Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәйет (ғәр. سيّد‎ — башлыҡ, әфәнде, хужа) рус. Сеи́д, Саид, Сайид, Сейид, Сеййи́д) — сөнни мосолмандарҙа почетлы титул, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима һәм ейәне Хөсәйен аша таралған нәҫелдәре (шиғыйҙарҙа — Али ибн Әбү Талип) титулы. Хәсән ибн Али ейәне нәҫелдәре — шәрифтәр.

Ислам донъяһында сәйет тип Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан һәм дүртенсе хәлифә һәм ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптан таралған тоҡомдарын атағандар. Сәйеттәр мосолман йәмғиәтенең социаль иерархияһында айырым төркөм булып торған. Мосолмандар аңында сәйеттәр йыш ҡына изгеләргә тиңләштерелә (әүлиә). Сәйеттәр исламдың төп дини идеялары вәкилдәре тип иҫәпләнгән.

Ислам илдәрендә сәйеттәр айырым өҫтөнлөктәргә эйә булған: улар енәйәтселәргә ярлыҡау юллау хоҡуғына эйә булған һәм тән язаһынан, үлем язаһынан азат ителгән. Сөнниҙәрҙә сәйет булыу билдәһе, ҡағиҙә булараҡ, — йәшел сәллә, ә шиғыйҙарҙыҡы ҡара сәллә булған. Сәйеттәр ҙур ихтирам менән файҙалана[1].

Әзербайжанда Апшеронда Ирандағы Хәлхәлә ауылынан сыҡҡан сәйеттәр тупланып йәшәгән Пирекешкүл ауылы бар. Урындағы зыяратҡа ингәндә сәйет ҡәберҙәрен күрергә мөмкин.

Оҡшаштары

үҙгәртергә

Шулай уҡ әйләнештә сәйет синонимы булараҡ, монархтар (мәҫәлән, Мароккола — мәүлә, мулай), дини дәрәжәле абруйлы кешеләр (шунан — мулла) титулатураһында мәүлә термины ҡулланыла[2].

Тағы ла бер бик оҡшаш мәғәнәле — Шәриф термины бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сейид // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. БСЭ