Сәмәрҡәнд

(Самарканд битенән йүнәлтелде)

Сәмәрҡәнд (үзб. Samarqand; согд. Smʼrknδh) — халҡының иҫәбе һәм ҙурлығы буйынса Үзбәкстандағы икенсе ҡала, Сәмәрҡәнд виләйәтенең (өлкә) административ үҙәге.

Ҡала
Сәмәрҡәнд
үзб. Samarqand
Герб
Герб
Ил

Узбәкстан

Өлкә

Сәмәрҡәнд

Координаталар

39°39′15″ с. ш. 66°57′35″ в. д.HGЯO

Хоким

Фуркат Рахимов

Нигеҙләнгән

б.э.т. 742 йыл

Элекке исеме

Мараканд, Согдиан

Майҙаны

120[1] км²

Бейеклеге

702 м

Климат тибы

субтропик эске континенталь

Рәсми теле

үзбәк

Халҡы

519 683[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

4204 кеше/км²

Агломерация

около 1 000 000

Милли состав

үзбәктәр, тажиктар, урыҫтар, Урта Азия ирандары һәм башҡалар

Конфессиональ составы

башлыса мосолман-сунниттар, шулай уҡ христиадар һәм башҡалар

Этнохороним

Сәмәрҡәнд, сәмәрҡәндтәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+998 66

Почта индексы

140100[2]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

14 (старого образца 1998—2008)
30 — 39 (нового образца с 01.10.2008)[3]

Рәсми сайт

samshahar.uz
Ҡалып:Ref-uz (рус.) (инг.)

Награды

Ҡалып:Орден Амира Темура Ленин ордены

День города

18 октябрь

Сәмәрҡәнд (Ер)
Сәмәрҡәнд
Сәмәрҡәнд
Вид Самарканда и его окрестностей со спутника
Герб Самарканда времён Российской Империи
Реконструкция вида древнего города Афрасиаб, который находится на северной окраине Самарканда.

Территорияның дөйөм майҙаны 120 кв.м. тәшкил итә. 2016 йылдың 1 ғинуарына халҡының иҫәбе 519,6 мең була. Ҡала диңгеҙ кимәленән 702 метр бейеклектә урынлашҡан. Үзбәкстандың тарихи үҙәге — Регистан майҙаны һәм ансамбле. 2001 йылда ҡала, уның архитектура һәм археологик ҡомартҡылары «Сәмәрҡәнд — мәҙәниәт саты» исеме менән Үзбәкстанда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына ингән объекттар исемлегенә индерелә. Сәмәрҡәнд — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе.[4][5]. Уға (беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта), 742 йылда нигеҙ һалынған. Согдиан өлкәһенең һәм дәүләтенең тарихи үҙәге.

Ике мең йылдан ашыу ҡала Ҡытай һәм Европа араһындағы Бөйөк ебәк юлында мөһим пункт булып тора. Шулай уҡ ул урта быуат Көнсығыштың мөһим фән үҙәге лә. 875—999 йылдарҙа Сәмәрҡәнд Сәмәниҙәр дәүләтенең эре сәйәси һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булып та һанала. 875 йылдан 892 йылға тиклем Сәмәрҡәнд был дәүләттең баш ҡалаһы була. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер империяһының һәм Тимериҙәр династияһының баш ҡалаһы. 19251930 йылдарҙа Сәмәрҡәндә Үзбәк ССР-ың баш ҡалаһына әйләнә.

Ҡала исеменең этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡаланың хәҙерге исеме — Сәмәрҡәнд.[6]. Антик әҙәбиәттә ҡала Согдиан булараҡ билдәле. (Согдиан һәм Мараканд (Мароканд) тарихи өлкәләре менән бутарға кәрәкмәй). Герат ғалимы, тарихсыһы һәм географы Хафизи Абру (XV быуат) ҡаланың исемен Шамарҡанд — «Шамар ауылы» булараҡ аңлата. Хәҙерге этимологтар икенсе өлөштәге ҡәнд һүҙен «ауыл, ҡала», тәүге өлөштө asmara- «таш» һүҙенән тип белдерә. Ҡайһы бер ғалимдар «Сәмәрҡәнд» һүҙе төрки телдән килеп сыҡҡан һәм «Бай ауыл» тигәнде аңлата тип бара. Был турала урта быуат ҡытай сығанаҡтары хәбәр итә. Улар Сәмәрҡәндте , «уңдырышлы ҡала» тигәнде аңлатҡан «Си-ми-се-кан» исеме менән атай. Ошо уҡ версияны ғалим-энциклопедист бу Райхан аль-Беруни ла хуплай [7], XIII быуаттың Әрмән йылъяҙмасыһы Сумбат «Сәмәрҡәнд», тимәк «көр йәки уңдырышлы ҡала» тип хәбәр итә; Тамерлан һарайының Испан илсеһе, үҙенең сәйәхәтен яҙыуы менән билдәле булған Руй Гонсалес де Клавихо Сәмәрҡәнд тураһында яҙғанда уның «бай ауыл» тигән мәғәнәне аңлатҡан ысын исеме «Симескинт» булыуын аңлатып тормай.[8].

Боронғо тарих

үҙгәртергә

Сәмәрҡәнд тораларының мәҙәни ҡатламдарында боронғо кешеләрҙең утты үҙләштереүе билдәле була. Уның тирәләй һуңғы палеолит осоро кешеләренең төп йәшәү эшмәкәрлеге туплана.[9]. Сәмәрҡәнд — беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта нигеҙ һалынған, донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Уны Рим һәм Нанкин ҡалаларының тиҫтере тип атарға ла була. Сәмәрҡәндкә нигеҙ һалыныуҙың тәүге ун йыллығында Библияны төҙөү башлана, Боронғо Грецияла тәүге олимпия уйындары уҙғарыла, Финикий яҙмаһы фонында Грек алфавиты барлыҡҡа килә. Ҡаланың барлыҡҡа килеүенең тәүге быуатында Урта Азияла Согдиан, Бактрия, Хорезм һәм Парфия кеүек боронғо дәүләттәр һәм цивилизациялар барлыҡҡа килә. Антик тарихта Сәмәрҡәнд, беҙҙең эраға тиклем VI быуатта уҡ зороастризмдың изге китабы — Авестала һүрәтләнгән Согдиан дәүләтенең баш ҡалаһы булараҡ билдәле була. Рим империяһы һәм Боронғо Греция тарихсылары яҙмаларында ҡала тәүге тапҡыр Мараканд (грек. Μαρακάνδα) исеме менән телгә алына. Уны Квинт Курций Руф, Арриан, Страбон һәм Сәмәрҡәндте (был ваҡытта ул, беҙҙең эраға тиклем 329 йылда, нығынған һәм үҫешкән ҡала була) баҫып алған Александр Македонскийҙың башҡа биографтары ла ҡуллана. IV—V быуаттарҙа Сәмәрҡәнд көнсығыш иран телендә һөйләшкән төрки ҡәбиләләр — тхиониттар һәм кидариттар власы аҫтында була. VI быуат башында эфталиттар тарафынан яуланып алына һәм составында Хорезм, Согдиан, Бактрия һәм Гандхар булған империяға инә.

Иртә Урта быуаттар дәүере

үҙгәртергә

567—658 йылдарҙа Согдиан үҙәге булараҡ Сәмәрҡәнд Төрки һәм Көнбайыш төрки ҡағанаттары бойондороғонда була. Төрки-согдийҙың тығыҙ бәйләнеше төрки һәм согдий телдәре һүҙҙәрен үҙ-ара үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Боронғо төрки ҡағанаттарының иртә эпиграфик яҙмаларында согдий теле рәсми тел булып һанала. Согдий текстарында һәм документтарынд төрки телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр осрай.[10]. 712 йылда ҡала Кутейба ибн Муслим етәкселегендәге ғәрәп баҫҡынсылары тарафынан яулап алына. 806—810 йылдарҙа ҡалала Рафи ибн Лейс восстаниеһы була. Уны баҫтырыуҙа урындағы аристократ Саман-худаттың ейәндәре ҡатнаша.

