Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Истихсан (ғәр. استحسان‎‎ — өҫтөнлөк, өҫтөнлөклө ҡарар) — фиҡһта — оҡшашлыҡ буйынса ҡарарҙан баш тартыуға алып барған дини ҡарар сығарыу. Киң мәғәнәлә истихсан — уңайлылыҡ, еңеллек яғына өҫтөнлөк биреү.

« Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Аллаһыны ололауығыҙҙы теләй — моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ!
»

Бындай тәжрибәне ҡулланылышҡа имам Әбү Хәнифә һәм уның эйәрсендәре (Әбү Йософ, Мөхәммәт әш-Шәйбани) индерә, әйткәндәй, был принцип уларға тиклем дә булған[1].

Миҫалдар үҙгәртергә

  • Был принципҡа таянып, туҡыманың ҡайһы бер төрҙәрен (парча, ҡатмарлы семәр һ.б.) ҡоро ысул (ҡағыу, таҙартыу, елләтеү) менән таҙартырға рөхсәт ителә, әммә ҡануни текстар кейем-һалымды һыуҙа йыуып һәм һығып таҙартырға ҡуша[2].
  • Шәриғәткә ярашлы йыртҡыс хайуандарҙың, шулай уҡ йыртҡыс ҡоштарҙың итен аҙыҡ итеп ҡулланыу тыйыла. Ҡыясҡа ярашлы, улар эскәндән ҡалған һыуҙы ла эсергә ярамай, сөнки ул был хайуандарҙың шайығы менән ҡушылған. Әммә ҡырағай ҡоштар һыуҙы боҙа алмай, сөнки уны суҡышына йыйып, йота ғына. Шуға күрә, истихсанға ярашлы, бындай һыуҙы, бик ярамаһа ла, эсергә мөмкин (мәкруһ)[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. [80 Истихсан] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Боголюбов А. С. Ал-Истихсан // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 116. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Istiḥsān and Istiṣlāḥ // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)