.1940 19:45 сәғәттә Латвияның СССР-ҙағы илсеһе Ф.Коциньш В.Молотовҡа үҙенең хөкүмәтенең Совет талаптарын ҡәнәғәтләндерергә риза булыуҙары тураһында хәбәр итә. 22:40 сәғәттә Латвия хөкүмәтенең отставкаға китеүе тураһында белдерә. Молотов Ригаға СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары А Вышинскийҙың йүнәлтелеүе тураһында хәбәр итә.
  • 17.06.1940 10:20 сәғәттә 3А совет ғәскәрҙәре (2 һәм 27тбр, 121 һәм 126сд) Латвия сиген үтә[3].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Карлис Улманис 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  2. Секретный дополнительный протокол к пакту Молотова-Риббентропа 2012 йыл 19 май архивланған.
  3. Прибалтийская операция 1940 г. hrono.ru.