Тәүрат

Тораның Исламдағы атамаһы
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәүрат- (йәһ. תּוֹרָה‎ - [Тәүрат] - «тәғлимәт, ҡанун»), ашкеназ әйтелешендә: [То́йро] (көньяҡ-көнсығыш диалект — Польша, Украина), [Тэ́йро] (төньяҡ-көнсығыш диалект — Белоруссия, Литва) — киң мәғәнәлә йәһүдиҙәрҙең ҡәҙимге дини ҡанундары берлеге.

Синагогала уҡыр өсөн асып ҡуйылған Тәүрат төргәге.

Термин билдәләмәһе

үҙгәртергә
  • Тәүрат тип Мусаның Бишкитабын (грек. πεντάτευχος) йәки Муса китаптарын атайҙар, ғөмүмән, тексы ла, баҫма йәки ҡулъяҙма рәүештәге барлыҡ даналары ла шулай атала. (төргәктәр).
  • Бишкитаптың үҙендә «Тәүрат» тип йыш ҡына Аллаһы тәғәләнең айырым күрһәтмәләре лә, айырым васыяттар һәм ҡанундар тупланмаһы ла һ.б. атала «закон (Торы) всесожжения»  (Лев. 6:9), «закон (Торы) о жертве повинности»  (Лев. 7:1)
  • «Тәүрат» һүҙе йыш ҡына ата-әсә нәсихәте йәки фатихаһы мәғәнәһендә лә осраштыра (Прит. 1:8 һ.б.).
  • Артабанғы мәғәнә киңәйеүҙәр Яҙма Ҡанун (Тора ше-би-хтав) һәм Телдән Ҡанун (Тора ше-бе-‘ал пе) менән бәйле: Бишкитапта осраған Тәүраттар тигән төшөнсә ошо ике илаһи өлкәгә ҡағыла тип һанайҙар, уларҙы Аллаһы тәғәлә Муса пәйғәмбәргә Синай тауында тапшырған тип инаналар.
  • Иң киң мәғәнәлә Тәүрат тип йәһүдтәрҙең ҡанундары берлеген атайҙар.

Тәүрат Исламда

үҙгәртергә

Тәүрат Ҡөрьәндә һәр саҡ тиерлек Инжил менән бергә телгә алына. Инжил Тәүратта әйтелгәнде дөрөҫләй, ә Ҡөрьән Тәүрат менән Инжилдең дөрөҫлөгөн раҫлай[1]. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Тәүрат менән Инжилдә Әхмәт исемле пәйғәмбәр буласағы тураһында күрәҙәлек ителгән булған[2][3][4].

Исламға ярашлы, раввиндар һәм руханиҙар Тәүраттың бәләкәй генә өлөшөн иҫтә ҡалдырған, боҙған[5] һәм булмаған тыйыуҙарҙы индергән[6]. Ҡөрьәндәге һәм Тәүраттан өҙөктәр ҡайһы саҡ тап килеп бөтә тиерлек[7], ҡайһы саҡ Зәбурҙы хәтерләтә[8]. Зәбур бер нисә аятта телгә алына [9]. Тәүратҡа һылтаныуҙар хәҙистәрҙә йыш осрай һәм тәүге мосолмандарҙың йәһүдиҙәр менән полемикаһы сағылып ҡала[10].

Ислам риүәйәтендә Тәүрат 40 өлөштән (джуз) торған, ә һәр өлөштә 1000 аят булған тигән иҫбатлау бар . Тәүратты тулыһынса яттан тик Муса (Моисей) , Һарун (Аарон), Юша ибн Нун (Иисус Навин), Ғөзәйер (Ездра) һәм Ғайса (Иисус Христос) ҡына белгән. Ислам риүәйәте шулай уҡ Тәүраттың төп нөсхәһе [Навуходоносор Иерусалимды алған саҡта яндырылған һәм юғалған тип бәйән итә[11][12]. Айырым өлөштәре йәһүдтәрҙең йолалары менән килеп ҡушылған һәм күп быуаттар үткәс бер китапҡы йыйылған. Был китап Тәүраттың Мусаға иңгән төп нөсхәһе түгел[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 3:3, 3:48, 3:50, 3:65, 5:43, 5:110, 9:111, 5:66—68
  2. Имя Ахмад — одно из имён пророка Мухаммеда
  3. Коран 7:157, 61:6.
  4. Ислам: ЭС, 1991, с. 231
  5. Коран 2:75, 5:13, 6:91, 2:146, 3:78, 2:79.
  6. там же, 3:93.
  7. там же, 5:44.
  8. там же, 48:29.
  9. там же, 4:163, 17:55, 21:105.
  10. 10,0 10,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 232
  11. Шулай уҡ ҡарағыҙ 3Езд. 14:21.
  12. Али-заде, А. А., 2007

Һылтанмалар

үҙгәртергә