Семёнов Николай Николаевич

Николай Николаевич Семенов (3 (15) апрель 1896 йыл — 25 сентябрь 1986 йыл) — рус, совет физигы һәм химигы, педагог, химик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Химик кинетика үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Семёнов Николай Николаевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 3 (15) апрель 1896
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Һарытау губернаһы[d], Һарытау[1]
Вафат булған көнө 25 сентябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2][3][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Мария Исидоровна Ливеровская[d]
Һөнәр төрө физик, химик, профессор, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө химическая физика[d]
Эш биреүсе М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
А. Ф. Иоффе исемендәге РФА физика-техника институты[d]
Институт химической физики имени Н. Н. Семёнова РАН[d]
Мәскәү физика-техник институты[d]
Томск дәүләт университеты[d]
Томск политехник университеты[d]
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Всесоюзное общество «Знание»[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Лондонское королевское общество[d], ГДР фәндәр академяһы[d], Леопольд Академияһы, Французская академия наук[d], Национальная академия наук США[d], СССР Фәндәр академияһы[d], СССР Фәндәр академияһы[d], Венрия фәндәр академияһы[d], Нью-Йоркская академия наук[d], Румынская академия[d], Болгарская академия наук[d] һәм Польская академия наук[d]
Уҡыу йорто Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Самарское реальное училище[d]
Ғилми исеме список действительных членов АН СССР[d]
Ғилми етәксе Иоффе Абрам Фёдорович
Аспиранттар Кнорре, Дмитрий Георгиевич[d] һәм Налбандян, Арам Багратович[d]
Уҡыусылар Яков Борисович Зельдович[d], Харитон Юлий Борисович, Кондратьев, Виктор Николаевич[d], Франк-Каменецкий, Давид Альбертович[d], Николай Маркович Эмануэль[d], Вальтер, Александр Филиппович[d] һәм Налбандян, Арам Багратович[d]
Кемдә уҡыған Иоффе Абрам Фёдорович
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXII съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Область интересов Физик химия
Commons-logo.svg Семёнов Николай Николаевич Викимилектә

СССР Фәндәр академияһы академигы (1932 йыл; 1929 йылдан мөхбир ағзаһы), совет ғалимдарынан химия буйынса берҙән-бер Нобель премияһы лауреаты (1956 йылда Сирил Хиншелвуд менән берлектә). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.

БиографияһыҮҙгәртергә

Николай Николаевич Семенов 1896 йылда Һарытау>ҙа, Елена Александровна менән Николай Александрович Семеновтар ғаиләһендә тыуа. 1913 йылда Һамар реаль училищеһын тамамлай, исеме алтын таҡтаға индерелә.

Файл:Vikarmilov.jpg
В. И. Кармилов, Н. Н. Семеновтың уҡытыусыһы һәм дуҫы

Училищеның етенсе класында (1912—1913 йй.) уның физика уҡытыусыһы Ҡазан университетының Физика-математика факультетын таммалаған Владимир Иванович Кармилов була. Ул йәш Семеновтың ғүмерен фәнгә бағышларға ынтылыуын хуплай һәм артабанғы йылдарҙа ла уның менән дуҫ булып ҡала. 1913 йылдың июлендә Семенов Петроград университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Атаһы, элекке офицер, улын хәрби карьераһын һайлар тип өмөтләнә, һәм Николайҙың университетҡа инеүе ғаиләне икегә бүлә, атай менән ул араһында бер нисә йылға һуҙылған аңлашмаусылыҡҡа килтерә. Семенов икенсе курстан уҡ А. Ф. Иоффе етәкселегендә фән менән шөғөлләнә башлай, газ разрядтарында электрон бәрелеш тәьҫирендә атомдар һәм молекулаларҙың ионлашыуы буйынса бер нисә эш башҡара. Университетты 1917 йылда тамамлай, беренсе дәрәжә дипломға эйә була һәм университетта профессор стипендиаты (аспирантура аналогы) итеп ҡалдырыла.

1918 йылдың яҙында ата-әсәһе эргәһенә Һамарға каникулға ҡайта һәм Чехословакия корпусы фетнәһенә эләгә. 1918 йылдың июнендә Һамарҙа власть эсерҙарҙың Комучҡа (Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына) күсә. Июлдә Семен аҡ гвардия халыҡ армияһына доброволец булып бара[5], артиллерияла батареяһында коновод булып хеҙмәт итә. 3 аҙна хеҙмәт иткәс, атаһының ҡаты ауырыуы (тиҙҙән ул вафат була) тураһында хәбәр ала һәм ялған ҡайтыуға өлгәшә. Һамарҙа «яңы ойошторолған Өфө батареяһына күсеүгә өлгәшә», әммә яңы хеҙмәт урынына китеп барғанда ҡаса һәм һуғышҡа шарттарында иң яҡын булған университет ҡалаһы Томскиға китә. Яҡынса ике йыл, 1918 йылдың сентябренән 1920 йылдың мартына тиклем (өҙөклөктәр менән), ғалимдар Томск университетында һәм Томск технология институтында эшләй[6]. 1919 йылда Колчак армияһына мобилизациялана һәм тәүҙә Томск артиллерия дивизионына эләгә, һуңынан, университет профессорҙарының юллауы һөҙөмтәһендә радиобатальонға күсерелә һәм Технология институтына командировкаға ебәрелә, унда ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1919 йылдың декабрендә Томск Ҡыҙыл Армия ҡулына күсә, радиобатальон да уның составына инә. Томск коменданты ҡарары менән Семенов хеҙмәттән бушатыла һәм фәнни-уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.

 
Капица (һулда) һәм Семенов (уңда). Кустодиевтың эше, 1921 й.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Семёнов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Encyclopædia Britannica
  3. SNAC — 2010.
  4. Брокгауз энциклопедияһы
  5. «Под влиянием окружившей меня мелкобуржуазной среды и известного доверия, которое питала в то время мелкая буржуазия к меньшевикам и эсерам (как известно, возглавлявшим самарский Комуч), я вступил добровольно в середине июля в так называемую народную армию самарской „учредилки“».
  6. Томский период в жизни академика Н. Н. Семёнова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 май 2007. 6 февраль 2007 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Родственные проекты