Сабир
Сабир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исемде осратырға мөмкин.
Сабир | |
Sabir әзерб. Sabir | |
Яҙыу | Латин алфавиты |
---|---|
Soundex | S160 |
Сабир Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәСабир исеме ғәрәп теленән сабыр, түҙемле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (10 май 1904 йыл — 7 август 1992 йыл) — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1940 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. 1950—1954 йылдарҙа СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы, СССР, РСФСР һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (28 август 1924 йыл — 4 октябрь 2018 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), доцент (1985). Октябрь Революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Шәрипов Сабир Нәғим улы (20 март 1948 йыл — 31 август 2018 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, 1986 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1991 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Ҡадиров Сабир Рәхим улы (7 март 1906 йыл — 13 декабрь 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек начальнигы урынбаҫары, гвардия подполковнигы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Әбсәләмов Сабир Шафиҡ улы (рус. Абсалямов Сабир Шафикович) (1922—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы уҡсыһы. Һуңғы хеҙмәт урыны — 62-се гвардия кавалерия полкы. Ҡыҙылармеец[2][3]
- Әхмәтшин Сабир Әхмәтша улы (1907 — 14 ноябрь 1943 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[4][5][6], гвардия ҡыҙылармеецы[7].
- Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (20 февраль 1929 йыл — 9 август 1994 йыл) — БАССР-ҙың Ейәнсура һарыҡ үрсетеү совхозының өлкән чабан, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Кинйәкәев Сабир Мөьмин улы — Көйөргәҙе районы гәзите мөхәррире, шағир, поэмалар авторы.
- Шакиров Сабир Шакир улы (21 май 1921 йыл — 5 март 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, автоматсылар взводы командиры, һуңынан дивизия командиры генерал Беловтың адъютанты, гвардия капитаны. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Лоҡманов Сабир Закирйән улы (9.04.1906, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Йәркәй ауылы, хәҙер Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы— 27.10.1967, Өфө)- табип, ғалим — анатом, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1943), профессор (1943). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР- ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Медицина хеҙмәте подполковнигы (1950).Ленин ордены (1949),Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942, 1954), «Почёт Билдәһе» ордены (1944)()кавалеры[8]
- Закиров Сабир Закир улы (12.03.1906 — ??) — хәрби хеҙмәткәр, полк командиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Александр Невский (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
- Мостафин Сабир Кәбир улы (1952 т.) — геология-минералогия фәндәре докторы (1994).
- Сабир Абдулла — үзбәк шағиры, яҙыусыһы, драматург.
- Сабир Мирза Алекпер — Әзербайжан шағиры, сатирик.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы. Абсалямов Сабир Шафикович
- ↑ Дорога памяти. Абсалямов Сабир Шафикович 2021 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Ахметшин С. А. 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Ахметшин 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Память народа. Ахметшин Сабир Ахметшинович
- ↑ Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Сабир Ахметшинович
- ↑ Сабир // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |