РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы (ҡыҫҡ. РСФСР Совнаркомы; РСФСР СНК-һы; 1918 йылға тиклем — Халыҡ Комиссарҙары Советы) — Совет Рәсәйенең 1917—1946 йылдарҙағы хөкүмәте. 1917 йылдың 9 ноябрендә «ваҡытлы эшсе һәм крәҫтиән хөкүмәте» булараҡ Халыҡ Комиссарҙары Советы исеме аҫтында булдырылған[1], РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы ҡабул ителгәнгә тиклем ҡулланылған.
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Дәүләт |
СССР Совет Рәсәйе |
Етәксе орган | Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Верховный Совет России[d] |
Юрисдикция таралышы | Совет Рәсәйе |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Смольный[d], Смольный проезд[d], Үҙәк районы[d], Санкт-Петербург, РСФСР, СССР Сенатский дворец[d], Тверской районы[d], Центральный административный округ[d], Мәскәү, СССР |
Алдағы | Ваҡытлы хөкүмәт[d] |
Алмаштырылған | Совет Министров Российской Федерации[d] |
Алыштырған | Ваҡытлы хөкүмәт[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 15 март 1946 |
1918 йылдан алып РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советын булдырыу Бөтә Союз башҡарма комитеты ҡарамағында[2], ә 1937 йылдан — РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡарамағында була. РСФСР-ҙың Совнаркомының рәйесе етәкселегендә РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы (Совнарком) халыҡ комиссариаттарының (наркомат) етәкселәренән формалаша. Ошондай совнаркомдар башҡа совет республикаларында ла булдырыла. СССР-ҙың ойошторолоуынан һуң (1922 йылдың 29 декабренән алып 1923 йылдың 6 июленә тиклем) РСФСР-ҙың Совнаркомы ваҡытлыса СССР хөкүмәтенең функцияларын башҡара.
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәҮҙенең мемуарҙарында Лев Троцкий «Халыҡ Комиссарҙары Советы» атамаһын үҙенә ҡайтарып ҡуя[3]. В. П. Милютиндың хәтирәләренән, «халыҡ комиссары» атамаһын Троцкий тәҡдим итә, ә хөкүмәтте «Халыҡ Комиссарҙары Советы» тип атарға Каменев тәҡдим яһай[4].
Шул уҡ ваҡытта Лениндың яҙмаларынан күренеп тора:
«Немедленное создание... комиссии народных комиссаров... (м [инист] ры и т[овари]щи м [инист] ра»).
Ленин әлеге яҙманы 1917 йылдың 25 октябренән алдараҡ яҙған. Тимәк, «комиссар» (этимологик тамыры — комиссиялар етәкселәре) атамаһы «министҙар» терминына алмашҡа алдараҡ та Халыҡ Космиссарҙары Советы башлығының яҙмаларында ҡулланылған. Ошо уҡ документта башҡа үҙәк дәүләт органдарының комиссиялар рангында булдырылыуы хаҡында әйтелә (революцион тәртибе комиссияһы,закондар сығарыу буйынса фараздар буйынса бер нисә комиссия)[5].
Тарихы
үҙгәртергәВласты баҫып алыуҙан алда большевиктарҙың Үҙәк Комитеты Каменев менән Винтерға (Берзин) һул эсерҙар менән сәйәси бәйләнешкә инергә һәм улар менән буласаҡ хөкүмәттең составы тураһында һөйләшеүҙәр башларға ҡуша. Советтарҙың II съезы ваҡытында большевиктар һул эсерҙарға хөкүмәткә инергә тәҡдим итәләр, әммә тегеләр баш тарта. Уң эсерҙар һәм меньшевиктар фракциялары съезд үҙ эшен башлаған саҡта уҡ ташлап сығалар. Большевиктар бер партиялы хөкүмәт булдырырға мәжбүр була[6].
Учредителдәр йыйылышы таратылғандан һуң халыҡ депутаттары советы үҙенең ваҡытлы орган характерын юғалта һәм был РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһында нығытылып ҡуя. Бөтә Союз Башҡарма Комитеты халыҡ депутаттары Советтарын булдырыу хоҡуғына эйә була; Халыҡ Комиссарҙары Советы декреттарҙы сығарыу хоҡуғына эйә була, әммә ВЦИК-тың ниндәй ҙә булһа ҡарарҙы кисектереп тороу йәки юҡҡа сығарыу хоҡуғы була.
Халыҡ Комиссарҙары Советында ҡаралған мәсьәләләр тауыштарҙың ябай күпселеге менән хәл ителә. Ултырыштарҙа хөкүмәт ағзалары, ВЦИК-тың рәйесе, эштәр менән идара итеүсе һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының секретарҙары, ведомстволарҙың вәкилдәре булған.
