Фиҡһ ысулы

Wikimedia-Listn
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фиҡһ ысулы (ғәр. أصول الفقه‎ — «фиҡһ нигеҙҙәре»; рус. Усу́ль аль-фикх) — юриспруденция теорияһы һәм методологияһының сығанаҡтарын, нигеҙҙәрен системаға һалыусы ислам хоҡуғы (фиҡһ) дисциплинаһы; дүрт «ысул» йыйылмаһы булып тора: Ҡөрьән, сөннәт, ижмә һәм ҡыяс[1]. Шәриғәт терминологияһында «'үсүл әл-фиҡһ» термины "фиҡһтың дөйөм дәлилдәрен, уларҙы файҙаланыу ысулдарын һәм (уларҙан) файҙа алыусының (мөжтәһид) тотҡан урынын өйрәнгән фән"де аңлата[2]

Фиҡһ ысулы сығанаҡтары үҙгәртергә

 
Әл-Жүвәйниҙең фиҡһ нигеҙҙәре буйынса «Китаб әл-үәрәкәт» хеҙмәтенең ҡулъяҙмаһы

Ҡөрьән һәм Сөннәт (Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре тураһында риүәйәттәр) — '«үсүл әл-фиҡһ» йәһәтенән хоҡуҡтың классик сығанаҡтары. Ҡөрьән һәм Сөннәт көйләмәгән мәсьәләләр килеп сыҡҡанда әһәмиәтлелек йәһәтенән өсөнсө сығанаҡ ижмә — абруйлы имам-мөжтәһидтәрҙең бер тауыштан әйткән фекере. Дүртенсе сығанаҡ — ҡыяс — оҡшашлыҡ ысулы буйынса фекер йөрөтөү[3].

Тәүге ике сығанаҡтың интерпретацияһында мосолман хоҡуҡ белгестәре-фаҡиһтар башлыса бер үк фекерҙә булһалар, һуңғы икеһенә ҡарата фекер айырымлыҡтары бар. Мәҫәлән, мәликиҙәр ижмә тигәндә Мәҙинә ҡалаһы халҡын ғына күҙ уңында тота, ә ҙаһириҙар һәм ҡайһы бер хәнбәлиҙәр ижмә сифатында сәхәбәләрҙең берҙәм фекерен генә ҡарай[1].

Шиғый жәғәфәриҙәр Ҡөрьәндән тыш ун ике имам фекеренә хоҡуҡ сығанағы сифатында мөрәжәғәт итә һәм ҡыясты фиҡһ сығанағы сифатында танымайҙар. Хәнәфиҙәр рациональ ысул булараҡ — истихсанды, ә мәликиҙәр — истислахты киң файҙалана[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Сюкияйнен Л. Р. Усуль аль-фикх // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 243—247. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Аль-Усаймин М. Основы фикха // Основы науки основ = ғәр. الأصول من علم الأصول‎ / отв. ред. Абу Исхак Ашраф ибн Салих аль-Ашри ас-Саляфи. — Александрия: Дар аль-Иман, 2001. — 71 с. — ISBN 977-331-102-3.