Мәүлә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәүлә (ғәр. مولى,күпл. мәүәли; рус. Мавла) — исламға тиклемге Ғәрәбстанда башлыса азатлыҡ алған һәм, ҡағиҙә булараҡ, үҙенең элекке хужаһының (патронының) ҡурсалауынан файҙаланған ҡол йәки хәрби әсир, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа ғәрәп ҡәбиләһенең (клиентының) ҡурсалауынан файҙаланған ирекле хәлле кеше[1].
Ҡулланылышы
үҙгәртергәТермин шулай уҡ әйләнештә сәйет синонимы булараҡ, монархтар (мәҫәлән, Мароккола — мәүлә, мулай), дини дәрәжәле абруйлы кешеләр (шунан — мулла) титулатураһында ҡулланыла[2].
Әл-Мәүлә исеме Аллаһтың бер исемен дә аңлатыуы мөмкин: «Хужа», «Ярҙамсы һәм һаҡсы хаким» тип тәржемә ителә[3].
Хәлифәлектең башланғыс осоронда мәүлә — ҡол йәки элекке хужаһының ҡурсалауынан файҙаланып, иреккә сығарылған ғәрәп булмаған хәрби әсир. Был термин шулай уҡ ғәрәптәр яулап алған халыҡтарҙың ислам динен ҡабул иткән һәм ниндәй ҙә булһа ғәрәп ҡәбиләһе ҡурсалауы аҫтына ингән ирекле кешеһенә ҡарата ҡулланыла[1].
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәМосолмандарҙың тарихи әҙәбиәтендә термин ҡурсалаусы, патрон, шулай уҡ ҡурсыуға алынған клиент тигәнде аңлата. Юридик әҙәбиәттә беренсеһе «мәүлә әл-ғәлә» (юғары дәрәжәле мәүлә), икенсеһе «мәүлә әл-әсфәл» (түбән дәрәжәле мәүлә) тип билдәләнә[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мавля // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Мавля // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1965. — Т. 8 : Кошала — Мальта. — 990 стб.
- Mawlā / Wensinck, A.J. and Crone, P. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |