Ислам донъяһы термины (ғәр. العالم الإسلامي ‎‎ - әл-ғәләмү-л-исламий; рус. исламский мир) бер нисә мәғәнәгә эйә. Дини мәғәнәлә ислам донъяһы — мосолмандарға, ә мәҙәни йәһәттән был цивилизацияла йәшәүсе мосолман булмағандарҙы үҙ эсенә алған ислам цивилизацияһына ҡарай. Хәҙерге геосәйәси йәһәттән был термин ғәҙәттә күпселекте мосолмандар тәшкил иткән илдәргә ҡарай.

Ислам донъяһы картаһы:      Сөнниҙәр     Шиғыйҙар     Ғибәҙиҙәр

2010 йылда 1,6 миллиард кеше, йәғни донъя халҡының 23,4 проценты, мосолман булған[1]. Шуларҙың 62 проценты Азия һәм Тымыҡ океан төбәгендә[2] , 20 % — Яҡын Көнсығышта һәм Төньяҡ Африкала[3] , 15 % Үҙәк Африкала[4], яҡынса 3 % Европала[5] һәм 0,3 % Америкала йәшәй[6][7][8][9].

 
Ғәрәп хәлифәлеге Территорияһы       622—632 яулауҙары       632—661 яулауҙары       661—750 яулауҙары

Ислам тарихы VII быуатта Ғәрәбстанда башлана. Риүәйәткә ярашлы, 610 йылда Ҡөрьәндең тәүге аяттары ислам Пәйғәмбәре Мөхәммәткә төшөрөлә, ул 10 йылдан һуң мосолмандарҙың Мәҙинә йәмәғәтенең башлығы булып китә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәр династияларынан хаҡ хәлифәләр етәкселек иткән Ғәрәп хәлифәлеге төҙөлә.

Хәлифә биләмәһе Ғәрәбстан ярымутрауы сигенән йыраҡҡа киңәйгән һәм төньяҡ-көнбайыш Һиндостандан, Үҙәк Азиянан алып Яҡын Көнсығышҡа, Төньяҡ Африкаға, Көньяҡ Италияға һәм Пиреней ярымутрауына тиклем йәйелгән.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Исламдың алтын быуаты (ислам ренессансы) ҡағиҙә булараҡ VIII—XIII быуаттарға ҡарай[10]. Ул Ғәббәсиҙәр династияһы хакимлығы осорона тура килә[11]. Ислам мәҙәниәте ғәрәп, фарсы, мысыр һәм европа традицияларын ҡатнашыуынан ғибәрәт.

Ислам һынташтарға табыныуға килтерә алған сәбәптәр арҡаһында Аллаһтың, пәйғәмбәрҙәрҙең һәм тере йән эйәләренең һүрәттәрен тыя. Ислам сәнғәтендә йыш ҡына геометрик, сәскә йәки үҫемлек орнаменттары ҡулланыла. Ислам каллиграфияһы йыш ҡына Ҡөрьән аяттары рәүешендә һынландырыла һәм бөтә мәсеттәрҙең дә тиерлек диуарҙарын, көмбәҙҙәрен биҙәүҙә осрай[12].

Ислам архитектураһының айырмалы үҙенсәлеге булып колонналар, арка һәм көмбәҙҙәр тора. XIX быуат аҙағында ислам көмбәҙҙәре европа архитектураһына индерелә[13].

Демографияһы

үҙгәртергә

Һуңғы ваҡытта ислам донъяһында тыуым кәмей: әгәр 1989 йылда донъяла бер мөслимәгә (мосолман ҡатынға) 5,2 бала тура килһә, христианкаға — 3,3 ғына, ә 2000 йылда был һандар 3,7 һәм 2,6, ә 2010 йылда — 2,9 һәм 2,6[14] булған.

Мосолмандар 46 илдә күпселекте тәшкил итә. Улар араһында исемлектә тәүге урындарҙы Индонезия, Пакистан, Нигерия, Бангладеш, Египет, Иран, Төркиә, Судан биләй

элекке совет илдәренән:

Үзбәкстан — 30,5 миллион (үҫеш 1,49 % — 450 мең.)

Ҡаҙағстан — 18 миллион (Үҫеш 1,55 % — 275 мең) 70 %

Әзербайжан — 9,9 миллион (үҫеш 1,37 % — 136 мең.)

Тажикстан — 8,7 миллион (үҫеш 2,24 % — 192 мең.)

Ҡырғыҙстан — 6 миллион (үҫеш 1,67 % — 99 мең.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Илдәр буйынса Ислам

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Executive Summary. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center (27 ғинуар 2011). Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  2. Region: Asia-Pacific. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  3. Region: Middle East-North Africa. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  4. Region: Sub-Saharan Africa. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  5. Region: Europe. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  6. Region: Americas. The Future of the Global Muslim Population. Pew Research Center. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  7. Tom Kington. Number of Muslims ahead of Catholics, says Vatican. The Guardian (31 март 2008). Дата обращения: 17 ноябрь 2008. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  8. Muslim Population. IslamicPopulation.com. Дата обращения: 17 ноябрь 2008. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  9. Field Listing - Religions. Дата обращения: 17 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2018 года. 2018 йыл 20 декабрь архивланған.
  10. Arab science in the golden age (750–1258 C.E.) and today. Fasebj.org. Дата обращения: 24 октябрь 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  11. Abbassid Dynasty. Regentsprep.org. Дата обращения: 24 октябрь 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 май архивланған.
  12. Madden (1975), pp.423-430
  13. Grabar, Oleg (2006), «Islamic art and beyond». Ashgate. Vol 2, p.87
  14. Станислав ГОРОХОВ Исламский мир: пространство, люди, экономическая мощь. Демографический взрыв и молодость населения мусульманских стран // Демоскоп Weekly : сайт. — № 587—588.

Һылтанмалар

үҙгәртергә