Ғөзәйер
Ғөзәйер — Ҡөрьәндәге йәһүдиҙәр Аллаһ улы тип иғлан иткән персонаж. Библиялағы пәйғәмбәр Ездра менән бер тип һанала. Ул Сөләймән пәйғәмбәр менән Зәкәрийә аралығындағы ваҡытта йәшәгән[1][2].
Ғөзәйерҙе Аллаһ улы тип атап, йәһүдиҙәр Бер Аллаһлыҡҡа (Тәүхидкә) ҡаршы килгән енәйәт эшләйҙәр. Ҡөрьәне упомянут однажды:
Йәһүҙиҙәр: «Ғөзәйер — Алланың улы»,— тине. Насраниҙар ҙа: «Әл-Мәсих — Алланың улы»,— тине. Уларҙың ауыҙы менән әйтелгән был һүҙҙәр бынан элек иман килтермәгән кешеләрҙең әйткән һүҙенә оҡшай. Уларҙы Аллаһ һәләк итһен! Ни тиклем алданғандар улар! |
V—VII быуаттарҙағы йәһүдилек тураһындағы билдәле материалдар йәһүдилектең хөрмәтле шәхестәре араһында Эзра икаҙ һөйләп ғына дәрәжәлерәк булып күренә. Моғайын, Ғәрәбстанда Эзраны айырыуса хөрмәт иткән берәй йәһүд сектаһы булғандыр. Ҡөрьәндәге риүәйәт Ғөзәйерҙе тап Эзра менән бер тип күрә. Риүәйәттәргә ярашлы, исраил улдары карапты (ковчег) һәм Тәүратты юғалтҡандан һуң , улар уны Аллаһы тәғәлә белем биргән Ғөзәйерҙән өйрәнә. Карап менән Тәүрат табылғандан һуң уҡып ҡараһалар, Ғөзәйер өйрәткәндәр тулыһынса Тәүратҡа тап килгәнен күреп хайран ҡалғандар. Шунан һуң уны Аллаһы тәғәләнең улылыр тип уйлай башлағандар[3].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Узайр (имя)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ashraf Shahid. Prophets ’Uzair, Zakariya and Yahya (PBUT) // Encyclopaedia of Holy Prophet and Companions. — Daryaganj, New Delhi: Anmol Publications Pvt. Ltd., 2005. — P. 199–200. — ISBN 81-261-1940-3.(недоступная ссылка)
- ↑ Ibn Kathir; Ali As-Sayed Al- Halawani (trans.).: `Uzair(Ezra) . Stories Of The Quran. Islambasics.com. Дата обращения: 21 ноябрь 2007.
- ↑ Ислам: ЭС, 1991
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пиотровский М. Б. Узайр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 239.
- Али-заде, А. А. Узайр // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Узайр на сайте islam.ru 01 июня 2009
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |