Иоффе Абрам Фёдорович
Иоффе Абрам Фёдорович (29 октябрь 1880 йыл — 14 октябрь 1960 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, совет фәнен, фәнни мәктәбен ойоштороусы, академик (1920), СССР фәндәр академияһы вице-президенты (1942—1945). Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ленин премияһы лауреаты.
Биографияһы
үҙгәртергә1880 йылдың икенсе гильдия сауҙагәре Файвиш (Федор Васильевич) Иоффе (1852—1898) һәм өй хужабикәһе Вайнштейн Рашель Абрамовна ғаиләһендә тыуған . Йәһүд[10]. Урта белемде Полтава губернаһы Ромны ҡалаһындағы реаль училищеһында ала (1889—1897), тап шунда Степан Тимошенко менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдыра һәм ғүмеренең аҙағынаса уның менән араларҙы өҙмәй.
1902 йылда Санкт-Петербург практик технология институты, 1905 йылда — Германияла Мюнхен университетын тамамлай, Мюнхенда В. К. Рентгенетәкселеге аҫтында эшләй һәм фән докторы диссертацияһын яҡлай.
1906 йылдан алып Политехник институтында эшләй, унда 1918 йылда инженерҙар-физиктарҙы әҙерләү өсөн Физик-механик факультетын ойоштора. 1911 йылда милләте йәһүд булмаған ҡыҙ менән никахҡа инеү өсөн лютеранлыҡ ҡабул итә[11]. 1913 йылда профессор ғилми исеме бирелә.
1911 йылда А. Ф. Иоффа, Р. Милликен ҡулланған идеяны ҡулланып, электрон зарядын асыҡлай: электрик һәм гравитацион яландарҙа зарядлы металл киҫәксәләре тигеҙләнә (Милликен тәжрибәһендә— май тамсылары). Әммә был эште Иоффе 1913 йылда ғына баҫтыра (Милликен үҙенең һөҙөмтәһен алдараҡ нәшер итеүгә күрә донья әҙәбиәтендә эксперимент уның исемен ала)[12][13].
1913 йылдан 1915 йыл дауамында П. Ф. Лесгафт курсында лекциялар уҡый.
1913 йылда физика буйынса магистрлыҡ һәм 1915 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1918 йылдан алып — Рәсәй фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, ә 1920 йылдан — мөхбир ағзаһы.
1918 йылда Дәүләт рентгенология һәм радиология институтын булдыра һәм уны етәкләй, бер үк ваҡытта әлеге институттың президенты булып тора (директоры профессор М. И. Неменов була). 1921 йылда бүлек нигеҙендә булдырылған Физика-техник институтының директоры итеп тәғәйенләнә (хәҙер институт А. Ф. Иоффе исемен йөрөтә). 1919—1923 йылдарҙа — Петроград сәнәғәтенең Фәнни-техник комитеты рәйесе, 1924—1930 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй физиктар ассоциацияһы рәйесе, 1932 йыл — Агрофизик институты директоры.
Абрам Иоффе — Ленинградта Ғалимдар йортон булдырыу инициаторҙарҙың береһе (1934). Ватан һуғышы башында хәрби техника буйынса Комиссия рәйесе итеп тәғәйенләнә, 1942 йылда — Ленинград партия ҡала комитеты ҡарамындағы хәрби һәм хәрби-инженер комиссияһы рәйесе.
