Шәрипов Сабир Нәғим улы

башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе

Шәрипов Сабир Нәғим улы (20 март 1948 йыл31 август 2018 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, 1986 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1991 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).

Тыуған көнө:

20 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Баҡый ауылы

Вафат булған көнө:

31 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1977—2018

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Баҡый ауылында урман хужалығы эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпәте тамамлағандан һуң, 1963—1967 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. «Башланғыс синыф уҡытыусыһы» дипломы алып, 1967 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлегенең тыуған ауылы мәктәбендә башлай. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡортрус бүлегенә уҡырға инә. 1974 йылда БДУ-ны тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына тәржемәсе итеп эшкә саҡырыла. 1977 йылда, запастағы офицер булараҡ, Совет Армияһы сафтарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1979 йылға тиклем сәйәси бүлек хеҙмәткәре вазифаһында «Байкал—Амур» магистрале төҙөлөшөнә йәлеп ителгән хәрби частә хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡандан һуң, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшен дауам итә: баҫманың әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. Аҙаҡтан бер нисә йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1989—1990 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡандан һуң, 2003 йылға тиклем «Китап» нәшриәтендә нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире була. Һуңынан «Ағиҙел» журналында әҙәби мөхәррир һәм проза бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү Сабир Шәрипов күңелендә Белорет педагогия училищеһында уҡыған йылдарҙа ныҡлап формалаша, нәҡ ошо осорҙа буласаҡ әҙип ижадҡа ла тартыла. Ҡәләмен һәм әҙәби ҡомарын һынап ҡараү йөҙөнән тәүге хикәйәләрен ҡағыҙға төшөрә. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй башлағас, үҙенең тәүге әҫәрҙәрен Белорет районы гәзите "Урал"да баҫтыра. Тәүге ижады емештәре менән ҡанатланған егет шуға ла Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юллана ла инде. Бындағы башҡортрус бүлегендә әүҙем эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге уның өсөн ысын мәктәпкә әйләнә: йәш автор сәмләнеп яңынан-яңы хикәйәләр яҙа, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыла. Ә «Һалсы малай» тип исемләнгәне йәш һәм башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән төҙөлгән «Йәш көстәр» альманахының 1977 йылда нәшер ителгән 16-сы китабында донъя күрә. «Ҡышҡы усаҡ» тигән икенсе хикәйәһе шул уҡ альманахтың 1981 йылда баҫылған 17-се китабына индерелә.

Артабан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләү, Совет Армияһы сафтарында «БАМ» төҙөлөшөнә йәлеп ителгән хәрби частә хеҙмәт итеү әҙипкә буласаҡ әҫәрҙәре өсөн бай материал бирә. Уның тәүге хикәйәләре башлыса ауыл тормошона, хозур тәбиғәтле Белорет яҡтарында йәшәусе тырыш урмансылар эшмәкәрлегенә арналған булһа, 1992 йылда нәшер ителгән беренсе оло әҫәре — «Хушлашмайым» романы заманында быуат төҙөлөшө итеп иғлан ителгән «Байкал—Амур» тимер юл магистрален һалыусылар хеҙмәтенә арнала. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә кешеләр араһындағы төрлө яҡлы мөнәсәбәттәрҙе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс алымдар менән һүрәтләй, үҙенә генә хас образдар тыуҙыра, яҡшы сифаттарға, юғары хистәргә дан йырлай. Авторҙың әйтеп кителгән романы татар һәм сыуаш телдәренә, хикәйәләре рус, украин һәм төрөк телдәренә тәржемә ителеп, үҙ уҡыусыһын республиканан ситтә лә тапты.

Сабир Шәрипов үҙе лә тәржемә менән әүҙем генә шөғөлләнә. Ул Виктор Сидоровтың Салауат Юлаевҡа арналған «Шағир һәм яугир Салауат» китабын, күренекле рус совет яҙыусыһы Михаил Шолоховтың илебеҙҙең бер нисә быуын уҡыусыһына билдәле «Кеше яҙмышы» хикәйәһен һәм башҡа ҡайһы бер әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарҙы.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн яҙыусы Сабир Шәриповҡа 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Үҙенең әҫәрҙәре өсөн ул Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Сабир Нәғим улы Шәрипов 2018 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Сабир Шәрипов — тыумыштан ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы һәм ғүмере барышында шулай булып ҡала килә. Ул урман-ҡырҙарҙы гиҙергә ярата, тыуған яҡтарында йыш була. Әле лә уның һунарсы әүәҫлеге тамсы ла кәмемәгән, ул мөкиббән киткән балыҡсы ла. Ял ваҡыттарында өҙҙөрөп баянда уйнап ебәреүе үҙенә генә түгел, бар тыңлаусыларына ла яңы дәрттәр өҫтәй. Оҫта шахматсы.

Яҙыусының тормош иптәше Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы — Башҡортостанда ғына түгел, республиканан ситтә лә киң билдәле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тауҙарҙағы эҙҙәр: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 192 б.
  • Ҡайынлы артылыш: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 256 б.
  • Хушлашмайым: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 336 б.
  • Старозимовье: Повести, рассказы, новеллы, миниатюры. — Уфа: Китап, 1995. — 240 с. (рус.)
  • Аҡ ҡулсатыр: Повестәр, хикәйәләр, хикмәтәр һәм мәҙәктәр. — Өфө: Китап, 1998. — 488 б.
  • Костер на снегу: Рассказы. — Чебоксар: 2001. — 190 с. (сыуашса)
  • Хушлашмыйм: Роман. — Ҡазан: Татарстан китап нәшриәте, 2003. — 270 б. (татарса)
  • Приглашение на чужбину: Повесть, рассказы, миниатюры. — Уфа: Китап, 2004. — 216 с. (рус.)

Тәржемәләре

үҙгәртергә
  • Сидоров В. Шағир һәм яугир Салауат: (Салауат Юлаев тураһында китап) / В. Сидоров. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 160 б.
  • Шолохов М. Кеше яҙмышы: хикәйә / М. Шолохов // Ағиҙел. — 2005, № 5. — Б. 114—135.
  • Ғиләжев А. Балта кем ҡулында?: роман / А. Ғиләжев. — Өфө: Китап, 2006. — 320 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҙип ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «Башкортостан». Энциклопедия. Шарипов Сабир Нагимович (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Сабир Шарипов: биобиблиогр. указ. / сост. А. А. Юланова; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А.- З. Валиди РБ, 2011. — 54 с.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә