Хужа (нәҫел)
Хужа, Ҡужа, Ҡожа (ғәр. هوجي, фарс. خواجه;;, ҡаҙ. қожа, үзб. xo'ja, уйғ. خوجا, төркм. hoja, таж. хӯҷа, төр. hoca; рус. Ходжа́, Ко[д]жа́ — Урта Азияла сығышы менән ислам ғәрәп миссионерҙарынан булған кеше. Ораны —Аллаһ!
Исһаҡиҙар («ҡаратауҙар»)
үҙгәртергәҮәли Исһаҡ хужа — сәйеттәрҙең береһе, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тура ептән килгән тоҡомдарының береһе — хужаларға нигеҙ һалыусы була, уның вәкилдәре Көнсығыш Төркөстанда (Ҡаратау партияһы булараҡ нығыраҡ билдәле) Исһаҡия сәйәси партияһын төҙөй, ул 70 йылға яҡын хакимлыҡ итә һәм 1760-сы йылдар аҙағында Аҡтау партияһы башлығы, хужа Борһанетдин тарафынан юҡ ителә[1].
«Аҡтауҙар»
үҙгәртергәХужаларҙың тоҡомон башлаусы — Мәхтүм-Ғәзәмдең өлкән улы Имам-кәлән («өлкән имам») булған. Уның яҡлылар һәм шәкерттәре Көнсығыш Төркөстанда «Аҡтау» исеме менән билдәле «Ишкия» сәйәси партияһын ойошторған. Ҡашғарҙа власта торған был партияның һуңғы вәкиле һәм башлығы Бузюрғ-Хужа — бик түбән шәхес һәм Яҡуп бәк ҡулындағы уйынсыҡ ҡына булған[2]
«Ҡужа» (хужа) нәҫеле ҡаҙаҡ «йөҙ»ҙәре (жуз) составына инмәй. Ғәҙәттә, миссионерҙарҙың нәҫеле булып һанала. Чоҡан Вәлиханов, ҡаҙаҡтар ҡайһы бер «ҡужа» ырыуҙарын "аҡ һөйәк"кә индермәй, әммә уларҙы солтандар менән бер рәттән хөрмәт итә, тип яҙған.
Сәйет тармағы
үҙгәртергәБары тик Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомо, йәғни Хәсән менән Хөсәйендең балалары ғына сәйет һәм шәриф тип һанала ала. Сәйет — ғәрәп теленән юлбашсы, әфәнде, башлыҡ.
Әлеге ваҡытта сәйет нәҫеле, ҡужаның башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, иң ҙур төркөмдәрҙең береһе булып һанала. Бының сәбәбе — бер үк атамалы төрлө ата-бабаларҙан төрлө тоҡомдар үҙ-ара ҡушылып киткән. Сәйеттәрҙең тармаҡтары : Ҡылышты ҡужа, Сабылт ҡужа (сабулт).
Хөрәсән тармағы
үҙгәртергәБаҡсайыс тармағы
үҙгәртергәСабылт-ҡожа тармағы
үҙгәртергәТөркпен-ҡожа тармағы
үҙгәртергәҠылышты-ҡожа тармағы
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Хужа Әхмәт Йәсәүи
- Абах Ходжа
- Хужа Насретдин
- Сеид
- Ишандар
- Урта Азия ғәрәптәре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вали-Исаак-ходжа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Имам-калян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ходжа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Кожа // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- Муминов А. Родословное древо Мухтара Ауэзова, при участии А. Ш. Нурмановой и С. Саттарова. Алматы, 2011
- Маликов А. М. Ходжи южного Казахстана: история и идентичность // Этнографическое обозрение, № 4, 2014, с.35-45
- Ходжи Туркестана
- Ходжа (Национальная Энциклопедическая служба) 2016 йыл 4 март архивланған.
- Ходжи в генеалогической системе
- «Türkistan Seyyidler ve Şerifler derneği» 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- Шежире Кожа 2023 йыл 1 февраль архивланған.
- Ходжи в генеалогической системе казахского народа 2017 йыл 12 май архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |