Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әүлиә (ғәр. أولياء‎), берл. үәли (ғәр. والي‎ — «изге»[1][2][3] — исламда, үҙенең бөтә көндәрен даими намаҙ ҡылып һәм Аллаһыны иҫкә алып уҙғарған кешеләр. Улар, рухи донъяһын камиллаштырып, тәҡүә тормош алып бара һәм гонаһтарҙан ҡаса.

Ҡөрьәндә үҙгәртергә

Ундай кешеләр тураһында Ҡөрьәндә түбәндәге аяттарҙа иҫкә алына[3]:

  Эйе, Аллаһтың дуҫтарына хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫтәр ҙә. Иман килтергән һәм тәҡүәле булған кешеләр,— уларға был донъяла һәм ахирәттә — һөйөнөслө хәбәр. Алланың һүҙҙәренә алмаштырыу юҡ, был — оло уңыш!
 
 
Фарсы миниатюраһы. Урта быуат әүлиәһе һәм мистигы Әхмәт Ғазалиҙың (үл. 1123 йыл) (данлыҡлы Әл-Ғазали туғаны) — Ғашиҡтар осрашыуынан шәкерте менән әңгәмәһе(1552)

Билдәләмә үҙгәртергә

Ҡөрьәндә үәли тигән һүҙ, күрәһең, Аллаһҡа һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡарата «ҡурсыусы», кешеләргә ҡарата «Аллаһ ҡурсалауында булған» тигәнде аңлаталыр. Суфый шәйехе Ҙүн-Нүн әл-Мисриҙа (IX быуат) үәли термины асыҡ теософик төҫ ала. Хәҙистәрҙә, тәүге шәрехләүҙәрҙә, мөхәддистәрҙә һәм заһиттарҙа ул Аллаһтың «яҡыны», «дуҫы» һәм хатта «һөйгәне» (үәли Аллаһ) тип аңланыла[4].

Әүлиәләр культы үҙгәртергә

Исламда әүлиә ғәҙәттән тыш һәләттәргә (кәрәмәт) эйә була, улар — Аллаһтың рәхмәтенә (бәрәкәткә) ирешеүселәр . Улар йыш ҡына төрлө хөрәфәттәр объектына әүерелә, ҡәберҙәренә зыярат ҡылалар; кешеләргә төрлө ауырыуҙарҙан һауығырға ярҙам итә алыуына ышаналар[3]. Улар йыш ҡына «рәсми» ҡаҙыйҙарға һәм фаҡиһтарға ҡарағанда ҙурыраҡ абруй ҡаҙаныусан. Шуның менән бергә әүлиә йыш ҡына милли-азатлыҡ хәрәкәттәре башында тора, колонизаторҙарға ҡаршы әүҙем көрәшә (Алжирҙа Әбд әл-Ҡадир, Ливияла — санусия (суфыйҙар тәриҡәте) һ.б.)[1]

«Әүлиәләр» культы һәм уларҙың кәшәнәләре Афғанстанда, Иранда, Йеменда, Пакистанда, Төньяҡ Африкала, Төркиәлә һәм башҡа ислам илдәрендә киң таралған[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Авлия // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Кныш А. Д. Вали // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 45—46. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.