Эш идаралығы РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының даими эш органы була, ул СНК ултырыштарына һәм уның даими комиссияларына мәсьәләләр әҙерләү менән шөғөлләнә, делегацияларҙы ҡабул итә. Эш идаралығы 1921 йылда 135 кешенән торған (СССР-ҙың Октябрь революцияһының Үҙәк дәүләт архивы (ЦГАОР) мәғлүмәттәренә ярашлы)[7]).
1946 йылдың 15 мартындағы СССР-ҙың Законы һәм 1946 йылдың 23 мартындағы РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының Указы менән РСФСР-ҙың Юғары Советы РСФСР-ҙың Министрҙар Советы итеп үҙгәртелә. 18 мартта «Халыҡ Комиссарҙары Советы» исеме аҫтында РСФСР хөкүмәтенең аҙаҡҡы ҡарары сыға[8]. 1947 йылдың 25 февралендә СССР Конституцияһына, 1948 йылдың 13 мартында РСФСР Конституцияһына тейешле үҙгәрештәр индерелә.
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының закон сығарыу базаһы
үҙгәртергә1918 йылдың 10 июлендәге РСФСР Конституцияһына ярашлы СНК эшмәкәрлегенең даирәһе:
- РСФСР-ҙың дөйөм эштәре менән идара итеү;
- идаралыҡтың айырым тармаҡтары менән идара итеү (35, 37 статья);
- закондар сығарыу актарын сығарыу һәм «дәүләт тормошоноң дөрөҫ һәм тиҙ ағымы өсөн кәрәкле» сараларҙы ҡабул итеү (38 ст.).
Бөтә ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында Халыҡ Комиссарҙары Советы ВЦИК-ка хәбәр итә (39 ст.), ВЦИК-тың Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарарҙарын туҡтатып торорға йәки юҡҡа сығарырға хоҡуғы була (40 ст.).
18 халыҡ комиссариаты булдырыла[9].
Артабан 1918 йылдың 10 июлендәге РСФСР Конституцияһына ярашлы РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтары исемлеге килтерелә[10]:
- сит ил эштәре буйынса;
- хәрби эштәр буйынса;
- дингеҙ эштәре буйынса;
- эске эштәр буйынса;
- юстиция;
- хеҙмәт;
- социаль тәьминәт
- мәғариф;
- почталар һәм телеграфтар;
- милләттәр эштәре буйынса;
- финанс эштәре;
- юл элемтәһе;
- игенселек;
- сауҙа һәм сәнәғәт;
- аҙыҡ-түлек;
- Дәүләт контроле;
- Халыҡ Хужалығының Юғары Советы;
- һаулыҡ һаҡлау.
Һәр халыҡ комиссары янында һәм уның рәйеслеге аҫтында коллегия булдырыла, уның ағзалары СНК тарафынан раслана (44 ст.).
Халыҡ комиссары яңғыҙаҡ бөтә мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡлы булған һәм улар тураһында коллегия иғтибарына еткерегән (45 ст.).
1922 йылдың декабрендә СССР һәм дөйөм союз хөкүмәте булдырылғандан һуң РСФСР-ҙың Совнаркомы Рәсәй Федерацияһының башҡарма һәм идара итеүсе дәүләт органы булып китә. Халыҡ Комиссарҙары Советының ойошторолоуы, составы, компетенцияһы һәм эшмәкәрлек тәртибе СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы һәм РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы менән билдәләнә. Ошо ваҡыттан СНК-ның составы ҡайһы бер вәкәләттәрҙең союз ведомстволарына тапшырылыу сәбәпле үҙгәртелгән була. 11 республика халыҡ комиссариаты булдырыла:
- эске сауҙа;
- хеҙмәт
- финанстар
- Эшсе-Крәҫтиән инспекцияһы (РКИ)
- эске эштәр
- юстиция
- мәғариф
- һаулыҡ һаҡлау
- игенселек
- социаль тәьминат
- Халыҡ хужалығының Юғары Советы (ВСНХ)
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы составына хәл иткес йәки кәңәш тауышы хоҡуғы менән РСФСР Хөкүмәте янындағы СССР наркоматтарының вәкилдәре инә. РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы, үҙ сиратында, даими вәкилен СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советына йүнәлтә (Эшсе һәм Крәҫтиән хөкүмәте ҡарарҙары йыйынтығы (СУ РСФСР) мәғлүмәтенә ярашлы, 1924, 70-се һанлы, 691 ст.).СНК РСФСР выделял, в свою очередь, постоянного представителя при СНК СССР
1924 йылдың 22 февраленән РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы берҙәм эштәр идаралығы ҡарамағында булалар (СССР-ҙың Октябрь революцияһының Үҙәк дәүләт архивы (ЦГАОР) мәғлүмәттәренә ярашлы)[11]).
РСФСР Конституцияһын ҡабул иткәндән һуң (21 ғинуар 1937) РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡарамағында була, ә уның сессиялары араһындағы арауыҡта — РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумына ҡарай.
1937 йылдың 5 октябренән РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы составында 13 халыҡ комиссариаты була (РСФСР-ҙың Үҙәк дәүләт архивы (ЦГА) мәғлүмәттәренә ярашлы[12]):
- аҙыҡ-түлек сәнәғәте
- еңел сәнәғәт
- урман сәнәғәте
- игенселек
- игенселек совхоздары
- малсылыҡ совхоздары
- финанстар
- эске сауҙа
- юстиция
- һаулыҡ һаҡлау
- мәғариф
- урындағы сәнәғәт
- коммуналь хужалыҡ
- социаль тәьминат
Халыҡ Комиссарҙары Совет составына шулай уҡ РСФСР Госпланы рәйесе һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы янындағы сәнғәт эштәре буйынса Идаралыҡ начальнигы индерелә.
Совет Рәсәйенең Халыҡ Комиссарҙары Советының беренсе составы
үҙгәртергә- Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе — Владимир Ульянов (Ленин)
- Эске эштәр наркомы — А. И. Рыков
- Игенселек наркомы — В. П. Милютин
- Хеҙмәт наркомы — А. Г. Шляпников
- Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомат — комитет составы: В. А. Овсеенко (Антонов) (ХКС булдырыу тураһындағы Декрет тексында — Авсеенко), Н. В. Крыленко һәм П. Е. Дыбенко
- Сауҙа һәм сәнәғәт буйынса — В. П. Ногин
- Халыҡ мәғарифы наркомы — А. В. Луначарский
- Финанстар наркомы — И. И. Скворцов (Степанов)
- Сит ил эштәре буйынса нарком — Л. Д. Бронштейн (Троцкий)
- Юстиция наркомы — Г. И. Оппоков (Ломов)
- Аҙыҡ-түлек буйынса нарком — И. А. Теодорович
- Почталар һәм телеграфтар наркомы — Н. П. Авилов (Глебов)
- Милләттәр эштәре буйынса нарком — И. В. Джугашвили (Сталин)
- Тимер юлдары буйынса халыҡ комиссары наркомы посы ваҡытлыса билдәләнмәй.
Тимер юлдары буйынса халыҡ комиссарының вакантлы посын һуңғараҡ М. Т. Елизаров биләй. 12 ноябрҙә Дәүләт ҡараусылығы наркомы итеп Коллонтай Александра Михайловна тәғәйенләнә (донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ-министр). 19 ноябрҙә дәүләт контроле наркомы итеп Эссен Эдуард Эдуардович тәғәйенләнә.
Хәрби һәм хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса наркомат коллегия сифатында булдырыда, составында - Антонов-Овсеенко, Крыленко, Дыбенко. 1918 йылдың апрель башына ҡарата был комитет үҙ эшен туҡтата.
Беренсе мәғариф наркомы А. В. Луначарский хәтерләүенсә, Совнаркомдың тәүге составы башлыса осраҡлы була, исемлек буйынса фекер алышыуҙар Ленинды. "эшкинмәгән булып сыҡһалар - алмаштырырбыҙ" кеүек комментарийҙары менән оҙатылған. Юстиция наркомы, большевик Ломов (Оппоков Г. И.) та үҙенең юстициялағы белемен башлыса режимлы батша төрмәләре тураһында ентекле белемдәр менән сикләнеүен таный: «беҙ ҡайҙа, нисек туҡмайҙар, ҡайҙа һәм нисек карцерға ултырталар икәнен белә инек, әммә дәүләт менән идара итергә белмәй инек».
Совет Рәсәйенең Халыҡ Комиссарҙары Советының беренсе составының күп кенә наркомдары 1930-сы йылдарҙа репрессиялана.