Мосолман ренессанс дәүере

үҙгәртергә

875—999 йылдарҙа Сәмәрҡәнд Сәмәниҙәр дәүләтенең иң эре сәйәси һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе була. 875 йылдан 892 йылға тиклем был дәүләттең баш ҡалаһы була. Төрки династия Ҡараханиҙар йәки илекхандар идара иткән ваҡытта Сәмәрҡәндта тәүге мәҙрәсә төҙөлә. Уларҙың иң билдәлеһе (1040—1068 йылдарҙа) Ибраһим тамгач-хан мәҙрәсәһе була. Ибраһим Хөсәйен Ҡараханид идара иткән осорҙа (1178—1200 йылдарҙа) рәсемдәр менән биҙәлгән монументаль һарай төҙөлә. 1212 йылда караханид Осман восстаниеһын баҫтырғандан һуң, Сәмәрҡәнд Хорезмшах дәүләте составына инә.

1220 йылда тулыһынса Сыңғыҙхан тарафынан талана.

1365 йылда[11] ҡалала Маулана-задэ, Абу Бекр Келеви һәм Хурдак Бухари етәкселегендәге сербедар восстаниеһы башлана.

Тимер һәм Тимериҙәр дәүере

үҙгәртергә

Тамерлан һәм Тимериҙәр идара иткән (1370—1499 йылдарҙа) ошо империяның баш ҡалаһы була. Ҡаланың өҫтөнлөк иткән күпселек архитектура шедеврҙары ошо дәүерҙә төҙөлә. Был, монгол осоронан һуң, Сәмәрҡәндтең юғары үҫеш юлында булған дәүере. Тимер баш ҡаланың үҫеше өсөн ҙур хәстәрлек күрһәтә, уны бөтә донъяның баш ҡалаһы итеп күрергә теләй. Яулап алынған илдәрҙән көсләп ҡыуып алып килгән оҫталар арҡаһында һөнәрселек һәм сауҙа үҫешә. Ҡалала мөһаббәт һарайҙар, мәсеттәр, мосолман мәктәптәре, мәҙрәсәләр, кәшәнәләр төҙөлә. Сәмәрҡәнд биналары дәүләтте һәм уны төҙөүсене данлаған монументтар формаһында төҙөлә, йыһаздар ҙа иң ҡиммәтлеһе була. Баш ҡаланың бөйөклөгөн күрһәтеү өсөн, Тимур тирә-яҡтағы ауылдарға Көнсығыштағы Багдад, Дамаск, Шираз кеүек эре ҡалаларҙың исемен бирә. Ул шулай уҡ төрлө илдәрҙең билдәле шағирҙарын, музыканттарын, ғалимдарын йыйырға ынтыла.

Сәмәрҡәнд XV быуат башында

үҙгәртергә

(Тимур һарайына барған кастиль илсеһе көндәлегенән)

Сәмәрҡәнд тигеҙ ерҙә урынлашҡан һәм тупраҡлы үҙәк, тәрән соҡор менән уратып алынған. Ҡала аръяғында бик күп өйҙәр теҙелеп киткән. Бөтә ҡалала баҡса һәм виноградлыҡтар таралып киткән. Ҡала ситендәге баҡсаларҙа ҙур һәм билдәле биналар күп. Сеньор (Тимур күҙ уңында тотола) был ҡаланы бик ныҡ данлағыһы килә, шуға ниндәйҙер ерҙәрҙе яулап алғас, шул ерҙәрҙән ҡалала һәм уға яҡын ерҙәрҙә йәшәтер өсөн кешеләр килтерә. Бигерәк тә төрлө һөнәрселек буйынса оҫталарҙы күп йыя. Дамасканан донъяла иң яҡшыһы тип табылған туҡыусыларҙы, ҡорал яһаусыларҙы, уҡтан атыу оҫталарын, быяла һәм балсыҡ эшкәртеүселәрҙе, ә Төркиәнән арбалетсыларҙы һәм үҙе таба алған башҡа оҫталарҙы: ташсыларҙы, ювелирҙарҙы килтерә.

