Ҙаһири мәҙһәб (ғәр. الظاهرية‎‎ — әҙ-Ҙа́һирийя; Захири́тский ма́зхаб) — Дауыт Ибн Али әҙ-Ҙаһири IX быуатта нигеҙләгән мосолман хоҡуҡи мәктәбе — мәҙһәб[1].

Ҙаһири мәҙһәб
ғәр. الظاهرية‎‎
Башҡа исемдәре:

ҙаһириҙар

Дин:

ислам

Ағым:

сөннилек

Нигеҙләнгән:

IX быуат

Нигеҙләүсе:

Дауыт әҙ-Ҙаһири

Илдәр:

Кордова хәлифәлеге, Әлмөхәдтәр

Төбәктәр

Пиреней ярымутрауы, Төньяҡ Африка, Мәғриб, Хөрәсән

Нигеҙләүселәр

Ибн Хазм

Тарҡалған:

XV быуат

Источники права:

Ҡөрьән, сөннәт

Ибн ән-Нәдимгә ярашлы, Дауыт ибн Али хоҡуҡи практикала Ҡөрьән һәм сөннәтте һүҙмә-һүҙ аңлатып, йәшерен мәғәнә (батин) күреү һәм уларҙы аллегорик йәки рациональ аңлатыу мөмкинлеген инҡар итеп, тик «тышҡы»ға (ҙаһир) таянған беренсе фаҡиһ була[1]

Хоҡуҡ методологияһы мәсьәләләрендә (ысул әл-фиҡһ) ҙаһири фаҡиһтар логик-рационалистик алымдарҙы (әр-раий, истихсан, истисхаб һ.б.) ҡулланыуға ҡаршы була. Һуңғараҡ бик сикләнгән сиктәрендә ҡыяс һәм ижмә ҡулланыуға юл ҡуйыла[1].

Был мәҙһәб X—XIII быуаттарҙа мосолман донъяһында киң таралған була. Уның вәкилдәре Хәлифәттең көнсығышында ла (бигерәк тә, Хөрәсәндә), көнбайышында ла (Әл-Әндәлүстә ҙаһири дин белгесе ибн Хазм йәшәгән) булған. XII быуатта Әлмөхәдтәр осоронда ҙаһири мәҙһәб рәсми хоҡуҡи мәктәп тип танылған. XV быуаттан һуң ҙаһириҙар яйлап юҡҡа сыҡҡан[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.76-77.
  • Әбү Заһрә, Мөхәммәт. Әл-мазахиб әл-ислямиййә. Ҡаһирә:" Дар әл-фикр әл-арабий", бер йылһыҙ. (ғәр.)