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйестәре
үҙгәртергә- Ленин Владимир Ильич (27 октября (9 ноября) 1917 — 21 ғинуар 1924)
- Рыков Алексей Иванович (2 февраль1924 — 18 май 1929)
- Сырцов Сергей Иванович (18 май 1929 — 3 ноябрь 1930)
- Сулимов Даниил Егорович (3 ноябрь 1930 — 22 июль 1937)
- Булганин Николай Александрович (22 июль 1937 — 17 сентябрь 1938)
- Вахрушев Василий Васильевич (29 июль 1939 — 2 июнь 1940)
- Хохол Иван Сергеевич (2 июнь 1940 — 23 июнь 1943)
- Памфилов Константин Дмитриевич (2 май 1942 — 2 май 1943 — ваҡытлыса вазифа биләүсе)[13]
- Косыгин Алексей Николаевич (23 июнь 1943 — 15 март 1946)
Халыҡ комиссарҙары
үҙгәртергәРәйестең урынбаҫарҙары:
- Рыков А. И. (1921 май аҙағы — ?)
- Цюрупа А. Д. (5 декабрь 1921 — ?)
- Каменев Л. Б.. (ғинуар 1922 — ?)
Сит ил эштәре буйынса:
- Троцкий Л. Д. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 8.04.1918)
- Чичерин Г. В. (30.05.1918 — 6.07.1923)
- Лаврентьев А. И. (1944 — 15.3.1946)
Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса:
- Антонов-Овсеенко А. В.. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — ?)
- Крыленко Н. В (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — ?)
- Дыбенко Е. П. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 18.3.1918)
- Подвойский Н. И. (ноябрь 1917—1918 йылдың март)
- Троцкий Л. Д. (8.4.1918 — 26.1.1925)
Эске эштәр буйынса:
- Рыков А. И. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 4 (17) ноябрь 1917)
- Петровский Г. И. (17 (30) ноябрь 1917 — 25.3.1919)
- Дзержинский Ф. Э. (30.3.1919 — 6.7.1923)
Юстиция:
- Ломов-Оппоков Г. И.. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 3 (16) ноябрь 1917)
- Стучка И. П. (3 (16) ноябрь 1917 — 26 ноябрь (9 декабрь) 1917)
- Штейнберг И. З. (26 ноябрь (9 декабрь) 1917 — 18.3.1918)
- Стучка И. П. (18.3.1918 — 22.8.1918)
- Курский Д. И. (22.8.1918 — 1928)
Хеҙмәт:
- Шляпников Г. А. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 8.10.1918)
- Шмидт В. В. (8.10.1918 — 26.4.1920 һәм 4.11.1919 — 29.11.1920)
Дәүләт ҡараусылығы (26.4.1918 — Социаль тәьминат; 4.11.1919 Хеҙмәт наркоматы менән Социаль тәбминаты наркоматы ҡушыла, 26.4.1920 бүленә):
- Коллонтай А. М. (30 октябрь (12 ноябрь) 1917 — март 1918)
- Винокуров А. Н. (март 1918 — 4.11.1919; 26.4.1919 — 16.4.1921)
- Милютин Н. А. (халыҡ комиссары вазифаһын биләүсе, июнь — 6.7.1921)
Мәғариф:
Почта һәм телеграф:
- Глебов (Авилов)Н. П. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 9 (22) декабрь 1917)
- ПрошьянП. П. (9 (22) декабрь 1917 — 18.03.1918)
- Подбельский В. Н. (11.4.1918 — 25.2.1920)
- Любович А. М. (24.3 — 26.5.1921)
- Довгалевский С. В. (26.5.1921 — 6.7.1923)
Милләттәр эштәр буйынса:
- Сталин В. И. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 6.7.1923)
Финанстар:
- Скворцов-Степанов И. И. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 30 октябрь (12 ноябрь) 1917)
- Менжинский В. Р. (30 октябрь (12 ноябрь) 1917 — 21.03.1918)
- Гуковский И. Э. (апрель — 16.8.1918)
- Крестинский Н. Н. (16.8.1918 — октябрь 1922)
- Сокольников Г. Я. (23.11.1922 — 16.1.1923)
Юл элемтәһе:
- Елизаров М. Т. (8 (21) ноябрь 1917 — 7 (20) ғинуар 1918)
- Рогов А. Г. (24.2.1918 — 9.5.1918)
- Кобозев П. А. (9.5.1918 — июнь 1918)
- Невский В. И. (25.7.1918 — 15.3.1919)
- Красин Л. Б. (30.3.1919 — 20.3.1920)
- Троцкий Л. Д. (20.3. 1920 — 10.12.1920)
- Емшанов А. И. (20.12.1920 — 14.4.1921)
- Дзержинский Ф. Э. (14.4.1921 — 6.7.1923)
Игенселек:
- Милютин В. П. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 4 (17) ноябрь 1917)
- Колегаев А. Л. (24 ноябрь (7 декабрь) 1917 — 18.3.1918)