Мирза Олоғбәк идара иткән осорҙа Сәмәрҡәнд донъя фәне үҙәгенә әйләнә. Бында яңы юғары уҡыу йорттары - мәҙрәсәләр һәм обсерваториялар төҙөлә. Ҡалала Көнсығыш мосолмандарының иң аҡыллы фән эшмәкәрҙәре эшләй.

Һуңғы урта быуаттар

үҙгәртергә
 
Медресе Тилля Кари на площади Регистан в Самарканде
 
Медресе Шер-Дор на площади Регистан в Самарканде

Шейбани хан һәм Кучкунджи хан идара иткән ваҡытта Сәмәрҡәнд Шейбанид дәүләтенең баш ҡалаһы булып ҡала. Был осорҙа ҡалала архитектура төҙөлөшө дауам итә. Шейбани-хан, уның килене Михр Султан Ханум мәҙрәсәләре төҙөлә. Колония булып йәшәгән осорҙа быларҙың барыһы ла ҡыйратыла. Ҡала, 1533-1540 йылдарҙа, Убайдулла хан шейбаниды власына күскәс, баш ҡала булыу әһәмиәтен юғалта.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Сәмәрҡәндтең климаты – эске-континенталь субтропик. Ҡыш уртаса ноябрҙең икенсе ун көнлөгөнән марттың икенсе декадаһына тиклем дауам итә. Ҡышҡыһын оҙаҡ булмаған, 3-7 көн, һыуыҡтар булыуы ихтимал (төнгө температура −12&nbsp тиклем;°C, һирәк ваҡыт −20 °C тиклем). Күбеһенсә епшек көндәр була. Бындағы йәй апрелдең икенсе декадаһынан октябрҙең уртаһына тиклем була. Июнь, июль айҙарында көндөҙгө температура 40 градусты ашып китә.[14].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 23,2 26,7 31,7 36,2 39,5 41,4 42,4 41,0 38,6 35,2 29,9 26,7 42,4
Уртаса максимум, °C 6,8 9,1 14,2 21,1 26,4 32,2 34,1 32,9 28,3 21,6 15,3 9,1 20,9
Уртаса температура, °C 1,9 3,6 8,5 14,9 19,8 25,0 26,7 25,2 20,1 13,6 8,4 3,8 14,3
Уртаса минимум, °C −1,7 −0,5 4,0 9,4 13,5 17,4 18,9 17,4 12,7 7,2 3,4 −0,2 8,5
Абсолют минимум, °C −25,4 −22 −14,9 −6,8 −1,3 4,8 8,6 5,9 0,0 −6,4 −18,1 −22,8 −25,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 43,9 39,2 70,5 63,2 33,2 4,2 4,3 0,4 3,9 24,0 28,2 40,5 355,2
Сығанаҡ: [1]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Шаһи-Зинда мавзолейҙар ансамбле.
 
Шаһи-Зинда мавзолейҙар ансамбленә инеү урыны.
 
Гүр-Әмир мавзолейы.
  • Регистан (Сәмәрҡәнд), Регистан Ансамбле — Сәмәрҡәндтең иң билдәле урындарының береһе. Урта быуаттарҙа ҡаланың үҙәк майҙаны ролен үтәй.
    • Олоғбәк мәҙрәсәһе (Сәмәрҡәнд) — 1471 йылдағы көнбайыш ҡоролма. Унда яҡынса 100 студент белем алған.
    • Тилля-Кари мәҙрәсәһе («алтын ялатылған») — 1660 йылдағы, территориялағы бер үк исемле мәсете булған үҙәк ҡоролма.
    • Медресе Шердор — 1636 йылдағы көнсығыш ҡоролма.
  • Афрасиаб ҡаласығы
  • Олоғбәк обсерваторияһы
  • Гур-Эмир мавзолейы
  • Биби Ханум мәсете
  • Биби Ханум мавзолейы
  • Шахи Зинда мавзолейы Ансамбле
  • Сәмәрҡәндтең барлыҡҡа килеү музейы (Афросиаб)
  • Хазрет-Хызр мәсете
  • Ходжа Дониер (пәйғәмбәр Даниил) мавзолейы
  • Улугбектың обсерваторияһы һәм мемориаль музейы
  • Ходжа Зиемурод мәсете
  • Кук мәсете
  • Чорсу боронғо эшлекле үҙәге
  • Абу Мансур Матридий мавзолейы
  • Рукхобод мавзолейы
  • Акһарай мавзолейы
  • Ходжа Нисбатдор мәсете
  • Ходжа Абду Дарун мәсете
  • Ишратхона
  • Намазгох (Сәмәрҡәнд) мәсете
  • Куксарай емереклектәре (Тимурҙың элекке һарайы)
  • Садриддин Айниҙың (Сәмәрҡәнд) йорт-музейы
  • Архиерей Алексия Московский соборы
  • Изге Георгий Еңеүсе храмы
  • Изге Александр Невский храмы
  • Изге Николай Чудотворец храмы
  • Изге Иоанн Креститель сиркәүе (Сәмәрҡәнд)
  • Сартенок сиркәүе (Сәмәрҡәнд)

Туғандаш ҡалалары

үҙгәртергә

Ырыуҙар тарихынан

үҙгәртергә

1920 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәҡурған өйәҙҙәрендә) 39 меңдән ашыу кеше ҡтай (ҡатай) тип теркәлгән.Ғәрәп алфавитында һуҙынҡылар булмау сәбәпле, ҡатай этнонимы шулай яҙылған булыуын фараз итергә була. Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар (ҡатайҙар) Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. Ул саҡта ҡтайҙар (ҡатайҙар) Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан).

Боронғо кидандарҙың тоҡомдары Урта Азияға килеп ҡараҡытай (йәки һуңғараҡ ҡтай) булып киткән тигән фекерҙәр бар.

Сәмәрҡәндкә ҡатайҙарҙың килеп сығыуы тураһында тарихсы Р. Шәйбәков яҙған бер мәғлүмәт:

1137 йылда ҡара ҡатайҙарҙың Сәмәрҡәнд хакимы ғәскәрен ҡыйратыуы Сәнджәрҙе хафаға һала. Быны ул бөтә мосолман донъяһына янаған хәүеф тип ҡабул итә һәм бөтә мосолман донъяһынан элиталы ғәскәр йыя башлай, һөҙөмтәлә йөҙ меңгә яҡын ғәскәр йыйыла (тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы ла бындай ғәскәр йыйыла алмаған). Дошманлашыусылар Ходжент менән Сәмәрҡәнд араһындағы Катван үҙәнендә 1141 йылдың 9 сентябрендә осраша. Ғәскәре күпкә аҙыраҡ булһа ла, Елюй (Йәлүй) Сәнджәр ғәскәрен ҡыйратып ҡына ҡалмай, солтандың ҡасып киткән ҡатынын, бик күп ярҙамсыларын әсиргә ала. Солтандың утыҙ мең ғәскәре батырҙарса һәләк була. Көнбайышта иһә, көнсығыштан мосолман донъяһына һөжүм итеүсе һәм Фәләстиндәге тәре йөрөтөүселәргә ҡушылырға килеүсе ниндәйҙер изге батша Иоан пәйҙә булыуы тураһында легенда барлыҡҡа килә. Был хәлде Георгий Победоносецтың яңынан терелеүе менән дә аңлатыу барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Йәлү Ташиҙы хәҙер Георгий Победоносец тип нарыҡланған һәм Рәсәй гербының бер элементына әүерелгән изге менән тиңләүгә тиклем барып етә христиан донъяһы (был кеше ышанмаҫлыҡ, әммә ысынбарлыҡ шулай) [18].

