Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Истислах (ғәр. استصلاح‎‎ — файҙа килтерергә ынтылыш), әл-мәсәлих әл-мөрсәлә (ғәр. «ирекле файҙалы ғәмәлдәр») — Ислам хоҡуҡиәтенең төп сығанаҡтарынан (фиҡһтан) хөкөм сығарыу мөмкин булмаған осраҡта, фәтүәне бөтә йәмғиәткә (өммәткә) файҙаһына ҡарап, ирекле фекерләү нигеҙендә сығарыу ысулы. Истислах әр-раий категорияларының береһе һәм хәҙерге ислам йәмғиәтенең ихтыяждарын иҫәпкә алып, фиҡһты үҫтереүҙең мөһим ҡоралы булып тора.

Тарихы үҙгәртергә

Истислах Мәлик ибн Әнәс (713—795) тарафынан эшләнгән һәм ҡулланылған, Мәлики мәҙһәбенең төп айырмалыҡлы үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Теге йәки был дәрәжәлә бөтә төп мәҙхәбтәр тарафынан ҡулланыла. Хәнәфи мәҙһәбтә бойондороҡһоҙ хоҡуҡи категория һаналмай.

Шәфиғиҙәр истислахты истихсандың бер өлөшө тип иҫәпләй. Билдәле булыуынса, Хәнбәли мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы Әхмәт ибн Хәнбәл дә ошо ысулды ҡулланған. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре айырым осраҡтарҙа истихсан менән файҙаланған[1].

Истислах истихсандың фекерҙе аналогия (ҡыяс) буйынса төҙләү ысулы булып торған һәм унан башҡа ҡулланыла алмаған бер төрө булып иҫәпләнә. Истихсандан айырмалы рәүештә, истислах Ҡөрьәнгә лә, сөннәткә лә бәйле түгел[2].

Истислах концепцияһының нигеҙендә мосолмандарҙың динен һәм ғүмерен һаҡлау, улар тураһында хәстәрлек күреү, өммәтте дауам итеүҙе тәьмин итеү һәм уларҙың мөлкәтен яҡлау идеяһы ята[3].

Истислах бер нисә шартты үтәгәндә генә көскә эйә[1][4][5]:

  • ҡарар мосолмандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә генә ҡағылырға, ә дин мәсьәләләренә ҡағылмаҫҡа тейеш (иман);
  • ҡарар диндең рухына ла, йөкмәткеһенә лә ҡаршы килергә тейеш түгел;
  • ҡарар шәриғәттең ҡулайыраҡ ысулдары нигеҙендә сығарылған фиҡһтың ниндәй ҙә булһа положениеһына ҡаршы килергә тейеш түгел;
  • ҡарар аҡыл дәлилдәренә ҡаршы килергә тейеш түгел;
  • истислах ярҙамында ҡабул ителгән ҡарарҙың файҙаһы аныҡ, кәрәкле һәм мөһим булырға тейеш.

Истислах миҫалы: һуғыш иғлан ителһә, оборона өсөн кәрәкле аҡсаны тик байҙарҙан ғына йыйыу.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. [496 Масалих мурсала] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Боголюбов А. С. ал-Истислах // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 115—116. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар үҙгәртергә