- Середа С. П. (3.4.1918 — 10.02.1921)
- Осинский Н. (халыҡ комиссары урынбаҫары, 24.3.1921 — 18.1.1922)
- Яковенко В. Г. (18.1.1922 — 7.7.1923)
Сәнәғәт һәм сауҙа:
- Ногин В. П. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 4 (17) ноябрь 1917)
- Шляпников А. Г. (19 ноябрь (2 декабрь) 1917 — дек.1918)
- Смирнов В. М. (25 ғинуар (7 февраль) 1918 — 18.3.1918)
- Бронский Г. М. (18.3.1918 — 12.11.1918)
- Красин Л. Б. (12.11.1918 — 6.7.1923)
Аҙыҡ-түлек:
- Теодорович И. А. (26 октябрь (8 ноябрь) 1917 — 18 (31) декабрь 1917)
- Шлихтер А. Г. (18 (31) декабрь 1917 — 25.2.1918)
- Цюрупа А. Д. (25.2.1918 — 12.12.1921)
- Брюханов Н. П. (12.12.1921 — 6.7.1923)
РСФСР-ҙың дәүләт контроле:
- Эссен Э. Э. (19 ноябрь (2 декабрь) 1917 — май 1918)
- Ландер К. И. (9.5.1918 — 25.3.1919)
- Сталин В. И. (30.3.1919 — 7.2.1920)
Һаулыҡ һаҡлау:
- Семашко Н. А. (11.7.1918 — 25.1.1930)
Эшсе-Крәҫтиән инспекцияһы:
- Сталин В. И. (24.2.1920 — 25.4.1922)
- Цюрупа А. Д. (25.4.1922 — 6.7.1923)
Дәүләт мөлкәте:
Урындағы үҙидара буйынса:
Халыҡ хужалығының юғары советы (рәйестәре):
Уның ҡарамағындағы органдар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Деятели СССР и революционного движения России. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 826—827.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Декреты Советской власти. Том 1. 25 октября 1917 — 16 марта 1918
- Правители России и Советского Союза, биографическо-хронологический справочник 2020 йыл 4 август архивланған.
- Октябрьская революция: главное событие XX века или трагическая ошибка?
- Декрет СНК о свободе совести, церковных и религиозных обществах
- СОВНАРКОМ РСФСР-СССР: Персональный состав правительства РСФСР и СССР в 1917—1991 гг. 2018 йыл 14 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Декрет II Всероссийского Съезда Советов Рабочих, Солдатских и Крестьянских Депутатов
- ↑ Конституция РСФСР 1918-го года: «Всероссийский Центральный Исполнительный Комитет Советов образует Совет Народных Комиссаров для общего управления делами Российской Социалистической Федеративной Советской Республики и отделы (Народные Комиссариаты) для руководства отдельными отраслями управления».
- ↑ Евгений Гусляров. Ленин в жизни. Систематизированный свод воспоминаний современников, документов эпохи, версий историков, ОЛМА-ПРЕСС,2004 г., ISBN 5-94850-191-4
- ↑ http://www.whoiswho.ru/old_site/russian/Password/journals/21998/chernoivr1.htm
- ↑ Ненароков А.П. (ред.) «Первое Советское правительство. Октябрь 1917 — июль 1918». М. Политиздат, 1991. ISBN 5-250-00919-0
- ↑ (Д-р ист. наук Агдас Бурганов) http://www.mubiu.ru/ogd/ISTORIA/15/Liter/1917.pdf(недоступная ссылка) с. 27.
- ↑ ЦГАОР СССР, ф. 130, оп. 25, д. 2, лл. 19—20.
- ↑ http://lawru.info/tag/t4540/ 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ В тексте Конституции указано ошибочно 17, а в перечне, представленном в ст. 43, их насчитывается 18
- ↑ «Конституция (основной закон) РСФСР» (принята V Всероссийским съездом Советов 10.07.1918)
- ↑ ЦГАОР СССР, ф. 130, оп. 25, д. 5, 8 бит.
- ↑ ЦГА РСФСР, ф. 259, оп. 1, д. 27, л. 204.
- ↑ Биография: Памфилов Константин Дмитриевич — Правители России и Советского Союза 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ Орган при Совнаркоме РСФСР по пересмотру постановлений Малого Совнаркома об отпуске средств, опротестованных Народным комиссариатом финансов; контролю за расходованием резервного фонда СНК; рассмотрению отдельных смет наркоматов и других госучреждений. Переименован в Финансовый комитет 29 мая 1922 г.
- ↑ В 1923 году передан в ведение Совета Народных Комиссаров СССР