1930-сы йылдар уртаһынан А. Ф. Иоффе ядро реакциялар тикшереүҙәрен туҡтатмау яҡлы була (шул иҫәптән ил етәкселеге алдында ла). ЛФТИ-ла әлеге маҡсаттарҙа лаборатория булдырыла, уның башында И. В. Курчатов тәғәйенләнә. 1942 йылдың сентябрендә ГКО бойороғо буйынса лаборатория базаһында (был ваҡытта Ҡаҙанда урынлашҡан була) СССР фәндәр академияһының 2-се һанлы лаборатория булдырыла. Шулай итеп, совет атом программаһына старт бирелә[14]. 1941 йылдың көҙөндә, Ҡаҙанда эвакуацияла саҡта, СССР фәндәр академияһы физика-математика бүлегенең дөйөм йыйылышында оборона тематикаһы буйынса эшкә ҡушылыуға саҡыра һәм әлеге ярҙам конкрет булырға тейеш тип әйтә: «Мин, мәҫәлән, Ҡаҙан тирәләй нығытмалар төҙөүҙә етәкселек итеү буйынса файҙа килтерә алам тигән һығымтаға килдем»[15].
1944 йылда А. Ф. Иоффе Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Уның исеменән В. М. Молотовҡа дүрт академик хаты яҙыла һәм нәҡ ошо хат «академия» һәм «университет» физика араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә[16]. 1945 йылда ул Махсус комитеттың Техник советы составына индерелә, үҙенең институтының фәнни-тикшеренеү эштәрен планлаштыра (был эштә уға Л. А. Арцимович ярҙам итә), шулай уҡ институт ихтыяждары өсөн 130-сы һанлы Наркомэлектропром заводы майҙандарын тапшырырға ниәтләй[17].
1950 йылдың декабрендә, «космополитизм менән көрәш» кампанияһы барышында, Иоффе директор вазифаһынан бушатыла һәм институттың Ғилми советы составынан сығарыла. 1952 йылда СССР фәндәр академияһының ярым үткәргестәр лабораторияһын етәкләй. 1954 йылда лаборатория нигеҙендә СССР фәндәр академияһының ярым үткәргестәр институты ойошторола.
Яҡтылыҡ, ҡаты есемдәр физикаһы, диэлектриктар һәм ярым үткәргестәр теорияһын эксперименталь нигеҙләү буйынса хеҙмәттәр авторы (1909—1913). Иоффе күп кенә фәнни журналдар мөхәррире була, бер нисә монография, дәреслектәр һәм популяр китаптар авторы, шул иҫәптән «Основные представления современной физики» (1949), «Физика полупроводников» (1957) һәм башҡалар.
Уникаль физика мәктәбен булдырыу А. Ф. Иоффеның иң ҙур ҡаҙанышы булып тора, сөнки совет физикаһын донъя кимәленә сығарырға мөмкинлек бирә[18]. 1916 йылда үткәрелгән физика семинары — эштең тәүге этабы. Семинарҙа ҡатнашыуға Политехник институтынан һәм Петербург университетынан йәш ғалимдар йәлеп ителә, тиҙҙән улар Физика-техник институтын ойоштороуҙа иң яҡын арҡаҙаштары булып китә. Иоффе башланғысы менән 1929 йылдан башлап төрлө сәнәғәт үҙәктәрендә (Харьков, Днепропетровск, Свердловск һәм Томскиҙа) физика-техник институттары асыла.
А. Ф. Иоффе етәкселегендә буласаҡ Нобель премияһы лауреаттары П, Л. Капица, Н. Н. Семенов, Л. Д. Ландау үҙенең фәнни эшмәкәрлеген башлайҙар; А. П. Александров, А И. Алиханов, Л. А. Арцимович, М. П. Бронштейн, Я Г. Дорфман, Я. Б. Зельдович, И. К. Кикоин, Б П. Константинов, И. В. Курчатов, И. Е. Тамм (шулай уҡ буласаҡ Нобель премияһы лауреаты), Я. И. Френкель, Ю Б Харитон һәм башҡа бик күп күренекле ғалимдар эшләй.
А. Ф. Иоффе үҙ кабинетында 1960 йылдың 14 октябрендә вафат була. Волков зыяратындағы «Литераторские мостки» некрополендә ерләнә. Ҡәбер ташы (скульпторы М. К. Аникушин, архитектор Ф. А. Гепнер) 1965 йылда булдырыла[19].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Беренсе ҡатыны (1910) — Кравцова Вера Андреевна (1881—1948), китапхана хеҙмәткәре.