Был этнонимдың барлыҡҡа килеүенә берҙәм генә ҡараш юҡ. Күпселек тикшеренеүселәр уларҙың тамырҙарының ҡара-ҡытайҙарға йәки кидандарға барып тоташтыра. Тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин: «Тарихи-этнографик әҙәбиәттә ҡатайҙарҙың ҡара-ҡитайҙарҙан йәки кидандарҙан сығыуын раҫлаған фекер йөрөй. Ә бына кидандарҙың үҙҙәренең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында фекер төрлөсә. Шулай ҙа тикшеренеүселәрҙең күбеһе уларҙы монгол сығышлы тип иҫәпләй… Һуңғы йылдарҙа ҡара-ҡитайҙарҙың төркиҙән сығыуы хаҡында фекер нығый бара», - тип яҙа [19].

Ҡатай этнонимының ҡытай, ктай, хтай, хытай варианттары ла бар, яҙма сығанаҡтарҙа йыш осрай. Ҡатай этнонимы төрлө әйтелештә үзбәктәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, нуғайҙарҙа, ғағауздарҙа ла бар. Әйткәндәй, ҡара-ҡатай исеме, башҡорттарҙан башҡа, тик ҡырғыҙҙарҙа ғына осрай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Общая информация о городе 2020 йыл 23 сентябрь архивланған.
  2. Почтовые индексы
  3. Новые автомобильные номера Узбекистана. Справочник Узбекистана — Золотые Страницы. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
  4. Abu-Lughod J.L. Before European Hegemony: The World System A.D. 1250-1350. — Oxford University Press, 1991. — С. 179. — (Armenian Research Center collection). — ISBN 9780195067743.
  5. Lukonin V., Ivanov A. Central Asian Art. — Parkstone International, 2012. — С. 195. — (Temporis). — ISBN 9781780428949.
  6. Лурье П. Б. Историко-лингвистический анализ согдийской топонимики. Дисс. на соиск. уч. ст. канд. фил. наук. СПб. 2004.— Стр. 39, 110
  7. Абу Райхан Беруни, Канон Масуда. Избранные произведения. — Т.5. часть 1. — Ташкент, 1973. — с.471
  8. Руи Гонсалес де Клавихо, Дневник путешествия в Самарканд ко двору Темура (1403—1406). Перевод со староиспанского, предисловие и комментарии И. С. Мироковой. М., 1990
  9. Касымов М. Р. Проблемы палеолита Средней Азии и Южного Казахстана (по материалам многослойной палеолитической стоянки Кульбулак)
  10. Лившиц В. А. Согдийцы в Семиречье: лингвистические и эпиграфические свидетельства. // Красная речка и Бурана.- Фрунзе. 1989,с.79-80
  11. Encyclopedia Britannica, 15th Ed., p. 204
  12. Башҡортостан энциклопедияһы — Мелкумов Георгий Арташесович 2020 йыл 27 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
  13. История кафедры фтизиопульмонологии (туберкулеза). Официальный сайт Башкирского государственного медицинского университета 2020 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
  14. Большой энциклопедический словарь
  15. Vesti.uz. Сиань – 13-й город-побратим Самарканда, Vesti.uz (12 март 2013).
  16. Сәмәрҡәнд менән Флоренция туғандаш ҡалалар була = Anons.uz, Anons.uz (16 февраль 2015). 2016 йыл 14 апрель архивланған.
  17. Сәмәрңәнд Юрмала менән хеҙмәттәшлек итә = Газета.уз, Газета.уз (27 май 2014).
  18. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. Белорет, 2012,295 бит
  19. Ҡатай(недоступная ссылка)
  • Самарканд: Краткий справочник-путеводитель / Составители: И. И. Умняков, Ю. Н. Алескеров, К. М. Михайлов. — Ташкент: Гос. изд-во Узбекской ССР, 1956. — 104 с. — 10 000 экз. (в пер.).
  • Бакман Я. И. По городу XXV веков: (Самарканд) / Вступит. статья и ред. канд. ист. наук Ю. Н. Алескерова. — Ташкент: изд-во Узбекистан, 1969.
  • Alexander Morrison. Russian Rule in Samarkand 1868—1910: A Comparison with British India. Oxford, OUP, 2008 (Oxford Historical Monographs).

Һылтанмалар

үҙгәртергә