- Ҡыҙы — физика-математика фәндәре докторы Валентина Абрамовна Иоффе (1910—1985), лаборатория мөдире СССР фәндәр академияһының силикаттар химияһы институты лабораторияһы мөдире. Опера йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы С. И. Мигайҙың ҡатыны.
- Икенсе ҡатыны (1928) — Ечеистова Анна Васильевна (1905—1988), физик.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (28.10.1955)
- 3 Ленин ордены (30.10.1940; 10.06.1945; 28.10.1955)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1933)
- Ленин премияһы (1961, үлгәндән һуң)
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1942)
- Иоффе бик күп фәндәр академиялары ағзаһы була: Геттинген (1924), Берлин (1928), Америка фән һәм сәнғәт академияһы (1929), «Леопольдина» Германия фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1958), Итальян фәндәр академияһы (1959), Калифорния университеты (1928), Сорбонна (1945), Грац (1948), Бухарест һәм Мюнхен университеттарының почетлы докторы (1955).
Хәтер
үҙгәртергә- А. Ф. Иоффе хөрмәтенә Айҙа кратер Иоффе һәм «Академик Иоффе» фәнни-тикшеренеү судноһы исемләнгән.
- 1960 йылдың ноябрь айында А. Ф. Иоффе исеме СССР фәндәр академияһының Физика-техник институтына бирелә.
- 1964 йылда Санкт-Петербург ФТИ алдында А. Ф. Иоффе һәйкәле ҡуйыла. Шундай уҡ бюст А. Ф. Иоффе исемендәге ФТИ-ның Ҙур тамаша залында ҡуйылған.
- Санкт-Петербургта (Политехник урамы, 29) Техник университетының 2-се уҡыу корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Бында, 1906—1948 йылдарҙа, институттың физика-механика факультетын ойоштороусы күренекле совет физигы, академик А. Ф. Иоффе эшләгән».
- Санкт-Петербургта хәҙерге РФА ғәмәли астромоһия институты бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: "Бында, 1952—1960 йылдарҙа, СССР фәндәр академияһы Ярым үткәргесәт институтына нигеҙ һалыусы, күренекле ғалим-физик, академик А. Ф. Иоффе эшләгән. 1961. Мрамор.[20].
- А. Ф. Иоффе исеме менән бәләкәй планета (5222) аталған, уны Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономы Н. С. Черных 1980 йылдың 11 октябрендә асҡанref>Ҡалып:IAU</ref>.
- А. Ф. Иоффе исемен Адлерсхофтағы бер урам йөрөтә (нем. Abram-Joffe Straße).
- 2001 йылдың 30 октябрендә Санкт-Петербургта Академик Иоффе майҙаны барлыҡҡа килә[21].
- Ромны ҡалаһында махсуслаштырылған дөйөм белем биреүсе 2-се һанлы мәктәп (элекке реаль училище) академик Иоффе исемен йөрөтә
- «Аэрофлот» авиакампанияһының Аirbus A320 самолетына Иоффе исеме бирелгәнref>Парк самолётов авиакомпании «Аэрофлот» .</ref>, борт номеры VP-BAD[22].
Шулай уҡ төрлө йылдарҙа Ленинград рәссамдары һәм скульпторҙары башҡарған А. Иоффеның һынлы сәнғәт, скульптура һәм график портреттары бар[23] (1970).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118892185 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 метрическая книга
- ↑ Abram Ioffe // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Abram Fjodorowitsch Joffé // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 6,0 6,1 Гельтман Д. В. История неполучения заслуженной учёной степени: Документы о попытке присуждения Н.В. Тимофееву-Ресовскому учёной степени доктора биологических наук без защиты диссертации в 1957 г., The Story of Non-awarding of the Deserved Degree: Documents on the Attempt to Award a Doctor of Science Degree in Biology without Defense of a Thesis to N.V. Timofeyeff-Resovskii in 1957 (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2018. — Т. 10, вып. 3. — С. 89—108. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2018-11968
- ↑ 7,0 7,1 «Тюремная автобиография» Николая Александровича Максимова. Часть 2, The “Prison Autobiography” by Nikolai Alexandrovich Maximov. Part II (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2017. — Т. 9, вып. 1. — С. 68—104. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ 8,0 8,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.chph.ras.ru/images/semenov_125/semenov_biograf.pdf
- ↑ Герой Социалистического Труда Иоффе Абрам Фёдорович :: Герои страны
- ↑ Иоффе Абрам — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Голубь П.Д. Физика от А до Я. Биографический справочник. — Барнаул: БГПУ, 2002. — С. 37—38. — 141 с.(недоступная ссылка)
- ↑ Алфёров Ж. И. Папа Иоффе и его «детский сад» (Лекция из цикла «Наука и культура XXI века», АФТУ, 10 октября 2008 года) // Наука и культура: избранные лекции / Сост. Ю.В. Трушин. — СПб: БАН, 2009. — С. 127—167. — 208 с. — ISBN 978-5-336-00105-1.
- ↑ документа Распоряжение ГКО СССР от 28 сентября 1942 года № ГКО-2352сс «Об организации работ по урану» в Викитеке
- ↑ Никольский С. М. Мой век. — Фазис, 2005. — 320 с. — ISBN 5-7036-0099-5.
- ↑ Есаков В. Д. Эпизоды из истории атомного проекта // Природа : журнал. — М.: РАН, 2003. — В. 10. — С. 55—56. — ISSN 0032-874X.
- ↑ документа Протокол № 9 заседания Специального комитета при Совнаркоме СССР. Москва, Кремль 30 ноября 1945 года в Викитеке
- ↑ Ҡалып:Книга:Научное сообщество физиков
- ↑ Могила А. Ф. Иоффе на Волковском кладбище СПб
- ↑ Мемориальная доска на Набережной Кутузова, 10 2016 йыл 22 ноябрь архивланған.
- ↑ Реестр названий объектов городской среды Санкт-Петербурга.
- ↑ Photo: VP-BAD (CN: 7240) Aeroflot Airbus A320-214 by Eddie Heisterkamp. 14 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Изобразительное искусство Ленинграда. Каталог выставки. — Л: Художник РСФСР, 1976. — с.106.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сборник, посвященный семидесятилетию академика А. Ф. Иоффе. М., 1950;
- Кикоин И. К. Соминский М. С. А. Ф. Иоффе (К 80-летию со дня рождения) // Успехи физических наук. 1960. Т. 72. Вып. 2;
- Соминский М. С. А. Ф. Иоффе. М.; Л., 1964.
- Иоффе Абрам Федорович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Храмов Ю. А. Иоффе Абрам Фёдорович // Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и дополн. — М.: Наука, 1983. — С. 120. — 400 с. — 200 000 экз. (в пер.)
- Иоффе А.Ф. О физике и физиках : Статьи, выступления, письма [печатный текст] / Иоффе, Абрам Федорович, Автор; Френкель, Виктор Яковлевич, Составитель; Сушкова, Т. И., Редактор. - издание 2-е, дополненное. - Ленинград : Наука. Ленингр. отд-ние, 1985. - 543, [1] с.: ил.. - (Наука. Мировоззрение. Жизнь) .- 27000 экземпляров.- (в переплете) :
- Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Иоффе Абрам Фёдорович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 172—173. — ISBN 5-9515-0005-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИоффе Абрам Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- Профиль Абрама Фёдоровича Иоффе РФА рәсми сайтында
- Биография
- Иоффе Абрам Фёдорович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Физика в России 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Опыт Милликена и Иоффе